Куренков Александр Вячеславович

Александр Вячеславович Куренков (рус. Куренков Александр Вячеславович1972 йылдың 2 июне, Софрино[d], Мәскәү өлкәһе) — хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 2022 йылдың 25 майынан Рәсәйҙең граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре министры (2024 йылдың 7—13 майында министр вазифаһын башҡарыусы), генерал-лейтенант (2022)[1]. 2022 йылдың 30 майынан Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы ағзаһы[2].

Биографияһы

Александр Вячеславович Куренков 1972 йылдың 2 июнендә Мәскәү өлкәһенең Софрино ҡасабаһында тыуған. 1998 йылда Мәскәү дәүләт физик культура академияһын һәм 2004 йылда Мәскәү социаль-психология институтын, 2021 йылда — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһы ҡарамағындағы юғары курс тамамлай, генерал-майор хәрби званиеһын ала[3][4].

1995 йылдан Мәскәүҙең 312-се мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы була. 1999 йылдан Федераль именлек хеҙмәте органдарында, 2002—2021 йылдарҙа федераль һаҡ хеҙмәтендә (атап әйткәндә, премьер-министр Виктор Зубковтың һаҡ хеҙмәтендә) эшләй, һуңынан Росгвардияға күсә, унда башта Виктор Золотовтың ярҙамсыһы, артабан ведомство етәксеһе урынбаҫары (2021—2022)[5] һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәрби әҙерлеге менән бәйле мәсьәләләр өсөн яуаплы була. РБК мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдан Владимир Путиндың адъютанты, һуңыраҡ — өлкән адъютанты вазифаһын биләй[6].

2022 йылдың 23 майында Рәсәй Президенты Куренковты Рәсәйҙең граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре министры итеп тәғәйенләргә тәҡдим итә[7]. Дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков һүҙҙәренсә, «кандидатураны һайлау Путиндың Куренковты яҡшы белеүе менән бәйле. Дәүләт башлығы фекеренсә, Куренковтың шәхси, хеҙмәт, һөнәри сифаттары был функцияларҙы бик яҡшы итеп башҡарырға мөмкинлек бирәсәк»[8]. Куренковтың кандидатураһы Федерация Советы тарафынан 25 майҙа хуплана һәм шул уҡ көндө Президент Указы менән ул министр итеп тәғәйенләнә[9].

2024 йылдың 14 майында яңы хөкүмәт ойошторолоуға бәйле Куренков РФ ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы вазифаһына яңынан тәғәйенләнә[10].

2022 йылдың 30 майынан — Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы ағзаһы[11].

2022 йылдың 2 июнендә Куренковҡа генерал-лейтенант хәрби званиеһы бирелә.

2022 йылдың 21 октябренән Куренков — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ҡораллы Көстәр, башҡа ғәскәрҙәр, хәрби формированиелар һәм органдар ихтыяжын тәьмин итеү буйынса координация советы ағзаһы[12].


АҠШ, Европа берлеге, Бөйөк Британия, Швейцария, Австралия һәм Яңы Зеландия санкциялары исемлегендә.

2025 йылдың 4 июнендә Владимир Путин Александр Куренковҡа генерал-полковник званиеһын бирҙе[13].

Ғаиләһе

Александр Куренков 2019 йылда өйләнгән. Ҡатыны Елена Игоревна Мильская (1980) «Юғалған һәм зыян күргән балаларға ярҙам итеү милли үҙәге»нең попечителлек советы рәйесе, изге Бөйөк Василий фондының вице-президенты (генераль директоры).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2015);
• Суворов миҙалы;
• «Махсус заданиеларҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы (ФСО);
• «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы (ФСО);
• I, II һәм III дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалдары (ФСО);
• «Дәүләт именлеге органдарына 100 йыл» миҙалы (ФСО);
• «Рәсәй дәүләт һаҡ органдарына 125 йыл» миҙалы (ФСО);
• «ФСО-ла хеҙмәт иткән өсөн» күкрәк билдәһе;
• «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента Российской Федерации от 02.06.2022 № 336 «О присвоении воинского звания Куренкову А. В.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2022. Архивировано 2 июнь 2022 года.
  2. Энциклопедия ТАСС, 2024. Куренков Александр Вячеславович
  3. Путин предложил на пост главы МЧС экс-сотрудника ФСО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2022. Архивировано 23 май 2022 года.
  4. Появились подробности о возможном кандидате на пост главы МЧС России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2022. Архивировано 23 май 2022 года.
  5. В Госдуме уточнили биографию кандидата на пост главы МЧС Куренкова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2022. Архивировано 23 май 2022 года.
  6. РБК, 23 мая 2022. Путин предложил на пост главы МЧС экс-сотрудника ФСО
  7. Путин выбрал нового главу МЧС. О нем известно только, что он из спецслужб. bbc. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2022. Архивировано 24 май 2022 года.
  8. Песков: Путин хорошо знает предложенного на пост главы МЧС Александра Куренкова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2022. Архивировано 24 май 2022 года.
  9. Александр Куренков назначен главой МЧС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2022. Архивировано 25 май 2022 года.
  10. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  11. Указ Президента Российской Федерации от 30.05.2022 № 327 «О внесении изменения в состав Совета Безопасности Российской Федерации, утверждённый Указом Президента Российской Федерации от 25 мая 2012 г. № 715». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2022. Архивировано 4 июнь 2022 года.
  12. Указ Президента Российской Федерации от 21.10.2022 № 763 ∙ Официальное опубликование правовых актов. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025. Архивировано 21 июнь 2025 года.
  13. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; :0 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Тема буйынса өҫтәмә