Спорт гимнастикаһы

Спорт гимнастикаһы — гимнастик снарядтарҙа, ирекле күнегеү һәм таянып һикереү ярыштарын үҙ эсенә алған спорт төрө. Гимнастика буйынса күп ярыштарҙың хәҙерге программаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө бейеклектәге брустарҙа, бүрәнәләрҙә, таянып һикереүҙә, ирекле күнегеүҙәрҙә; ир-егеттәр өсөн: ирекле күнекмәләрҙә, таянып һикереүҙә, атта, ҡулсаларҙа, параллель брустарҙа һәм перекладинала ярыштар үткәрелә.

undefined

Спорт гимнастикаһы тарихы

Гимнастика менән боронғо замандарҙа уҡ шөғөлләнгәндәр. Беҙҙең эраға тиклем 4000 йыл элек күп халыҡтарҙа, атап әйткәндә, Ҡытайҙа, Һиндостанда, уны дауалау маҡсатында ҡулланғандар. Мәҫәлән, ул ваҡыттағы Ҡытай китаптарында гимнастика менән өйҙә иртән һәм кис шөғөлләнгәндәр, тип күрһәтелә. Хәҙерге ваҡытта һинд тарихи сығанаҡтарында (һәйкәлдәр, фрескалар, һүрәттәр) тасуирланған гимнастика күнегеүҙәре системаһы билдәле. Гимнастик күнекмәләр бөтә боронғо халыҡтарҙа — мысырҙарҙа, фарсыларҙа, ассириялыларҙа, Кавказ аръяғы халыҡтарында, римлеләрҙә һәм башҡаларҙа ҡулланылыуын раҫлаусы мәғлүмәттәр бар.

Гимнастика буйынса ярыштар

Олимпия уйындары — спорт гимнастикаһы буйынса иң абруйлы чемпионат.

Гимнастика буйынса донъя чемпионаты — йыл һайын үткәрелә торған халыҡ-ара чемпионат, ул 1903 йылдан алып үткәрелә.

Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа спорт гимнастикаһы

Рәсәйҙә тәүге ярыштар 1885 йылда Мәскәүҙә үтә.

Советтар Союзында спорт гимнастикаһының үҫеше 1930 йылдарҙа дөйөм уҡытыуҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле. Гимнастика буйынса 1-се СССР чемпионаты 1928 йылда Мәскәүҙә Бөтә Союз спартакиадаһы сиктәрендә үтә; 2-сеһе (ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығында) 1932 йылда уҙғарыла.

1937 йылда совет гимнастары тәүге тапҡыр халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Антверпенда 3-сө Бөтә донъя эшселәр олимпиадаһында команда беренселегендә еңеү яулай. 1949 йылда СССР спорт гимнастикаһы федерацияһы (1930-сы йылдар башында бөтә Союз секцияһы булараҡ нигеҙләнгән) халыҡ-ара федерацияға ағза итеп алына. 1952 йылдан совет гимнастары Олимпия уйындарында, 1954 йылдан донъя чемпионатында, ә 1955 йылдан Европа чемпионатында ҡатнаша (1957 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионаттары үткәрелә).

Әҙәбиәт

  • Спортивная гимнастика // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Журавин М. Л., Меньшикова Н. К. Гимнастика: Учебник для студентов вузов. — М., 2001.
  • Кузнецов Б. А. Спортивная гимнастика в СССР. — М., 1982.
  • Правила спортивных игр и состязаний: Иллюстрированный энциклопедический справочник. Пер. с англ. — Минск, 1998.
  • Гавердовский Ю. К. Техника гимнастических упражнений: Популярное учебное пособие. — М., 2002.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар