Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы

Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева (рус. Рита Ришатовна Уметбаева; 1973 йылдың 3 авгусы, Йәнйегет, Башҡорт АССР-ы) — журналист, дәүләт органдары, радио һәм телевидение хеҙмәткәре. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2026), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009), Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).

Биографияһы

Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы 1973 йылың 3 авгусында Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында (икенсе сығанаҡтар буйынса, Баймаҡ ҡалаһында)[1] тыуған.

1980 йылда Йәнйегет башланғыс мәктәбенең 1-се синыфына бара.

Ғаиләләре ҡалаға күсенгәс, Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый. Был йылдарҙа шиғырҙар яҙа, «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә» гәзите) һәм башҡа гәзит-журналдарҙа төрлө хәбәрҙәре баҫыла.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетына уҡырға инә. Студент сағында гәзит-журналдарға яҙыша, радио һәм телевидениела сығыш яһай. «Шоңҡар» әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.

Юғары һөнәри белем алғас, 1995 йылда Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында хеҙмәт юлын башлай. Йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләй. Ул алып барған ток-шоу формаһындағы «Айгөл иле», «Аҡ тирәк» тапшырыуҙары көнүҙәк мәсьәләләргә арнала, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тәрбиә, ғаилә, тормош мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә. Бындай заманса проекттар уға журналист булараҡ асылырға, кеше күңелдәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

Рита Өмөтбаева Башҡортостан телевидениеһының тәжрибәле журналистарының береһе булараҡ таныла.

Хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара конкурс статусын алған башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы ла Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙының проекты. элекке союздаш республикаларҙан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән бейеүселәр ҡатнаша, бейеү оҫталығында ярыша. «Байыҡ» конкурсы — халыҡ бейеү сәнғәте йүнәлешендә башҡорт халыҡ бейеүен популярлаштырыу буйынса өҫтөнлөклө республика проекттарының береһе. Йыл һайын был хореографик конкурстың гала-концерттарында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә.

Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында үткәрелгән балалар өсөн айырым «Байыҡ» конкурсында ла һәләтле балаларҙың исемдәре асыла.

Авторы һәм алып барыусыһы Байбулдина Земфира Зәки ҡыҙы булған «Гәлсәр һандуғас» проектында үҙен продюсерлыҡ эшмәкәрлегендә һынап ҡарай. Артабан башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы «Башҡорт йыры» платформаһында дауам итә. Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының да продюсеры. Бында профессиональ башҡарыусылар көс һынаша.

2009 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән исем бирелә. 2011 йылда «Башҡортостан» ДТРК-ның күңел асыу программаларында Күгәрсен районын пропагандалауы өсөн райондың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы 2025 йылда Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссияның 21 августа үткән ултырышында премияға дәғүә итеү конкурсында артабан ҡатнашырға «"Байыҡ" башҡорт бейеүҙәре фестивале» проектын булдырған өсөн Рита Өмөтбаева тәҡдим ителде[2].

2026 йылдың апрелендә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелә[3][4].

Проекттары

  • «Айгөл иле»
  • «Аҡ тирәк, күк тирәк» (ток-шоу)
  • «Байыҡ»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009);
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2026).

Иҫкәрмәләр

  1. Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 −5-88185—084-5. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 октябрь 2025)
  2. Инсаф Хужабирганов. В Башкирии определены кандидаты на госпремию имени Салавата Юлаева. ИА «Башинформ» (22 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2025.
  3. Ксения Калинина. Президент России наградил жителей Башкирии. ИА «Башинформ» (22 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2026. (рус.)
  4. Кәримә Усманова. Рита Өмөтбаева юғары исемгә лайыҡ булды! (башҡ.) (22 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2026. (баш.)

Һылтанмалар