Иванов Сергей Борисович

Сергей Борисович Иванов (1953 йылдың 31 ғинуары, Ленинград2026 йылдың 26 июне) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, сәйәси һәм хәрби эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле (2016 йылдың 12 авгусынан 2026 йылдың 4 февраленә тиклем)[1][2]. Рәсәй Федерацияһы Именлек советының даими ағзаһы (2026 йылдың 16 февраленә тиклем)[3][4]. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[5].

2001 йылдың 28 мартынан 2007 йылдың 15 февраленә тиклем — Рәсәй Федерацияһының оборона министры. 2011 йылдың 22 декабренән 2016 йылдың 12 авгусына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.

«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры. Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2011). Отставкалағы генерал-полковник. «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе (2015—2024)[6][7]. 2019 йылдың 15 апреленән Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең попечителлек советы рәйесе[8][9].

Биографияһы

Сергей Борисович Иванов 1953 йылдың 31 ғинуарында Ленинград ҡалаһында тыуған. 1975 йылда А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университеты филология факультетының тәржемә бүлеген һәм хәрби кафедраһын тамамлаған. 1974 йылда Илингс техник колледжында (Бөйөк Британия) инглиз телен камиллаштырған[10].

1975 йылда СССР Дәүләт именлеге комитеты органдарына хәрби хеҙмәткә алынған. 1976 йылда КГБ-ның Юғары курсы (Минск ҡалаһы), 1981 йылда СССР Дәүләт именлеге комитетының Ҡыҙыл Байраҡ орденлы институтын тамамлаған.

1991—1998 йылдарҙа Рәсәйҙең Тышҡы разведка хеҙмәтендә эшләгән.

undefined
undefined

Дәүләт эшмәкәре

1998 йылдың авгусынан Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте директоры урынбаҫары[10][11].

1999 йылдың 15 ноябренән — Рәсәй Федерацияһы Именлек советы секретары.

2000 йылдың 9 ноябрендә ғәмәлдәге хәрби хеҙмәттән запасҡа сығарылған.

2001 йылдың 28 мартында — Рәсәй Федерацияһының оборона министры[10], 2005 йылдың 14 ноябрендә — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһының оборона министры итеп тәғәйенләнгән.

2006 йылдың 20 мартынан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы рәйесе[11].

2007 йылдың 15 февралендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһының оборона министры вазифаһынан бушатыла һәм хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.

2008 йылдың 12 майынан хәрби сәнәғәт мәсьәләре буйынса хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.

2011 йылдың яҙынан — «Леопардтарҙың популяцияһын өйрәнеү, һаҡлау һәм тергеҙеү евро-азия үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың күҙәтеүселәр советы рәйесе.

2011 йылдың 22 декабренән 2016 йылдың 12 авгусына тиклем — Рәсәй Президенты Хакимиәте башлығы.

2011 йылда Алыҫ Көнсығыш леопардтарын һаҡлау инициативаһы менән сыға[12].

2012 йылда В. В. Путин президент булған ваҡытта ҡабаттан Именлек советының даими ағзаһы.

undefined

2015 йылдан Ростелеком Директорҙар советы рәйесе[13].

2016 йылдың 12 авгусынан 2026 йылдың 4 февраленә тиклем — тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының махсус вәкиле[14].

2017 йылдың апреленән «Ростех» дәүләт корпорацияһының күҙәтеүселәр советына инә, юғары технологиялы сәнәғәт продукцияһын эшләү, етештереү һәм экспортлауға булышлыҡ итеү өсөн яуаплы[15].

Шул уҡ йылдың 18 октябрендә магазиндарҙа полиэтилен тоҡтарҙы ҡулланған өсөн экологик йыйым индереү инициативаһы менән сыға[16]. 2023 йылдың 30 ғинуарында президент уның федераль дәүләт граждан хеҙмәте мөҙҙәтен 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем оҙайта (70 йәше тулыуға бәйле)[17].

2024 йылдың 14 майында, ил башлығының инаугурацияһынан һуң, ҡабаттан тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса президенттың махсус вәкиле итеп тәғәйенләнгән[1].

Ошо уҡ йылдың октябрендә «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе вазифаһынан киткән (уны Дмитрий Медведев алмаштыра)[7]. Шул уҡ ваҡытта «Ростех» дәүләт корпорацияһының күҙәтеүселәр советында ағза (2024 йылдың майында раҫлана)[18] һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең попечителлек советы рәйесе булып ҡала[9]. «Дальневосточные леопарды» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың күҙәтеү советын етәкләүен дә дауам иткән[19].

2026 йылдың 16 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 2026 йылдың 16 февралендәге 89-сы указы менән Рәсәй Федерацияһының Именлек советы составынан сығарылған[20].

2026 йылдың 26 инбнендә вафат булған[21][22].

Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәрендәге роле

Элекке АҠШ дәүләт секретары Кондолиза Райс үҙенең «Высшая честь» тип аталған мемуарҙарында Ивановты былай тип ҡылыҡһырлай:[23]"Сергей ҡаты һәм Ҡушма Штаттарға ҡарата бер аҙ шиксел, әммә уға таянырға була ине. Ул бер ваҡытта ла үҙе эшләй алмағанды вәғәҙә итмәне. Вазифаһына һәм исемдәренә ҡарамаҫтан, Иванов иң нескә хәл-торошта ла Путин менән бәйләнеш каналы булды. Аҡ йорт менән Кремль мөнәсәбәттәре араһында был канал иң мөһиме һәм адекват булды".

Санкциялар

Сергей Ивановҡа Евросоюздың, АҠШ-тың, Бөйөк Британияның һәм башҡа илдәрҙең 2026 йылға ҡарата булған халыҡ-ара санкциялары ғәмәлдә[24][25].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены[26];
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (31 ғинуар, 2003)[27];
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены[26];
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (31 ғинуар, 2008);
  • Александр Невский ордены[26];
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» ордены[26];
  • Почёт ордены[26];
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
  • «Шәхси ҡаһарманлыҡ өсөн» ордены (1989);
  • «Данк» миҙалы (2002, Ҡырғыҙстан);
  • Ҡадыров ордены (Чечня, 2007);
  • «Достык» ордены (Ҡаҙағстан, 2005);
  • I дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (Украина, 31 ғинуар, 2013);
  • I (2026)[28] һәм II дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (22 декабрь, 2011);
  • БДБ грамотаһы (1 июнь, 2001);
  • «Йыл рәсәйлеһе» дәүләт премияһы лауреаты (2006)[29];
  • РФ Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2008);
  • «EcoWorld» халыҡ-ара экологик премия конкурсының иң юғары наградаһы (2017);
  • Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының «Ерҙәге тормошто һаҡлап ҡалған өсөн» ордены[30].

Шәхси тормошо

Инглиз һәм швед телендә иркен һөйләшә, шулай уҡ норвег телен, бер аҙ француз телен белә. ЦСКА клубының баскетбол, хоккей һәм футбол матчтарына даими йөрөй. The Beatles ижадын ярата. Өйләнгән. Ҡатыны — Ирина (1953), юғары иҡтисади белемгә эйә. Ғаиләлә ике бала:

  • өлкән улдары Александр (1977—2014) — 2012—2014 йылдарҙа Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары — идара ағзаһы[31], уға тиклем 2000 йылдарҙа ошо банкта һәм ВТБ-ла (2002—2006) төрлө вазифаларҙа эшләй. МГИМО тамамлай, 2003 йылда — Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһын, 2012 йылда — Стокгольм иҡтисад мәктәбен[32].


2014 йылдың 3 ноябрендә берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ҡыҙы менән диңгеҙҙә һыу ингәндә батып үлә[33][34].

  • кесе улы Сергей (1980) — Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының өлкән вице-президенты (2016 йылдың апреленән 2017 йылдың мартына тиклем). «Алроса» компанияһының генераль директоры — идара рәйесе (2017 йылдың 6 мартынан 2023 йылдың 17 майына тиклем).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Иванов Сергей Борисович. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  2. Путин освободил Сергея Иванова от должности спецпредставителя (4 февраль 2026). 25 май 2026 тикшерелгән.
  3. Иванов Сергей Борисович. Совет Безопасности Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  4. Сергея Иванова исключили из состава Совбеза РФ (16 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  5. Иванов, Сергей Борисович. Специальный представитель президента РФ по вопросам природоохранной деятельности, экологии и транспорта. Энциклопедия ТАСС (2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  6. ТАСС: Экономика и бизнес — Председателем совета директоров «Ростелекома» избран глава администрации президента Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 17 июнь 2015 года.
  7. 1 2 Медведев сменил Иванова на посту председателя совета директоров "Ростелекома". Интерфакс (3 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  8. Сергей Иванов возглавил попечительский совет РВИО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 15 апрель 2019 года.
  9. 1 2 Попечительский совет. Российское военно-историческое общество. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  10. 1 2 3 Иванов Сергей Борисович // Щёголев К. А. Кто есть кто в России. Исполнительная власть. — Кто правит современной Россией — М.: Астрель: АСТ, 2007, С. 167—169 ISBN 978-5-17-047056
  11. 1 2 Иванов Сергей Борисович // Зенькович Н. А. Дмитрий Медведев. Третий президент. Энциклопедия. — М.: ЗАО «ОЛМА Медиа Групп», 2009, С. 168—170 ISBN 978-5-373-02580-5
  12. Подробно: АНО "Дальневосточные леопарды". Коммерсантъ (25 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 1 июль 2018 года.
  13. Председателем совета директоров «Ростелекома» избран глава администрации президента РФ. ТАСС: Экономика и бизнес. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  14. Сергей Иванов назначен спецпредставителем Президента по вопросам природоохранной деятельности, экологии и транспорта. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 24 ғинуар 2022 года.
  15. Указ о членах наблюдательного совета госкорпорации «Ростех». Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 24 ғинуар 2022 года.
  16. Иванов предложил подумать об экологическом сборе за полиэтиленовые пакеты. ТАСС (18 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 13 декабрь 2017 года.
  17. Распоряжение Президента Российской Федерации от 30.01.2023 № 18-рп. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  18. Указ Президента РФ № 416 от 15.05.2024. Официальный интернет-портал правовой информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  19. Иванов Сергей Борисович. АСН-инфо. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  20. Путин исключил Иванова из состава Совета безопасности (16 февраль 2026). 25 май 2026 тикшерелгән.
  21. Умер экс-министр обороны РФ Сергей Иванов. ТАСС (26 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
  22. Умер Сергей Иванов — РБК. www.rbc.ru (26 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
  23. Быть Кондолизой Райс. Лента.ру (20 февраль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.Архивная копия от 11 август 2020 на Wayback Machine
  24. Council Decision (CFSP) 2024/753. EUR-Lex. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  25. Consolidated List of Financial Sanctions Targets. gov.uk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  26. 1 2 3 4 5 Награждён закрытым указом, дата награждения из открытых источников неизвестна. См. фото с Парада Победы 9 мая 2015 года
  27. Правотека.ру - Указ Президента РФ от 31 января 2003 г. N 128 "О награ… archive.is (8 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано из оригинала 8 сентябрь 2012 года.
  28. Кира Латухина. Мишустин наградил экс-спецпредставителя президента РФ Иванова. rg.ru (10 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  29. «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства. ex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  30. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано из оригинала 21 июль 2018 года.
  31. Заместитель Председателя, член Правления Иванов Александр Сергеевич. ВЭБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
  32. Погиб зампред ВЭБа Александр Иванов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 5 ноябрь 2014 года.
  33. Сын Сергея Иванова погиб в ОАЭ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 5 ноябрь 2014 года.
  34. Погиб сын главы администрации президента РФ Сергея Иванова (5 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 5 ноябрь 2014 года.

Һылтанмалар

Алдан килеүсе:
Владимир Владимирович Путин
Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы секретары
1999-2001
Һуңынан килеүсе:
Владимир Борисович Рушайло
Алдан килеүсе:
Игорь Дмитриевич Сергеев
Рәсәй Федерацияһы оборона министры
Defense minister gonfalon n7223.png

2001—2007
Һуңынан килеүсе:
Анатолий Эдуардович Сердюков
Алдан килеүсе:
Сергей Евгеньевич Нарышкин
Рәсәй Президенты Хакимиәте башлығы
Coat of Arms of the Russian Federation.svg

2011 йылдан
Һуңынан килеүсе:
Антон Эдуардович Вайно

Категориялар