Ғәләүев Фларит Тәхәүей улы

Ғәләүев Фларит Тәхәүей улы (рус. Галяув Фларит Тахавиевич; 3 август 1949 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, философ-ғалим. 1970—2001 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ Флоты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988 йылдан П. С. Нахимов исемендәге Ҡара диңгеҙ юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы уҡытыусыһы, 1993 йылдан С. О. Макаров исемендәге Тымыҡ океан юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы начальнигы урынбаҫары, 1-се ранг капитаны. Философия фәндәре кандидаты (1988), профессор (2004).

Биографияһы

Фларит Тәхәүей улы Ғәләүев 1949 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Дыуан-Мәсетле районы[1] Борғатъя ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

Башланғыс синыфтарҙан һуң уҡыуын Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә[3] дауам итә һәм уны 1966 йылда тамамлай. Үҫмер ваҡытында спорт менән әүҙем шөғөлләнә: саңғыла йөрөй, спорт гимнастикаһы менән мауыға. Төрлө кимәл ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай.

Бала сағынан хәрби диңгеҙсе булырға хыяллана, М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына инергә әҙерләнә, тик ата-әсәһенең өгөтләүе буйынса Өфө нефть институтының нефть үткәргестәр һалыу факультетына бара. Әммә өсөнсө курсты бөткәс, уҡыуын ҡалдыра ла 1969 йылдың көҙөндә Өфө ҡала хәрби комиссариатына хеҙмәткә китергә теләүе тураһында мөрәжөғәт итә. Уны Хәрби-Һауа Көстәренә саҡыралар, хеҙмәтен Мәскәү ҡалаһында Хәрби-Һауа Көстәре штабы һәм идаралығының һаҡ ротаһында үтә[2].

1970 йылда Киев юғары хәрби-диңгеҙ сәйәси училищеһына ҡабул ителә. Уҡыу йылдарында бокс һәм шахмат буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Өсөнсө курста отделение командиры вазифаһын башҡара.

Училищены тамамлағас, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Тымыҡ океан флотына ебәреүҙәрен һорай. Офицер хеҙмәтен 68-бис проекты буйынса эшләнгән «Дмитрий Пожарский» крейсерының БЧ-5 электротехник дивизионы командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары булып башлай. Карапта тәүгеләрҙән булып подразделение менән үҙаллы идара итеүгә һәм вахтала дежур хеҙмәтен башҡарыуға зачет тапшыра.

Был карапта һигеҙ айлыҡ оҙайлы походта була. 1975 йылдың февралендә Маврикий утрау дәүләтенә «Жермес» тропик дауылының емергес эҙемтәләрен бөтөрөүҙәге ярҙамда ҡатнаша. Ул йылдарҙа карап менән буласаҡ флот адмиралы һәм Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ Флотының баш командующийы 2-се ранг капитаны Ф. Н. Громов командалыҡ итә.

1976 йылда 61 Коммунар исемендәге Николаев суднолар эшләү заводынан һыуға төшөрөлгән һәм һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы көрәш өсөн тәғәйенләнгән БЧ-5 БПК «Петропавловск» карабының командир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1979 йылда караптар отряды составында «Петропавловск» Ҡара Диңгеҙ флотынан Африканы уратып Тымыҡ Океан флотына яһалған биш айлыҡ рейд-күсеүҙә ҡатнаша. 1979-1980 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса ул Хәрби-Диңгеҙ Флотының иң яҡшы карабы тип табыла, СССР оборона министрының «Батырлыҡ һәм хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» вымпеле менән бүләкләнә һәм флоттағы социалистик ярыш инициаторы итеп иғлан ителә. Ф. Т. Ғәләүев караптың иң яҡшы офицерҙары иҫәбендә В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияға конкурстан тыш инеү хоҡуғын ала. Хәрби-диңгеҙ факультетында уҡығанда офицерҙар күпбәйгеһе һәм шахмат буйынса ярыштарҙа академия исеменән уңышлы сығыш яһай.

Матбуғаттағы мәҡәләләре