Чепалова Юлия Анатольевна
Ю́лия Анато́льевна Чепа́лова (23 декабрь 1976 йыл, Амурҙағы Комсомольск, Хабаровск крайы) — Рәсәй саңғысыһы, 1998, 2002, 2006 йылдарҙа олимпия чемпионы. 2000/01 миҙгелендә Донъя чемпионаты еңеүсеһе.
Олимпия уйындарында шәхси уҙышта алтын миҙал яулаған донъяла иң йәш саңғысы; ул ваҡытта уға 21 йәш була (1998, 30 км ирекле стиль). Саңғы уҙыштары тарихында шәхси спринтта беренсе олимпия чемпионы (2002, 1,5 км ирекле стилдә).
Хабаровск физик культура институтын тамамлай. «Динамо» (Мәскәү) спорт клубы өсөн сығыш яһай. Тренеры — Анатолий Чепалов (атаһы). Чепаловтарҙың тамырҙары эвенктарға барып тоташа[1]. Йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй саңғы ярыштары федерацияһы президенты кәңәшсеһе, «Хабаровск крайының саңғы ярыштары федерацияһы» йәмәғәт ойошмаһы президенты, Хабаровск төбәк спорт көрәше федерацияһының попечителдәр советы ағзаһы, Коми Республикаһында рок-н-ролл акробатик федерацияһының төбәк бүлексәһен етәкләй[2].
Ул планетала саңғы спорты тарихында саңғы ярыштары буйынса өс Олимпиада еңеүсеһе булған ун дүрт саңғысы иҫәбенә инә.
Рәсәй Федерацияһы 2022 йылда һигеҙ Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша (1994—2022). Юлия Чепалова ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса хәҙерге Рәсәй йыйылма командаһы составында өс ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаған берҙән-бер спортсы.
Спорт ҡаҙаныштары
- Өс тапҡыр олимпия чемпионы: (1998 — 30 км ирекле стиль; 2002 — спринт, ирекле стиль; 2006 — эстафета 4х5 км
- 2001 йылда 4х5 км эстафетаһында һәм 2005 йылда дуатлонда ике тапҡыр донъя чемпионы
- 2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында 30 километрға ирекле стиль менән йүгереүҙә көмөш миҙал яулай
- 2002 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында классик 10 километрға йүгереүҙә көмөш миҙал яулай
- 2002 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында 15 километрға ирекле стиль менән йүгереүҙә бронза призеры
- 2001 йылда донъя чемпионатында еңеү яулай.
Ғаиләһе
Беренсе ире (2000—2006 йылдарҙа) — саңғысы Дмитрий Ляшенко.
Икенсе ире — билдәле Рәсәй саңғысыһы Василий Рочев.
Балалары: Олеся (2003), Василина (2007), Василий (2012), Павел (2015), Алексей (03.02.2018)
Допинг ҡулланыуҙа ғәйепләү
Юлия Чепалова, "Тур де Ски"ла уның допинг (эритропоэтин) ҡулланыуы тураһында матбуғатта хәбәр ителгәс тә спорт карьераһын тамамларға ҡарар итә. был хаҡта уның атаһы һәм тренеры Анатолий Чепалов 2009 йылдың 25 авгусында хәбәр итә[3].
2009 йылдың 26 ноябрендә ул Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Жак Роггеға, Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡты ҡаты тәнҡитләп, асыҡ хат яҙа[4].
2009 йылдың 18 декабрендә Юлия Чепалова Рәсәй Олимпия комитеты президенты Леонид Тягачевты һәм Рәсәй саңғы уҙыштары Федерацияһы президенты Владимир Логиновты, уның фекеренсә, ғәйебе иҫбатланмаған спортсыларҙы яҡлауҙан ҡасҡандары өсөн ҡаты тәнҡитләй[5]:
…Беҙҙең спорт чиновниктарынан комментарийҙарҙа яңылыҡ ишетмәнем: Тягачевтың аңлашылмаған һүҙҙәре, Логиновтың айыҡ аҡылдан тағы ла нығыраҡ айырылған белдереүҙәре бер нәмәгә йүнәлтелгән: ғәйебе иҫбатланмаған спортсыны яҡлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алмау…
Дисквалификация
2009 йылдың декабрендә Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы (FIS) Юлия Чепалованы допинг өсөн ике йылға дисквалификациялай. Квалификациянан мәхрүм итеү осоро 2009 йылдың 12 авгусынан иҫәпләнә башлай[6]
Юлии Чепалова донъя кубогында (2000/01 миҙгеле)
|
Дөйөм иҫәрп
|
Донъя кубогында ҡаҙаныштары
| Миҙгел | Генераль зачет | Дистанцион төрҙәр | Спринт | |||
|---|---|---|---|---|---|---|
| Мәрәйҙәр | Урын | Мәрәйҙәр | Урын | Мәрәйҙәр | Урын | |
| 1995/96 | 235 | 14. | - | - | - | - |
| 1996/97 | 183 | 17. | 75 | 13. | 108 | 16. |
| 1997/98 | 314 | 10. | 123 | 8. | 191 | 11. |
| 1998/99 | 363 | 11. | 200 | 7. | 163 | 16. |
| 1999/2000 | 712 | 7. | 107 511 |
12. 4.(средние дистанции) |
94 | 17. |
| 2000/01 | 1106 | 1. | - | - | 256 | 4. |
| 2001/02 | 612 | 5. | - | - | 95 | 20. |
| 2002/03 | - | - | - | - | - | - |
| 2003/04 | 460 | 12. | 460 | 10. | - | - |
| 2004/05 | 530 | 7. | 521 | 4. | 9 | 62. |
| 2005/06 | 780 | 3. | 750 | 1. | 30 | 40. |
| 2006/07 | - | - | - | - | - | - |
| 2007/08 | 9 | 83. | 9 | 55. | - | - |
| 2008/09 | 22 | 76. | 22 | 49. | - | - |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998)
- Почёт ордены (Рәсәй) (21 июль 1998 йыл) — 1998 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында күренекле спорт ҡаҙаныштары, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн[7]
- Амурҙағы Комсомольск ҡалаһының почетлы гражданы (2002)[8].
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (5 май 2003 йыл) — физик культура һәм спорт үҫеше
нә ҙур өлөш индергәне, 2002 йылда Солт-Лейк-Ситилағы Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
Иҫкәрмәләр
- ↑ На Шантарах нашли следы первого топографа Нагорных и его помощника эвенка Чепалова < Наука, История, Образование, СМИ | Дебри-ДВ. www.debri-dv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2019. Архивировано 5 декабрь 2019 года.
- ↑ Чемпионат республики Коми. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2023.
- ↑ Анатолий Чепалов: кардиопротектор был, но никакого отношения к эритропоэтину он не имеет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 декабрь 2010. Архивировано 14 июль 2014 года.
- ↑ Юлия Чепалова: ВАДА нарушает права человека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2009. Архивировано 15 декабрь 2009 года.
- ↑ Юлия Чепалова: невнятные слова Тягачёва, ещё более оторванные от здравого смысла заявления Логинова направлены на одно: избежать необходимости защищать спортсмена, чья вина не доказана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2009. Архивировано 15 ғинуар 2010 года.
- ↑ Юлия Чепалова дисквалифицирована за допинг. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2020. Архивировано 28 февраль 2014 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 27.02.1998 N 206 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XVIII зимних Олимпийских игр 1998 года». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2011. Архивировано 22 февраль 2014 года.
- ↑ Почетные граждане города | Официальный сайт органов местного самоуправления г. Комсомольска-на-Амуре. www.kmscity.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2020. Архивировано 29 июнь 2020 года.