«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены | |
---|---|
Файл:I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының йондоҙо.png | |
Девиз | Файҙа, намыҫ һәм дан |
Страна | Рәсәй Федерацияһы |
Тип | Орден |
Кому вручается | Рәсәй Федерацичһы гражданы |
Статус | бүләк ителә |
Статистика | |
Параметрҙара | материал — көмөш |
Бүләкләнгәндәр иҫәбе | 4000 яҡын |
Сиратлылыҡ | |
Өлкәнерәк награда | Рәсәй Федерацияһының Изге Георгий ордены |
Кесерәк награда | Рәсәй Федерацияһының Изге Бөйөк Яфа сигеүсе Екатерина ордены |
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы.
Рәсәй дәүләтселеген нығытыу, илдең социаль-иҡтисади үҫеше, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү, күренекле спорт ҡаҙаныштары, халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, илдең оборона һәләтен нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн граждандарҙы бүләкләү өсөн тәғәйенләнгән.
Ордендың девизы «Файҙа, хөрмәт һәм дан» император Изге Владимир ордены девизын ҡабатлай.
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһы президентының 1994 йылдың 2 мартта 442-се һанлы Указы менән булдырылған
1994 йылдан алып 1998 йылда (РФ президентының 1998 йылдың 1 июлендәге 757-се Указы) менән Изге апостол Андрей Первозванный ордены ойошторолғанға тиклем «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһының юғары дәүләт наградаһы була.
2010 йылдың 7 сентябрендә РФ президентының 1099-сы һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» Указы сыға. Киң документҡа илдең дәүләт наградалары тураһында положение, уларҙы тапшырыу, һаҡлау, мираҫ итеп алыу тәртибе һәм айырымлыҡ билдәләрен йөрөтөү тәртибе индерелә. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Статутына һәм тасуирламаһына шулай уҡ үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә.
Орден регалиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
"Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены | ||||
---|---|---|---|---|
I дәрәжә |
II дәрәжә |
III дәрәжә |
IV дәрәжә | |
Орден йондоҙо | ||||
Орден билдәһе | ||||
Орден билдәһе (ҡылыстар менән) |
||||
Орден планкаһы | ||||
Орден планкаһы (ҡылыстар менән) |
||||
I дәрәжә |
II дәрәжә |
III дәрәжә |
IV дәрәжә |
Орден Статуты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә, күренекле спорт ҡаҙаныштарына, халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, илдең оборона һәләтен нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн граждандар бүләкләнә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарары буйынса «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр бүләкләнә ала.
2. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының дүрт дәрәжәһе бар:
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены;
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены;
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены;
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены.
I дәрәжәһе «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының иң юғары дәрәжәһе булып тора.
3. I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының билдәһе һәм йондоҙо бар, III һәм IV дәрәжә —билдәгә генә эйә
4. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү, ҡағиҙә булараҡ, түбән дәрәжәнән юғары дәрәжәгә тиклем эҙмә-эҙлекле башҡарыла.
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына тәҡдим ителгән кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, Александр Невский ордены менән[1] бүләкләнергә тейеш.
Дәүләт алдындағы айырыуса ҙур ҡаҙаныштары өсөн IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән, Александр Невский ордены менән бүләкләнмәһә лә, Рәсәй Федерацияһы Геройы, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы, Советтар Союзы Геройы йәки Социалистик Хеҙмәт Геройы, шулай уҡ ордендар менән бүләкләнгән кешеләр Изге Георгий, Изге Бөйөк Шәһит Екатерина, Суворов, Ушаков йәки Рәсәй Федерацияһының «халыҡ» категорияһындағы маҡтаулы исеме бирелгән кешеләр кешеләр бүләкләнә ала[1].
Рәсәй Федерацияһы президенты быға тиклем Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы менән бүләкләнмәгән кешене лә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул итә ала[1].
5. Хәрбиҙәр хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының ҡылыс төшөрөлгән варианты менән бүләкләнә.
51. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының ҡылыслы варианты менән бүләкләү үлгәндән һуң да башҡарылырға мөмкин[2].
6. I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләү, ҡағиҙә булараҡ, йылына ике тапҡыр үткәрелә һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы Көнө (12 декабрь) һәм Рәсәй Көнө (12 июнь) байрамдарына тура килтерелә — пункт 2021 йылдың 19 ноябрендә көсөн юғалта[1].
7. I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының билдәһе уң яурын аша үткән (чересплечный) таҫмала йөрөтөлә. Хәрби парадтар һәм башҡа рәсми тантаналы саралар үткәргәндә унда ҡатнашҡан хәрбиҙәргә I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәһен муйын таҫмаһында кейергә рөхсәт ителә[1].
I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены йондоҙҙары күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм ҡалыптарҙа йөрөтөлгән ордендарҙан түбәнерәк, ә бүләкләнеүсенең Изге Георгий ордены йондоҙо булған осраҡта — уның һул яғында урынлаша[1].
I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены булған осраҡта I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының йондоҙо ғына йөрөтөлә.
II һәм III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәләре муйын таҫмаһында йөрөтөлә.
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәһе күкрәктең һул яғында ҡалыпта йөрөтөлә һәм IV дәрәжә Изге Георгий ордены билдәһенән һуң урынлаштырыла.
Бүләкләнеүсенең бер нисә дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены булған осраҡта, ҡылыстар менән орден билдәләренән башҡа, юғары дәрәжә орден билдәһе генә йөрөтөлә.
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләгәндә, ҡылыстар менән «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалынан башҡа, был ордендың миҙалдары тағылмай.
8. Айырым осраҡтарҙа һәм көндәлек кейеү өсөн IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәһенең миниатюр күсермәһен йөрөтөү ҡарала.
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены билдәһенең миниатюр күсермәһен йөрөткәндә ул IV дәрәжә Изге Георгий орденының миниатюр күсермәһе артынан тағыла.
9. Форма кейемгә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының таҫмаһын таҡҡаенда, планкала ул Изге Георгий ордены таҫмаһынан һуң тағыла. Шулай уҡ, ҡылыслы ордендың таҫмаларынан башҡа, бүләкләнеүселә булған юғары дәрәжәгә тап килгән таҫмаһы ғына йөрөтөлә[1].
10. Граждан костюмында «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының таҫмаһын розетка кеүек йөрөткәндә, ул күкрәктең һул яғына тағыла. Шулай уҡ бүләкләнеүселә булған ордендың юғары дәрәжәһенә тап килгән таҫмаһы ғына йөрөтөлә[3].
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Награданың дизайны авторы — рәссам Ухналёв Евгений Ильич.
I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының билдәһе һәм йондоҙо, III һәм IV дәрәжәһенең — тик билдәһе генә бар. Ордендың таҫмаһы ебәктән, ялтырауыҡлы, ҡара ҡыҙыл төҫтә.
Ордендың билдәһе алтын ялатылған көмөш. Ул остары киңәйгән, алғы яғы рубин эмаль менән ҡапланған тигеҙ мөйөшлө тәренән ғибәрәт. Тәре ситтәре буйлап тар ҡабарынҡы ранты бар. Билдәнең уң яғында, уртала — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы төшөрөлгән һүрәт. Билдәнең артҡы яғында, уртаһында — түңәрәк медальон, уның әйләнәһе буйынса — ордендың девизы «ФАЙҘА, НАМЫҪ һәм ДАН». Медальондың үҙәгендә — орден булдырылған йыл — «1994». Медальондың аҫҡы өлөшөндә — лавр ботаҡтары һүрәте. Тәренең аҫҡы өлөшөндә — орден билдәһенең номеры.
I дәрәжә ордены билдәһенең тәре остары араһындағы алыҫлыҡ — 60 мм. Орден билдәһе киңлеге 100 мм булған таҫмаға беркетелә. Хәрби хеҙмәткәрҙәр хәрби парадтарҙа һәм башҡа рәсми сараларҙа үҙҙәренең муйын таҫмаһында «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены билдәһен йөрөткәндә киңлеге 45 миллиметрлыҡ таҫма файҙаланыла[1].
II дәрәжә орден билдәһенең тәре остары араһындағы алыҫлыҡ — 50 мм. Орден билдәһе киңлеге 45 мм булған таҫмаға беркетелә.
III дәрәжә орден билдәһенең тәре остары араһындағы алыҫлыҡ — 50 мм. Орден билдәһе киңлеге 24 мм булған таҫмаға беркетелә.
IV дәрәжә орден билдәһенең тәре остары араһындағы алыҫлыҡ — 40 мм. Орден билдәһе ҡолаҡ һәм ҡулса ярҙамында 24 миллиметр киңлектәге таҫма менән көпләнгән биш мөйөшлө ҡалыпҡа беркетелә.
Орден йондоҙо көмөш, һигеҙ нурлы, полировкаланған нурлы — штраллы. Йондоҙ уртаһында — алтын ялатылған рельефлы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт гербы һүрәте төшөрөлгән түңәрәк көмөш медальон. Медальон әйләнәһе буйынса, көмөш тирәсле ҡыҙыл эмаль йөҙҙә — ордендың девизы «ФАЙҘА, НАМЫҪ һәм ДАН» һәм лавр ботаҡтары. Йондоҙҙоң артҡы яғында, аҫта — йондоҙҙоң номеры.
I дәрәжә орден йондоҙоноң ҡапма-ҡаршы торған нурҙары остары араһында аралыҡ — 82 мм.
II дәрәжә орден йондоҙоноң ҡапма-ҡаршы торған нурҙары остары араһында аралыҡ — 72 мм.
Йондоҙ төйрәүес (булавка) ярҙамында кейемгә беркетелә.
Хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби хеҙмәткәргә тапшырыла торған «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены билдәһе өҫтөнән ҡулсаға ике алтын ялатылған ҡылыс тағыла. Һәр ҡылыстың оҙонлоғо — 28 мм, киңлеге — 3 мм.
IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены билдәһенең миниатюра күсермәһе ҡалыпҡа тағыла. Тәре остары араһындағы алыҫлыҡ — 15,4 мм, ҡалыптың бейеклеге аҫҡы мөйөштөң түбәһенән алып өҫкө яғының уртаһына тиклем — 19,2 мм, өҫкө яғының оҙонлоғо — 10 мм, һәр ҡырының оҙонлоғо — 16 мм, аҫҡы мөйөш барлыҡҡа килтергән яҡтарҙың һәр береһенең оҙонлоғо — 10 мм.
IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының ҡылыслы билдәһенең миниатюра күсермәһенә ҡолаҡ ярҙамында алтын ялатылған ике ҡылыс беркетелә. Һәр ҡылыстың оҙонлоғо — 10,8 мм, киңлеге — 1,15 мм.
Орден таҫмаһын йөрөткәндә 12 мм бейеклектәге планка файҙаланыла, таҫманың киңлеге: I дәрәжә — 45 мм; II һәм III дәрәжә — 32 мм; IV дәрәжә — 24 мм.
I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының таҫмаһы уртаһында алтындан эшләнгән орден йондоҙоноң кескәй генә шартлы һүрәте бар.
II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының таҫмаһы уртаһында көмөш төҫөндәге металдан яһалған орден йондоҙоноң кескәй генә шартлы һүрәте бар[1].
III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының таҫмаһы уртаһында эмаль менән ҡапланған металдан яһалған орден йондоҙоноң кескәй генә шартлы һүрәте төшөрөлгән, алтын төҫтәге Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы төшөрөлгән[1].
IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының таҫмаһы уртаһында таҫмаһында эмаль менән ҡапланған металдан яһалған орден йондоҙоноң кескәй генә шартлы һүрәте, көмөш төҫтәге Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урын алған[1].
Граждандар кейемендә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены таҫмаһы розетка формаһында йөрөтөлә.
I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены таҫмаһына орден йондоҙоноң миниатюр һүрәте беркетелә, өҫтәүенә йондоҙ нурҙары розетканан ситкә сыҡмай. Розаетканың диаметры — 16 мм[3].
II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены таҫмаһына розетка рәүешендә көмөш төҫтәге орден йондоҙоноң миниатюр һүрәте беркетелә. Розаетканың диаметры — 15 мм[1].
III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының розетка формаһындағы таҫмаһының уртаһында эмаль менән ҡапланған металдан яһалған орден тәреһе, алтын төҫөндәге Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы төшөрөлгән. Тәре остары араһындағы алыҫлыҡ — 13 мм. Розаетканың диаметры — 15 мм[1].
IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының розетка формаһындағы таҫмаһының уртаһында эмаль менән ҡапланған металлдан яһалған орден тәреһе, көмөш төҫтәге Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы төшөрөлгән. Тәре остары араһындағы алыҫлыҡ — 13 мм. Розаетканың диаметры — 15 мм[1].
Хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнеүселәргә розетка рәүешендә эшләнгән ҡылыслы «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены таҫмаһына орден йондоҙо йәки уртала өҫтәмә рәүештә орден билдәһе рәүешендә розетка ситтәренә сыҡмаған йондоҙ йәки Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы төҫөндәге киҫешеүсе ике ҡылыс урынлаштырыла[1].
Бүләкләү статистикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2023 йылдың июненә ҡарата бүләкләнеүселәр[4][5]:
- тулы кавалерҙар — 83
- I дәрәжә ордены менән — 119
- II дәрәжә ордены менән — 300-ҙән ашыу
- III дәрәжә ордены менән — 670-тән ашыу
- IV дәрәжә ордены менән — 3000-дән ашыу
Кавалерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Михаил Калашников — ордендың тәүге кавалеры (II дәрәжә)[6], Жак Ширак — ордендың I дәрәжәһе кавалеры[7].
- «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалерҙары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙары исемлеге
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙары исемлеге
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙары исемлеге
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалерҙары исемлеге
Тулы кавалерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ныне живущие 2022 йылдың декабренә ордендың тулы кавалерҙары:
№ | Фамилия, исеме һәм атаһының исеме | Ғүмер йылдары | I дәрәжә |
II дәрәжә |
III дәрәжә |
IV дәрәжә |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | Строев Егор Семёнович* | 25 февраль 1937 й. тыуған | 5 декабрь 2001 | 20 февраль 1997 | 2 май 1996 | 25 февраль 2007 |
2 | Кутафин Олег Емельянович | 26 июнь 1937 — 4 декабрь 2008 | 26 май 2007 | 26 июнь 2002 | 6 май 2000 | 18 июнь 1997 |
3 | Фрадков Михаил Ефимович | 1 сентябрь 1950 й. тыуған | 12 сентябрь 2007 | 1 сентябрь 2005 | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ |
4 | Россель Эдуард Эргартович | 8 октябрь 1937 й. тыуған | 16 ноябрь 2009 | 5 апрель 2004 | 24 апреля 2000 | 20 июль 1996 |
5 | Патрушев Николай Платонович*[8] | 11 июль 1951 й. тыуған | 11 июль 2006 | 30 декабрь 2002 | 1 август 2005 | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ |
6 | Алфёров Жорес Иванович* | 15 март 1930 — 1 март 2019 | 14 март 2005 | 2000 | 4 июнь 1999 | 15 март 2010 |
7 | Черномырдин Виктор Степанович* | 9 апрель 1938 — 3 ноябрь 2010 | 24 март 2009 | 23 март 1998 | 9 апрель 2008 | 9 апрель 2010 |
8 | Глазунов Илья Сергеевич | 10 июнь 1930 — 9 июль 2017 | 10 июнь 2010 | 11 октябрь 2005 | 9 июнь 2000 | 29 май 1995 |
9 | Плисецкая Майя Михайловна* | 20 ноябрь 1925 — 2 май 2015 | 20 ноябрь 2005 | 18 ноябрь 2000 | 21 ноябрь 1995 | 9 ноябрь 2010 |
10 | Нурғәлиев Рәшит Ғүмәр улы* | 8 октябрь 1956 й. тыуған | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | 2012 | 2006 | 2001 |
11 | Яковлев Вениамин Фёдорович* | 12 февраль 1932 — 24 июль 2018 | 31 ғинуар 2005 | 11 февраль 2002 | 15 ғинуар 1997 | 10 февраль 2012 |
12 | Антонова Ирина Александровна* | 20 март 1922 — 30 ноябрь 2020 | 6 декабрь 2007 | 20 март 2002 | 17 март 1997 | 28 февраль 2012 |
13 | Зубков Виктор Алексеевич | 15 сентябрь 1941 й. тыуған | 2012 | 19 сентябрь 2008 | 9 май 2006 | 11 апрель 2000 |
14 | Вишневская Галина Павловна* | 25 октябрь 1926 — 11 декабрь 2012 | 1 декабрь 2012 | 25 октябрь 2006 | 25 октябрь 1996 | 18 октябрь 2011 |
15 | Осипов Юрий Сергеевич* | 7 июль 1936 й. тыуған | 7 июль 2006 | 4 июнь 1999 | 7 июнь 1996 | 14 июнь 2013 |
16 | Дедов Иван Иванович | 12 февраль 1941 й. тыуған | 26 июнь 2013 | 8 февраль 2008 | 18 октябрь 2004 | 19 февраль 2001 |
17 | Броневой Леонид Сергеевич | 17 декабрь 1928 — 9 декабрь 2017 | 13 сентябрь 2013 | 1 декабрь 2008 | 17 декабрь 2003 | 25 август 1997 |
18 | Захаров Марк Анатольевич* | 13 октябрь 1933 — 28 сентябрь 2019 | 13 октябрь 2008 | 11 октябрь 2003 | 26 апрель 1997 | 13 сентябрь 2013 |
19 | Темирканов Юрий Хатуевич* | 10 декабрь 1938 й. тыуған | 9 декабрь 2008 | 10 декабрь 2003 | 1 декабрь 1998 | 10 декабрь 2013 |
20 | Волчек Галина Борисовна* | 19 декабрь 1933 — 26 декабрь 2019 | 17 декабрь 2008 | 19 декабрь 2003 | 15 апрель 1996 | 21 декабрь 2013 |
21 | Шәймиев Миңтимер Шәрип улы* | 20 ғинуар 1937 й. тыуған | 19 ғинуар 2007 | 17 ғинуар 1997 | 6 февраль 2010 | 14 ғинуар 2014 |
22 | Церетели Зураб Константинович* | 4 ғинуар 1934 й. тыуған | 26 июль 2010 | 4 ғинуар 2006 | 29 апрель 1996 | 20 февраль 2014 |
23 | Бортников Александр Васильевич[9] | 15 ноябрь 1951 й. тыуған | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ |
24 | Матвиенко Валентина Ивановна* | 7 апрель 1949 й. тыуған | 2014 | 19 март 2009 | 7 апрель 1999 | 2003 |
25 | Зельдин Владимир Михайлович | 10 февраль 1915 — 31 октябрь 2016 | 20 ғинуар 2015 | 10 февраль 2010 | 10 февраль 2005 | 10 февраль 2000 |
26 | Велихов Евгений Павлович (физик)* | 2 февраль 1935 й. тыуған | 2 февраль 2015 | 2 февраль 2005 | 17 август 2000 | 25 ғинуар 2010 |
27 | Лавров Сергей Викторович | 21 март 1950 й. тыуған | 21 март 2015 | 2010 | 21 март 2005 | 12 май 1998 |
28 | Иванов Сергей Борисович* | 31 ғинуар 1953 й. тыуған | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | 31 ғинуар 2003 | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | 31 ғинуар 2008 |
29 | Михалков Никита Сергеевич* | 21 октябрь 1945 й. тыуған | 29 июнь 2015 | 21 октябрь 2005 | 17 октябрь 1995 | 21 октябрь 2010 |
30 | Соломин Юрий Мефодьевич | 18 июнь 1935 й. тыуған | 29 июнь 2015 | 18 июнь 2005 | 25 октябрь 1999 | 29 маяй1995 |
31 | Табаков Олег Павлович* | 17 август 1935 — 12 март 2018 | 17 август 2010 | 17 август 2005 | 23 октябрь 1998 | 29 июнь 2015 |
32 | Лавёров Николай Павлович* | 12 ғинуар 1930 — 27 ноябрь 2016 | 2008 | 22 июль 2005 | 14 сентябрь 1999 | 16 июля 2015 |
33 | Хазанов Геннадий Викторович | 1 декабрь 1945 й. тыуған | 1 декабрь 2015 | 1 декабрь 2010 | 1 декабрь 2005 | 29 ноябрь 2000 |
34 | Вербицкая Людмила Алексеевна | 17 июнь 1936 — 24 ноябрь 2019 | 11 июнь 2016 | 17 июнь 2006 | 7 февраль 2004 | 27 апрель 2000 |
35 | Лужков Юрий Михайлович* | 21 сентябрь 1936 — 10 декабрь 2019 | 21 сентябрь 2006 | 14 ноябрь 1995 | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | 21 сентябрь 2016 |
36 | Фадеев Геннадий Матвеевич* | 10 апрель 1937 й. тыуған | 20 декабрь 2016 | 27 июль 2001 | 17 февраль 1995 | 17 июнь 2005 |
37 | Рождественский Геннадий Николаевич | 4 май 1931 — 16 июнь 2018 | 13 февраль 2017 | 22 апрель 2011 | 31 ғинуар 2007 | 26 апрель 2001 |
38 | Лещенко Лев Валерьянович | 1 февраль 1942 й. тыуған | 24 октябрь 2017 | 30 ғинуар 2012 | 1 февраль 2007 | 31 ғинуар 2002 |
39 | Трутнев Юрий Алексеевич* | 2 ноябрь 1927 — 6 август 2021 | 2017 | 11 июнь 2003 | 26 ғинуар 1998 | 6 ноябрь 2012 |
40 | Фортов Владимир Евгеньевич | 23 ғинуар 1946 — 29 ноябрь 2020 | 2017 | 18 ғинуар 2016 | 4 июнь 1999 | 27 март 1996 |
41 | Чемезов Сергей Викторович | 20 август 1952 й. тыуған | 2017 | 2012 | 20 август 2007 | 2005 |
42 | Этуш Владимир Абрамович | 6 май 1922 — 9 март 2019 | 6 май 2018 | 17 ноябрь 2008 | 6 май 2003 | 10 апрель 1995 |
43 | Бугаков Юрий Фёдорович | 25 ғинуар 1938 — 30 декабрь 2020 | 30 май 2018 | 19 ғинуар 2013 | 30 ғинуар 2003 | 14 ноябрь 1997 |
44 | Федосеев Владимир Иванович | 5 август 1932 й. тыуған | 30 май 2018 | 29 ноябрь 2005 | 26 ноябрь 2002 | 7 июнь 1996 |
45 | Чурикова Инна Михайловна | 5 октябрь 1943 — 14 ғинуар 2023 | 29 июнь 2018 | 13 сентябрь 2013 | 27 июль 2007 | 25 август 1997 |
46 | Лебедев Вячеслав Михайлович* | 14 август 1943 й. тыуған | 16 июль 2018 | 14 август 2003 | 14 август 1998 | 16 август 2013 |
47 | Громов Борис Всеволодович* | 7 ноябрь 1943 й. тыуған | 25 сентябрь 2018 | 6 ноябрь 2003 | 2005 | 7 ноябрь 2008 |
48 | Тулеев Аман-гельды Молдагазыевич | 13 май 1944й. тыуған | 29 октябрь 2018 | 16 апрель 2012 | 17 ғинуар 2008 | 28 март 2003 |
49 | Ковальчук Михаил Валентинович | 21 сентябрь 1946 й. тыуған | 2018 | 20 сентябрь 2016 | 9 июнь 2011 | 21 сентябрь 2006 |
50 | Макаровец Николай Александрович* | 21 март 1939 — 31 март 2019 | 28 март 2019 | 2000 | 22 июль 1995 | 2014 |
51 | Садовничий Виктор Антонович* | 3 апрель 1939 й. тыуған | 16 апрель 2019 | 25 ғинуар 2005 | 2 апрель 1999 | 30 март 2009 |
52 | Доронина Татьяна Васильевна | 12 сентябрь 1933 й. тыуған | 29 апрель 2019 | 13 сентябрь 2013 | 11 июнь 2003 | 23 октябрь 1998 |
53 | Ширвиндт Александр Анатольевич* | 19 июль 1934 й. тыуған | 29 май 2019 | 19 июль 2009 | 21 июль 2014 | 2 август 2004 |
54 | Чазов Евгений Иванович* | 10 июнь 1929 — 11 ноябрь 2021 | 10 июнь 2009 | 12 июнь 2004 | 25 октябрь 2014 | 13 июнь 2019 |
55 | Спиваков Владимир Теодорович* | 12 сентябрь 1944 й. тыуған | 9 август 2019 | 2 сентябрь 2009 | 9 августа 1999 | 10 сентябрь 2014 |
56 | Добродеев Олег Борисович | 28 октябрь 1959 й. тыуған | 28 октябрь 2019 | 2014 | 12 апрель 2010 | 27 ноябрь 2006 |
57 | Смирнов Виталий Георгиевич* | 14 февраль 1935 й. тыуған | 30 ғинуар 2020 | 19 апрель 2001 | 26 август 1996 | 22 апрель 2010 |
58 | Савиных Виктор Петрович* | 7 март 1940 й. тыуған | 27 февраль 2020 | 6 март 2000 | 11 ноябрь 1994 | 12 декабрь 2010 |
59 | Бокерия Леонид Антонович* | 22 декабрь 1939 й. тыуған | 23 июнь 2020 | 21 декабрь 2004 | 30 сентябрь 1999 | 29 октябрь 2010 |
60 | Андреев Владимир Алексеевич | 27 август 1930 — 29 август 2020 | 21 август 2020 | 30 июль 2010 | 11 октябрь 2005 | 5 август 1995 |
61 | Ювеналий (Поярков) | 22 сентябрь 1935 й. тыуған | 21 сентябрь 2020 | 15 февраль 2016 | 20 сентябрь 2010 | 10 апрель 2006 |
62 | Цаликов Руслан Хаджисмелович | 31 июль 1956 й. тыуған | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ |
63 | Токарев Николай Петрович | 20 декабрь 1950 й. тыуған | 21 декабрь 2020 | 13 март 2013 | 19 март 2010 | 29 май 2006 |
64 | Эрнст Константин Львович | 6 февраль 1961 й. тыуған | 6 февраль 2021 | 24 март 2014 | 25 ғинуар 2011 | 27 ноябрь 2006 |
65 | Фокин Валерий Владимирович | 28 февраль 1946 й. тыуған | 6 февраль 2021 | 18 ғинуар 2016 | 2 июнь 2010 | 28 февраль 2006 |
66 | Игнатенко Виталий Никитич | 19 апрель 1941 й. тыуған | 20 апрель 2021 | 19 апрель 2011 | 19 апрель 2005 | 3 сентябрь 1999 |
67 | Жириновский Владимир Вольфович | 25 апрель 1946 — 6 апрель 2022 | 25 апрель 2021 | 18 апрель 2016 | 8 май 2011 | 20 апрель 2006 |
68 | Чайка Юрий Яковлевич | 21 май 1951 й. тыуған | 18 май 2021 | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ | 11 ғинуар 2011 | 21 май 2006 |
69 | Эйфман Борис Яковлевич | 22 июль 1946 й. тыуған | 2 июль 2021 | 5 май 2012 | 16 март 2007 | 1 сентябрь 2003 |
70 | Костин Андрей Леонидович | 21 сентябрь 1956 й. тыуған | 6 август 2021 | 28 июль 2016 | 20 сентябрь 2011 | 28 октябрь 2006 |
71 | Баранов Александр Александрович (педиатр) | 15 июль 1941 й. тыуған | 3 октябрь 2021 | 20 декабрь 2016 | 2 ноябрь 2010 | 10 август 2006 |
72 | Чубарьян, Александр Оганович | род. 14 октября 1931 | 3 октября 2021 | 20 декабря 2016 | 14 октября 2011 | 14 октября 2006 |
73 | Масляков, Александр Васильевич | 24 ноябрь 1941 й. тыуған | 14 октябрь 2021 | 24 ноябрь 2016 | 12 октябрь 2011 | 21 ноябрь 2006 |
74 | Зорькин Валерий Дмитриевич* | 18 февраль 1943 й. тыуған | 25 октябрь 2021 | 19 октябрь 2011 | 18 февраль 2008 | 4 июль 2016 |
75 | Алиев Муху Гимбатович | 6 август 1940 й. тыуған | 2021 | 18 февраль 2010 | 14 ноябрь 2005 | 25 декабрь 2000 |
76 | Ресин Владимир Иосифович* | 21 февраль 1936 й. тыуған | 2022 | 10 август 2005 | 30 сентябрь 1995 | 31 декабрь 2008 |
77 | Степашин Сергей Вадимович* | 2 март 1952 й. тыуған | 21 февраль 2022 | 2 март 2007 | 2 март 2002 | 28 февраль 2012 |
78 | Терешкова Валентина Владимировна* | 6 март 1937 й. тыуған | 1 март 2017 | 6 март 2007 | 6 март 1997 | 21 февраль 2022 |
79 | Алекперов Вагит Юсуфович | 1 сентябрь 1950 й. тыуған | 4 май 2022 | 2014 | 10 июнь 2010 | 1 сентябрь 2005 |
80 | Щедрин Родион Константинович* | 16 декабрь 1932 й. тыуған | 25 август 2022 | 3 декабрь 2007 | 2 декабрь 2002 | 13 декабрь 2012 |
81 | Толстой Георгий Кириллович* | 24 сентябрь 1927 й. тыуған | 17 август 2017 | 21 сентябрь 2022 | 25 сентябрь 2007 | 10 октябрь 2002 |
82 | Илькаев Радий Иванович* | 9 октябрь 1938 й. тыуған | 2022 | 2008 | 2000 | Дәүләт сере, мәғлүмәт юҡ |
- Иҫкәрмә: «*» билдәләнгән кешеләр Статутҡа (п. 4) ярашлы, орден менән наградлау эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла: ордендың тулы кавлеры исемен алғандар араһында ордендың кесе дәрәжәһенең береһе уларға өлкән дәрәжәнән хронологик яҡтан һуңыраҡ бирелде.
- 2021 йылдың 19 ноябренән 4-се п. үҙгәртелеү сәбәпле, был иҫкәрмә әһәмиәтен юғалтты.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 Указ Президента Российской Федерации от 19.11.2021 г. № 665 «О некоторых мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» : [арх. 16.01.2022] // Kremlin.ru. — Дата обращения: 16.01.2022.
- ↑ Указ президента Российской Федерации от 15 сентября 2018 года № 519 «Об учреждении медали „За отвагу на пожаре“ и установлении почетного звания „Заслуженный работник пожарной охраны Российской Федерации“» . pravo.gov.ru. Официальный интернет-портал правовой информации. Дата обращения: 17 сентябрь 2018. Архивировано 18 сентябрь 2018 года.
- ↑ 3,0 3,1 В редакции Указа Президента Российской Федерации от 16.12.2011 г. № 1631 2021 йылдың 12 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ М. В. Музалевский. Ордена и медали Российской Федерации. М., 2005. С. 89. Количество награждений дается только по открытым указам.
- ↑ Смирнов В. С. Во славу Отечества. Кавалеры ордена «За заслуги перед Отечеством» I степени. М., 2010. С. 10-17.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 05.11.1994 г. № 2061 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Калашникова М. Т.» Дата обращения: 8 сентябрь 2018. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 23.09.1997 г. № 1056 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Президента Французской Республики Жака Ширака» . Дата обращения: 12 ноябрь 2021. Архивировано 12 ноябрь 2021 года.
- ↑ По информации официального сайта Совета Безопасности Российской Федерации. Указы о награждении нигде не публиковались. Вероятная причина — указы о награждении руководства ФСБ России засекречены. 2009 йылдың 13 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ По данным официального сайта Федеральной службы безопасности Российской Федерации. Указы о награждении нигде не публиковались. Вероятная причина — указы о награждении руководства ФСБ России засекречены. Дата обращения: 14 октябрь 2014. Архивировано 19 октябрь 2014 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — 480 с. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
- Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
- Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 280 с. — ISBN 978-5-85824-198-0.
- Гусев И.Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности. — М.: АСТ, 2014. — 164 с. — ISBN 978-5-17-085223-9.
- Кушер Ю. Л. Государственные символы и награды Российской Федерации. — М.: Книжная палата, 1999. — 271 с. — ISBN 978-5-7000-0476-3.
- Музалевский М. В. Ордена и медали Российской Федерации. — М.: Кавалеръ, 2005. — 298 с. — (Библиотека журнала «Кавалер»). — ISBN 5-00-000198-2.
- Награды новой России / Сост. Григорьев В. С.. — М.: Докар, 1997. — 112 с. — (Всемирный коллекционер). — ISBN 5-85952-071-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалып:Кавалеры ордена «За заслуги перед Отечеством» Ҡалып:Государственные награды Российской Федерации Ҡалып:Полные кавалеры ордена «За заслуги перед Отечеством»