3 август
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
- 1778 йыл: Италияның Милан ҡалаһында «Ла Скала» опера театры бинаһы асыла. Архитекторы — Джузеппе Пьермарини (Giuseppe Piermarini).
- 1795 йыл: Париж консерваторияһына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1927 йыл: Берлин менән Буэнос-Айрес араһында тәүге тапҡыр телефон элемтәһе булдырыла.
- 1929 йыл: Дондағы Ростов ҡалаһында СССР-ҙа тәүге автоматик телефон станцияһы (АТС) эшләй башлай. Ул Швецияның «Эрикссон» фирмаһы булышлығында төҙөлә һәм 6 мең номерлы була.
- 1994 йыл: Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» Килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Был көндә тыуғандар
- Павлов Леонид Ильич (1910—26.03.1977), инженер. 1957–1974 йылдарҙа Өфөләге «Гидравлика» агрегат берекмәһе директоры. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ярославль ҡалаһынан.
- Ғәлиуллин Әнүәр Ихтисам улы (1925—27.03.1992), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1967 йылдарҙа Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Ҡорманайбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Хисмәтов Рәлиф Мөхлис улы (1940—2024), агроном, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. Балтас районы «Урал» колхозының элекке баш агрономы, 1977—1980 йылдарҙа Ташҡур ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы.
- Лотник Сергей Викторович (1950), физик-химик-ғалим. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Северская станицаһынан.
- Ғилметдинов Әмир Тимерйән улы (1955), инженер-технолог-ғалим. 1977 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Мортаза ауылынан.
- Арыҫлан Йәнбәков (1980—21.09.2011), театр актёры, йырсы, режиссёр һәм телетапшырыуҙар алып барыусы. 2004—2011 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры һәм режиссёры. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорттар» программаһын алып барыусы. «Ирәндек мондары» йыр конкурсы лауреаты (2002).
- Илья Власов (1995), Рәсәй волейболсыһы, Мәскәүҙең «Динамо» һәм Рәсәй йыйылма командалары уйынсыһы. Европа чемпионы (2017), халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
- Трофимук Андрей Алексеевич (1911—25.03.1999), ғалим-геолог-нефтсе. 1934 йылдан «Востокнефть» тресының (Өфө) Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһының өлкән геологы, ғилми етәксеһе, 1940 йылдан «Ишембайнефть» тресының, 1942—1950 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш геологы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1958), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1949), профессор (1960). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1981).
- Әлимғолов Үзбәк Морат улы (1931—2020), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961—1991 йылдарҙа Миәкә районы «Миәкә» совхозы механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
тулы исемлек
- Фәрхетдинов Камил Ғәлләм улы (1936—1995), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1970—1995 йылдарҙа Туймазы районы Матросов исемендәге колхоз рәйесе (хәҙер К. Ғ. Фәрхетдинов исемендәге хужалыҡ). Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Рем ауылынан.
- Шабаев Владимир Кузьмич (1956—1.11.2021), музыкант, педагог. 1988 йылдан Өфө ҡалаһының 5-се балалар музыка мәктәбе дректоры; 2009 йылдан Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының «Мираҫ» йыр һəм бейеү фольклор ансамбле ҡарамағындағы «Забава» рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле артисы (балалайка-секунда). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Попов Дмитрий Иванович (1927—25.10.1998), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1944 йылдан «Сельхозтехника»ның Хәйбулла район берекмәһе водителе, 1962 йылдан — һатыу келәте мөдире, 1975—1985 йылдарҙа — инженер-технолог. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Һамар ауылынан.
- Вәлиева Зөлфирә Зиннәт ҡыҙы (1952), педагог. 1976 йылдан Әбйәлил районы Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1990—2010 йылдарҙа — район мәғариф бүлеге методисы, методик кабинет мөдире, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Дәүләт ауылынан.
тулы исемлек
- Лим Игорь Николаевич (1952—1.06.2025), инженер-төҙөүсе, муниципаль хеҙмәткәр. 1994—2003 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013).
- Хәсәнов Шамил Әғләм улы (1972), дәүләт хеҙмәткәре. 2010 йылдан Элемтә һәм киң күләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Рәсәй федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Рәсәйҙең почётлы радисы. Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Заравшан ҡалаһынан.
- Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (1903—14.08.1977), агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), ике Почёт Билдәһе (1944, 1957) ордендары кавалеры.
- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйрүша улы (1918—7.11.2017), режиссёр. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973).
тулы исемлек
- Епифанов Владимир Николаевич (1958), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
- Рәхмәтуллина Гөлшат Суфиян ҡыҙы (1963), табип. 2010 йылдан Сибай ҡала дауаханаһы бала табыу йортоноң акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылынан.
- Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы (1973), журналист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2026), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009).
- Болычева Маргарита Дмитриевна (1993), журналист, иҡтисадсы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2021 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры.
- Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (1904—5.09.1983), театр актёры, режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1941 йылдарҙа һәм 1943 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы һәм режиссёры, бер үк ваҡытта Башҡорт театр-сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы; 1959—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса комитет режиссёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.
- Ғәләүев Фларит Тәхәү улы (1949), хәрби хеҙмәткәр, философ-ғалим. 1970—2001 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ Флоты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988 йылдан П. С. Нахимов исемендәге Ҡара диңгеҙ юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы уҡытыусыһы, 1993 йылдан С. О. Макаров исемендәге Тымыҡ океан юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы начальнигы урынбаҫары, 1-се ранг капитаны. Философия фәндәре кандидаты (1988), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Борғатъя ауылынан.
тулы исемлек
- Гришин Иван Трифонович (1919—15.11.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Смородов Евгений Анатольевич (1954—31.08.2009), физик-ғалим. 1998 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан «Башҡортостан Республикаһының энергияны һаҡлау үҙәге»нең әйҙәүсе белгесе. Техник фәндәр докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Гнездово ауылынан.
- Тәнзилә Дәүләтбирҙина (1964), шағир, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Ярушин Юрий Анатольевич (1969), механизатор. Мәсетле районы «Мәсәғүт» совхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән ошо райондың Буртаковка ауылынан.
- 1770 йыл: Фридрих Вильгельм III, Пруссия короле.
- 1790 йыл: Василий Глинка, Рәсәй империяһы архитекторы, классицизм оҫтаһы.
тулы исемлек
- 1890 йыл: Константин Мельников, СССР-ҙың новатор-архитекторы.
- 1905: Борис Курчатов, СССР-ҙың радиохимик-ғалимы, профессор, Ленин премияһы (1959), ике тапҡыр Дәүләт премияһы (1949, 1953) лауреаты. Ленин (1954) һәм биш (1945, 1949, 1953, 1954, 1956) Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан.
- 1910 йыл: Дональд Биссет, Англияның балалар яҙыусыһы, рәссам, театр актёры һәм режиссёр.
- 1910 йыл: Вацлав Дворжецкий, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1920 йыл: Филлис Дороти Джеймс, Англия яҙыусыһы, детективтар авторы.
- 1924 йыл: Анатолий Алексин (төп фамилияһы Гоберман), СССР яҙыусыһы.
- 1935 йыл: Мария Биешу, СССР һәм Молдованың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1970).
- 1935 йыл: Георгий Шонин, СССР-ҙың лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы.
- 1940 йыл: Мартин Шин, АҠШ актёры, кинорежиссёр, «Эмми» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты.
- 1950 йыл: Джон Лэндис, Америка кинорежиссёры, кинорежиссёр, сценарист, продюсер һәм актёр.
- 1965 йыл: Сергей Чонишвили, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, диктор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999).