Дөйөм старттан эҙәрлекләү ярышы. 15 километрлыҡ дистанция ике участкаға бүленә: 7,5 километр классик һәм 7,5 километр ирекле (коньки) йөрөш менән.
Урын
|
Спортсы
|
Ваҡыт
|
1
|
Кристина Шмигун
|
42:48,7
|
2
|
Катержина Нойманова
|
42:50,6
|
3
|
Евгения Медведева-Арбузова
|
43:03,2
|
4
|
Кристин Стейра
|
43:06,8
|
5
|
Габриэлла Паруцци
|
43:18,9
|
6
|
Бекки Скотт
|
43:20,6
|
7
|
Ольга Завьялова
|
43:23,7
|
8
|
Юстина Ковальчик
|
43:25,6
|
9
|
Юлия Чепалова
|
43:39,5
|
10
|
Хильде Педерсен
|
43:40,5
|
…
|
…
|
…
|
37
|
Елена Бурухина
|
46:42,9
|
Урын
|
Ил
|
Ваҡыт
|
1
|
Швеция (Анна Дальберг, Лина Андерссон)
|
16:36,9
|
2
|
Канада (Сара Ренер, Бекки Скотт)
|
16:37,5
|
3
|
Финляндия (Айно Каиса Сааринен, Вирпи Куйтунен)
|
16:39,2
|
4
|
Норвегия (Элла Йёмле, Марит Бьёрген)
|
16:48,1
|
5
|
Германия (Эви Захенбахер-Штеле, Виола Бауэр)
|
17:03,5
|
6
|
Рәсәй Федерацияһы (Ольга Рочева, Алёна Сидько)
|
17:08,5
|
Урын
|
Ил
|
Ваҡыт
|
1
|
Рәсәй Федерацияһы (Наталья Баранова-Масалкина, Лариса Куркина, Юлия Чепалова, Евгения Медведева-Арбузова)
|
54:47.7
|
2
|
Германия (Штефани Бёлер, Виола Бауэр, Эви Захенбахер, Клаудиа Кюнцель)
|
54:57.7
|
3
|
Италия (Арианна Фоллис, Габриэлла Паруцци, Антонелла Конфортола, Сабина Вальбуза)
|
54:58.7
|
4
|
Швеция (Анна Дальберг, Элин Эк, Бритта Норгрен, Анна Карин Стрёмстедт)
|
55:00.3
|
5
|
Норвегия (Кристин Стейра, Хильде Педерсен, Кристин Мюрер Стемланд, Марит Бьорген)
|
55:21.8
|
6
|
Чехия (Хелена Эрбенова, Камила Райдлова, Ивана Янечкова, Катержина Нойманова)
|
55:46.3
|
Эстафета ярышы ҡатмарлы һауа шарттарында үтә. Ҡар яуыуы старт алдынан үҙ төҙәтмәләрен индерә, был осраҡта күп нәмә командаларҙың техник персоналына, уларҙың саңғы майҙарын дөрөҫ һайлауына бәйле була. Рәсәйҙән дистанцияға беренсе булып Наталья Баранова сыға. Спортсы дистанцияны ауыр үтә. Ысынында , Рәсәй йыйылма командаһы менеджеры Чарковский ғариза биргәндә саңғысыларҙың этаптар буйынса урынлашыуын бутай[1]. Башта Лариса Куркина беренсе этапта йүгерергә тейеш була. Бәхеткә күрә, хатаны күреп алалар һәм ҡыҙҙар ғаризала күрһәтелгән тәртиптә старт ала, юғиһә командаға дисквалификация янай. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар эстафета командаһы һуңғы 6 олимпиадала 5-се алтын миҙалын яулай. Икенсе урынға немецтар, өсөнсө урынға итальян ҡыҙҙары сыға.
Финиш һыҙығына сығыр алдынан Ковальчик алда була, ләкин дәғүәселәренең ҡайҙа икәнлеген билдәләү өсөн тирә-яҡҡа ҡарай башлағас, уны башта Нойманова, һуңынан Чепалова урап үтә.
Дөйөм старттан эҙәрлекләү ярышы. 30 километрлыҡ дистанция ике участкаға бүленә: 15 километр классик һәм 15 километр ирекле (коньки) йөрөш менән.
Көслө спортсыларҙың төркөмө ярыштың күпселек өлөшөн бергә бара. Бындай осраҡта бөтә фавориттар ҙа, шул иҫәптән Рәсәй саңғысыһы Евгений Дементьев та, финиш һыҙығында тиҙлекте арттырыуға ниәтләнә. Алтын миҙалдың яҙмышы утыҙ километрлыҡ дистанцияның һуңғы 800 метрында хәл ителә, рәсәйле, тиҙлеген ҡапыл арттырып, бөтә фавориттарҙы артта ҡалдыра һәм XX ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһына беренсе алтын миҙал килтерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: икенсе урынды яулаған Эстиль Фруде ярыштың классик өлөшөндә саңғыһын һындыра һәм бөтә пелотонды ҡыуып етеүг оҙаҡ ваҡыт сарыф итә[2].
Ярыш ваҡыбында көслә ҡар яуа һәм был алда старт алған уҙышсыларға күпмелер өҫтөнлөк бирә. Василий Рочев оҙаҡ ваҡыт аралыҡ билдәләрендә икенсе, өсөнсө урында була, әммә һуңғы булып старт алған донъя кубогының дөйөм иҫәбе лидеры Тобиас Ангерер Василийҙы дүртенсе урынға ҡыҫырыҡлай. Норвегияның иң яҡшы спортсыһы Фруде Эстил 16-сы урынға ҡала.
Урын
|
Ил
|
Ваҡыт
|
1
|
Италия (Фульвио Вальбуза, Джорджо Ди Чента, Пьетро Пиллер Коттрер, Кристан Дзордзи)
|
1:43:45.7
|
2
|
Германия (Андреас Шлюттер, Йенс Фильбрих, Рене Зоммерфельдт, Тобиас Ангерер)
|
1:44:01.4
|
3
|
Швеция (Матс Ларссон, Юхан Ульссон, Андерс Сёдергрен, Матиас Фредрикссон)
|
1:44:01.7
|
4
|
Франция (Кристоф Перрия, Александр Русселе, Эммануэль Жоннье, Венсан Витто)
|
1:44:22.8
|
5
|
Норвегия (Йенс Арне Свартедал, Одд-Бьёрн Йельмесет, Фруде Эстиль, Туре Рууд Хуфстад)
|
1:44:56.3
|
6
|
Рәсәй Федерацияһы (Сергей Новиков, Василий Рочев, Иван Алыпов, Евгений Дементьев)
|
1:45:09.9
|
Өсөнсө һәм икенсе урындар араһындағы айырма 0,1 секунд тәшкил итә. Евгений Дементьев дуатлондағы кеүек үк тактика ҡуллана. Һуңғы күтәрелешкә тиклем төркөм уртаһында бара, ә финишҡа табан тиҙлеген арттыра. Рәсәй йыйылма командаһы тренеры Ю. В. Бородавко фекеренсә, Дементьев, был ярышта бөтөнләй дөрөҫ булмаған тактиканы һайлап, алтын миҙалдан мәхрүм ҡала. Бүләкләү Олимпиаданың ябылыу тантанаһында үтә[3].