Григоренко Дмитрий Юрьевич
Григоре́нко Дми́трий Ю́рьевич (14 июль 1978 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте аппараты етәксеһе (2020 йылдың 21 ғинуарынан)[1] (в. б. 2024 йылдың 7—13 майы)[2][3].
2013—2020 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Һалым хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары[4]. 2021 йылдың 19 июленән Үҙәк федераль округ кураторы[5]. Рәсәй Федерацияһының 2-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2017)[6].
Биографияһы
Григоренко Дмитрий Юрьевич 1978 йылдың 14 июлендә Төмән өлкәһенең Нижневартовск ҡалаһында тыуа. 2000 йылда Кубань дәүләт университетының Иҡтисад, хоҡуҡ һәм тәбиғи һөнәрҙәр институтында — «Юриспруденция», Кубань халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ һәм менеджмент институтында «Финанстар һәм кредит» һөнәрен ала.
2000 йылдың октябренән һалым органдарында эшләй. 2000—2003 йылдарҙа Краснодар ҡалаһы буйынса 4-се һалым инспекцияһында 1-се категориялы белгес була.
2003 йылда 2-се эре һалым түләүселәр буйынса төбәк-ара инспекцияның баш дәүләт һалым инспекторы итеп тәғәйенләнә. 2003—2004 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығының Килемгә һалым департаментының йыйылма-аналитика бүлеге баш дәүләт һалым инспекторы, 2004—2006 йылдарҙа — Федераль һалым хеҙмәтенең аналитика бүлеге, Килемгә һалым идаралығының коммерция ойошмаларына һалым һалыу һәм һалым иҫәбе бүлеге начальнигы урынбаҫары.
2006—2008 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәте коммерция ойошмаларының килем һалымын администрациялау һәм Килемгә һалымды администрациялау идаралығының һалым иҫәбе бүлеге етәксеһе.
2008—2012 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең килемгә һалым һәм махсус һалым режимы бүлеге начальнигы, Федераль һалым хеҙмәтенең Һалым һалыу идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2012—2013 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең һалым һалыу идаралығы начальнигы булып эшләй. 2013 йылдың авгусынан октябренә тиклем — Федераль һалым хеҙмәтенең ойошмаларға һалым һалыу идаралығы начальнигы. 2013 йылдың октябренән 2020 йылдың ғинуарына тиклем Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары була.
2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең урынбаҫары — хөкүмәт аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
2024 йылдың 11 майынан Михаил Мишустин Дәүләт Думаһына Хөкүмәттең яңы составын ҡарауға индерә, Григоренко кандидатураһын вице-премьер вазифаһына тәҡдим итә[7]. 13 майҙа Дәүләт Думаһы уны бал вазифаға раҫлай[8]. 14 майҙа Рәсәй Федерацияһы президенты тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуя[9]. Григоренко вице-премьер вазифаһында: һанлы үҫеш һәм элемтә, яһалма интеллект технологияларын индереү, «Һанлы иҡтисад» милли проектын әҙерләү, тормошҡа ашырыу һәм күҙәтеү өсөе яуап бирә[10].
2022 йылдың октябренән РФ Ҡораллы Көстәре, башҡа ғәскәрҙәр, хәрби формированиелар һәм органдар ихтыяждарын тәьмин итеү буйынса РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы координация советы рәйесе урынбаҫары. РФ Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советҡа инә, 2020 йылдың февраленән шулай уҡ уның президиум ағзаһы була. 2020 йылдың сентябренән ВЭБ.РФ һәм ВТБ банкы госкорпорацияларының күҙәтеүселәр советын, 2020 йылдың ғинуарынан закондар сығарыу буйынса хөкүмәт комиссияларын, 2020 йылдың мартынан бюджет сығымдары һөҙөмтәһен күтәреү һәм оптималләштереү һ.б. мәсьәләләр буйынса административ реформа үткәреү буйынса комиссияларын етәкләй[3].
Уға ҡарата Евросоюз, АҠШ, Канада, Бөйөк Британия, Швейцария, Австралия, Япония, Яңы Зеландия санкция ҡуллана.
Ғаиләһе
Өйләнгән, балаһы бар[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Путин назначил Григоренко главой аппарата правительства // РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2020. Архивировано 22 ғинуар 2020 года.
- ↑ Правительство России переходит в статус и.о. до назначения нового состава. TACC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2024.
- ↑ 1 2 Энциклопедия ТАСС, 2024. Григоренко, Дмитрий Юрьевич. Заместитель председателя правительства РФ — руководитель Аппарата правительства РФ
- ↑ Григоренко Дмитрий Юрьевич //SBO-Paper. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020. Архивировано 29 март 2020 года.
- ↑ Михаил Мишустин назначил вице-премьеров кураторами федеральных округов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2021. Архивировано 19 июль 2021 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 02.05.2017 N 194 «О присвоении классных чинов государственной гражданской службы Российской Федерации федеральным государственным гражданским служащим» // Кодификация РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020. Архивировано 29 март 2020 года.
- ↑ О чем говорит новая конфигурация российского правительства. РБК (11 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
- ↑ Госдума утвердила Григоренко на пост зампреда правительства. РИА Новости (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Михаил Мишустин утвердил распределение обязанностей между вице-премьерами. government.ru (17 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2024.
- ↑ Григоренко Дмитрий Юрьевич — официальная декларация