Фальков Валерий Николаевич
Фалько́в Вале́рий Никола́евич (18 октябрь 1978 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министры (21 ғинуар 2020 йыл; вазифа башҡарыусы — 7—13 май 2024). Ғалим-юрист.
2013—2020 йылдарҙа Төмән дәүләт университеты ректоры.
Биографияһы
Вале́рий Никола́евич Фалько́в 1978 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙың Төмән өлкәһендә тыуа. Ҡазан районының Новоселезнёвка урта мәктәбен тамамлай.
Юғары белемде Төмән дәүләт университетының юридик факультетында ала (2000). Уҡыуын аспирантурала дауам итеп, 2003 йылда аспирантураны алдан тамамлай һәм «Совершенствование правового регулирования предвыборной агитации в Российской Федерации» (фәнни етәксеһе — Г. Н. Чеботарёв) темаһына кандидатлыҡ диссертация яҡлай[2].
2003—2007 йылдарҙа Төмән дәүләт университетының конституцион һәм муниципаль хоҡуҡ кафедраһы мөдире урынбаҫары, 2007 йылда доцент ғилми исеме бирелә.
2007 йылдың мартынан ноябргәсә — Төмән дәүләт университеты Дәүләт һәм хоҡуҡ институтының уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары.
2007—2011 йылдарҙа — Төмән дәүләт университетының өҫтәмә белем һәм филиалдар буйынса, 2011 йылдан 2012 йылдың мартына тиклем — Төмән дәүләт университетының Хоҡуҡ, иҡтисад һәм идара итеү институты директоры.
2009—2011 йылдарҙа өлкәнең Йәш ғалимдар һәм белгестәр советы рәйесе итеп һайлана (2011 йылда Совет Рәсәйҙә иң һөҙөмтәлеләрҙән тип таныла).
2012 йылдың октябренән 2013 йылдың апреленә тиклем Төмән дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡара. 2013 йылдың 21 мартынан хеҙмәт коллективы конференцияһында ректор итеп һайлана. 2018 йылдың 17 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрлығының аттестация комиссияһы ҡарары буйынса ректор итеп тәғәйенләнә[3] һәм был вазифаны 2020 йылға тиклем биләй.
2015 йылдың 30 апрелендә Төмән өлкәһе вуздары ректорҙары советы рәйесе итеп һайлана. Рәсәй Федерацияһы вуздарының юридик белем биреү буйынса уҡыу-методик берләшмә президиумы ағзаһы.
Төмән дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлектә Төмән өлкәһе губернаторы заказы буйынса «Сколково» Мәскәү идара мәктәбе эшләгән «Төмән төбәге перспективалары: новые индустрии и кадрҙар потенциалы» тип аталған белем биреү программаһы кураторы була.
2020 йылдың 21 ғинуарынан Михаил Мишустин хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем министры итеп тәғәйенләнә.
2024 йылдың 14 майында Дәүләт Думаһы уны был вазифаға ҡабаттан раҫлай[4], шул уҡ көндө РФ Президенты тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуя[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Төмән төбәгендә һәләтле балаларҙы эҙләү һәм үҫтереүгә ярҙам итеү системаһын булдырыу маҡсатында уҡыусылар өсөн төбәк-ара «Менделеев» күп профилле олимпиада инициаторы һәм ойоштора (2011)..
2012 йылдың мартынан «Рәсәй юристары ассоциацияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, ассоциацияның Төмән ҡала бүлексәһе рәйесе.
2006 — 2013 йылдарҙа — Төмән өлкәһе һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә ағзаһы.
2013—2016 йылдарҙа — VI саҡырылыш Төмән ҡала Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ағзаһы, Төмән ҡала Думаһының ҡала төҙөлөшө һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса даими комиссияһы рәйесе. 2016 йылдың 18 сентябренән 2020 йылдың 21 ғинуарына тиклем 17-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Төмән өлкә думаһы депутаты.
2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү эш төркөмө ағзаһы була[6].
«Тобольск и вся Сибирь» альманахының редакция советы рәйесе.
Төмән өлкәһендә граждандарға хоҡуҡи белем бире буйынса «Открытая школа права» проекты инициаторы.
2014 йылдан РФ Президентының идара итеү кадрҙары резервында.
2015 йылдың июненән Төмән өлкәһенең кадрҙар ихтыяжы мониторингы һәм фаразлау буйынса эксперт советына инә.
2018 йылдың 25 декабренән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса совет составында[7].
2024 йылдың 27 декабренән Рәсәй Федерацияһы Президентының 1120-се «Тарихи мәғрифәт буйынса ведомство-ара комиссия мәсьәләләре» Указы менән комиссия президиумы составына индерелә[8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (2003)
- Төмән өлкәһе губернаторының Почёт грамотаһы (2008)
- Төмән өлкәһе губернаторының Рәхмәте (2008)
- Төмән өлкә думаһының почётлы күкрәк билдәһе (2009)
- Төмән өлкәһенең [9] юғары юридик премияһы лауреаты (2014)
- РФ Президентының Урал федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең Рәхмәте (2015)
- Төмән өлкәһенең Мәғариф һәм фән департаменты Рәхмәте (2015)
- Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесе Рәхмәте (2017).
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2024) [10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/4696/
- ↑ Просмотр документа — dlib.rsl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2020. Архивировано 25 февраль 2020 года.
- ↑ Приказ от 10 апреля 2018 г. № 12-07-03/50. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2020. Архивировано 13 ғинуар 2021 года.
- ↑ Госдума утвердила Фалькова министром науки и высшего образования. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Источник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2020. Архивировано 28 август 2020 года.
- ↑ См. Указ Президента Российской Федерации от 25.12.2018 № 748 «О внесении изменений в состав Совета при Президенте Российской Федерации по науке и образованию и в состав президиума этого Совета, утверждённые Указом Президента Российской Федерации от 16 ноября 2017 г. № 550» Архивная копия от 12 ғинуар 2021 на Wayback Machine
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27.12.2024 № 1120 ∙ Официальное опубликование правовых актов. publication.pravo.gov.ru (27 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2024.
- ↑ «Йыл юрисы — 2014»
- ↑ Фальков Валерий Николаевич
Һылтанмалар
- Страница на сайте Министерства науки и высшего образования Российской Федерации.