Саңғы ярыштары

Саңғы ярыштары — ҡышҡы спорт төрө, унда махсус әҙерләнгән ҡар трассаһында йүгереү саңғыһы һәм саңғы таяҡтары ярҙамында дистанцияны ваҡытҡа үтеү буйынса ярышалар. Рәсми ярыштар 800 метрҙан алып 70 км-ға тиклем аралыҡта үтә. Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына 1924 йылдан индерелгән.

Саңғыла тиҙлеккә йүгереү буйынса тәүге ярыштар 1767 йылда хәҙерге Норвегияла үткәрелә. Артабан уларға шведтар һәм финдар эйәрә, һуңыраҡ уҙыш менән Үҙәк Европала ла мауыға башлайҙар. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында күп илдәрҙә милли саңғы клубтары барлыҡҡа килә. 1924 йылда Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы (ФИС) ойошторола. 2000 йылда ФИС-та 98 милли федерация иҫәпләнә.

Техника

undefined
undefined

Саңғыла хәрәкәт итеүҙең ике стиле бар — классик (тигеҙлек[1] һәм ирекле (коньки) стилдәр.

Классик стиль

«Классик стиль» хәрәкәт иткәндә саңғысы бөтә дистанцияны алдан әҙерләнгән ике параллель һыҙат буйлап үтә. Саңғысы таяҡ менән алмашлап һәм бер үк ваҡытта этәрелеп хәрәкәт итә.

Ирекле стиль

Был стилдә саңғысы дистанция буйлап хәрәкәт итеү ысулын һайлауҙа ирекле. Ул, асылда, «коньки йөрөшөнөң» синонимы булып тора.

Ярыштар

Олимпия уйындары

Саңғы буйынса иң ҙур халыҡ-ара ярыштар — дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән ҡышҡы Олимпия уйындары. Саңғы ярыштары тәүге тапҡыр был уйындарға 1924 йылдан алып индерелә (ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1952 йылдан ғына уҙғарыла башлай). Олимпиадала саңғы программаһы үҙ эсенә скиатлонда, шәхси спринтта, айырым старт менән уҙышта, эстафетала, команда спринтында, масс-стартта ярыштарҙы ала.

Донъя чемпионаты

Саңғы ярыштарында әһәмиәте буйынса икенсе урында саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионаты тора. Ул Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы тарафынан 1925 йылдан ир-егеттәр араһында һәм 1954 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелә. 1924 йылдан алып 1939 йылға тиклем йыл һайын, шул иҫәптән ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында үткәрелә. Икенсе донъя һуғышынан һуң 1950 йылдан 1982 йылға тиклем донъя чемпионаты дүрт йылға бер үткәрелә. 1985 йылдан алып таҡ һанлы йылдарҙа үткәрелә.

Саңғы марафондары

Саңғы марафоны — алыҫ араға ярыш, ҡағиҙә булараҡ, 40 километрҙан да оҙонораҡ араға. Ҙур марафондарҙа 10 000 ашыу ярышсы ҡатнаша. Старттар төркөмдәргә бүленә, унда беренсе булып профессиональ саңғысылар, һуңынан һәүәҫкәрҙәр старт ала. Саңғысылар, ярыш ҡағиҙәләренә ҡарап, классик техниканы ла, коньки йөрөшө техникаһын да ҡуллана ала. Ике төп марафон серияһы бар: Visma Ski Classics һәм Worldloppet.

Дистанция оҙонлоғо

Рәсми ярыштарҙа дистанция оҙонлоғо 800 метрҙан 70 километрға тиклем. Шул уҡ ваҡытта бер дистанцияла бер нисә әйләнеш булырға булырға мөмкин[2].

Ярыш форматы Дистанция оҙонлоғо (км)
Айырым старт менән ярыштар 3, 5, 7.5, 10, 15, 30, 50
Дөйөм старт менән ярыштар 10, 15, 30, 50, 70
Эҙәрлекләү ярыштары 5, 7.5, 10, 15
Эстафеталар (бер этап оҙонлоғо) 2.5, 5, 7.5, 10
Шәхси спринт (ирҙәр) 1÷1.4
Шәхси спринт (ҡатын-ҡыҙҙар) 0.8÷1.2
Команда спринты (ирҙәр) 2×(3÷6) 1÷1.6
Команда спринты (ҡатын-ҡыҙҙар) 2×(3÷6) 0.8÷1.4

Иҫкәрмәләр

  1. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2022. Архивировано 6 февраль 2022 года.
  2. Правила вида спорта «Лыжные гонки». Официальный сайт ФЛГР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 10 ғинуар 2017 года.

Тема буйынса өҫтәмә