Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы (рус. Янбеков Арслан Асгатович1980 йылдың 3 авгусы, Сибай, Башҡортостан Республикаhы2011 йылдың 21 сентябре, Нуғай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — Рәсәй актёры, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусы.

Биография

Арыҫлан Әсғәт улы Йәнбәков 1980 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында актёрҙар Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков Һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева ғаиләһендә тыуа.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

2004—2011 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры һәм режиссёры була. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Башҡорттар» программаһын алып бара[1].

2011 йылда Борис Щукин исемендәге театр институтын тамамлай.

Шул уҡ йылдың 21 сентябрендә Нуғай ҡасабаһында үҙе төҙөгән йорттан алыҫ булмаған электр бағанаһында аҫылынған көйө табыла.

Сибай ҡалаһы зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

Актёрлыҡ эше:

  • атай роле («Ҡоралай», реж. Р Фатхиев);
  • А. Иҙелбаевтың «Һуңғы ғәйнә» драмаһында Юлдыҡай («Һуңғы гәйнә», реж. И. Гиляжев);
  • И. Йомағоловтың «Сәсәндәр» драмаһында Айбағыш («Сәсәндәр», реж. А. Йомағолов);
  • Б. Бикбайҙың «Ҡоҙаса» комедияһында Басир (реж. Ә. Абушахманов) һәм башҡалар[2].

Режиссерлыҡ эштәре:

  • «Асығыҙ, милиция!» комедияһы (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • комедия «Ай әттәгенәһе, ирем ҡайтты» (Н. Ғәйетбаев пьесаһы буйынса);
  • «Хыялый» лирик комедияһы (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса)
  • комедия «Гипнотизер, йәки ялған Детекторы» (В. Сигарев пьесаһы)[3];
  • драма «Хазина» (С. Әбүзәров пьесаһы буйынса) — тамамламаны.

Йыр репертуары: «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Гәрәбә», «Гармуным, уйна һин», «Һаҡмар һылыуы», «Ҡоралай» һәм башҡалар[4].

Наградалары

  • «Ирәндек мондары» йыр конкурсы лауреаты (2002)

Хәтер

«Ҡурай» телеканалы уға бағышлап «Хазина» тип аталған cd диск сығарҙы.

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирский режиссёр свел счеты с жизнью, пытаясь изменить академический театр. «Медиакорсеть» (5 октябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026. 2015 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған.
  2. Ул ҡалдырған моң һүнмәҫ. «Башкортостан» (28 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2015. 2015 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
  3. Гадальшина К. Загипнотизировали…// «Рампа», 2011. № 2 (208). — с.9. 2015 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
  4. Үҙе лә, ижады ла сағыу ине. «Культурный мир Башкортостана» (28 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2015. 2015 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.