Чернышенко Дмитрий Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дмитрий Николаевич Чернышенко
Dmitry Chernyshenko official portrait (government.ru).jpg
Флаг
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары
Флаг
21 января 2020
(в. б. 7—13 мая 2024)
Хөкүмәт башлығы Михаил Мишустин
Андрей Белоусов (в. б.)
Михаил Мишустин
Президент Владимир Путин

Тыуған 20 сентябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (56 йәш)
Белеме
Наградалары
Сайт government.ru
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Чернышенко Дмитрий Николаевич (20 сентябрь 1968 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, 2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесенең һанлы иҡтисад һәм инновациялар, элемтә, киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт, туризм һәм спорт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары[1][2]. 2021 йылдың 19 июленән Волга буйы федераль округы кураторы[3].

20072014 йылдарҙа Сочи ҡалаһында 2014 йылда үткәрелгән XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарын һәм XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын Ойоштороу комитеты президенты. 2014 йылдың 28 ноябренән — континенталь хоккей лигаһы президенты, идара рәйесе. «Газпром-медиа Холдинг»-тың генераль директоры һәм идара рәйесе. Шулай уҡ 2018 йылдың 20 октябренән «ГПМ Развлекательное ТВ» субхолдингы менән етәкселек итә[4][5].

2019 йылда икенсе тапҡыр рәттән Variety500 — донъялағы иң йоғонтоло 500 медиа шәхәс исемлегенә инә. Был исемлек америка баҫмаһы Variety тарафынан төҙөлә[6].

Халыҡ-ара олимпия комитетының 119-сы сессияһын асыу тантанаһында. Путиндан һулда Фетисов В. А,, уңда Роднина И. К. һәм Чернышенко Д. Н..
Гватемала, 3 июль 2007 йыла
Дмитрий Чернышенко Алыҫ Көнсығышҡа эш сәфәре ваҡытында, 2021 йыл

Дмитрий Чернышенко 1968 йылдың 20 сентябрендә Һарытауҙа тыуған, Майкопта Һәм Сочиҙа үҫкән [5][7].

«Станкин» Мәскәү дәүләт технология университетын «автоматлаштырылған проектлау системаһы» (САПР) һөнәре буйынса тамамлап, инженер-система техник квалификацияһын алған. «Станкин» да уҡыған ваҡытта МММ реклама ролигы өсөн графика төшөрә, уның өсөн 1500 доллар күләмендә беренсе гонорар ала[8][5].

1989—1991 йылдарҙа Copris&M Co (Коприс-энд-м ко) телекоммуникация компанияһында программист булып эшләй.

1989 йылда университет курсташтары менән бергә Информатика Маркетинг Сервис (ИМС) компанияһын аса. 1991—1992 йылдарҙа компанияһының генераль директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.

1992 йылда Информатика Маркетинг Сервис компанияһы «СФТ-Реклама» реклама агентлығы итеп үҙгәртелгәндән һуң 1994 йылға тиклем реклама агентлығы директоры була.

1993 йылда Media Arts реклама агентлығын ойоштора, тиҙҙән ул Media Arts Group реклама холдингы итеп үҙгәртелә. 1994 йылда Ижади директор, 1996 йылда — Media Arts Group вице-президенты вазифаһын биләй[8].

1998—2002 йылдарҙа «ДТВ-МА» телевидение тапшырыуҙарын етештереү студияһының генераль директоры булып эшләй. Студия реклама роликтарын төшөрөү менән шөғөлләнгән D’Arсy TV («Д’Арси ТелеВижн») компанияһын Media Arts Group холдинг тарафынан һатып алыу һөҙөмтәһендә асыла. «ДТВ-МА» клиенттары иҫәбендә алдынғы халыҡ-ара брендтар һәм реклама агентлыҡтары була. Студия 30-ҙан ашыу Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр наградаларын яуалаған[9].

2002 йылда Media Arts Group-тың өлкән вице-президенты вазифаһында спорт маркетингы өлкәһендә эшләү өсөн холдинг эсендә ойошторолған Sportima компанияһын етәкләй[8].

2005 йылдың ноябрендә «Сочи-2014» заявка комитетының генераль директоры булараҡ Сочиҙа Олимпия Һәм Паралимпия уйындарын үткәреү хоҡуғын алыу компанияһын еткәләй[10].

2007 йылдан 2014 йылға тиклем Сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарын һәм һәм XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын Ойоштороу комитеты президенты була[11][5].

2007 йылдың 26 сентябренән Чернышенко — Рәсәй федерацияһы президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты, юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереү, 2014 йылда Сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарын һәм һәм XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын әҙерләү Һәм үткәреү буйынса совет президиумы ағзаһы[12]. 2007 йылдың 26 сентябренән 2008 йылдың 5 сентябренә тиклем совет секретары вазифаһын биләй[5].

2007 йылдың 12 ноябренән — «Олимпстрой» дәүләт компанияһының күҙәтеү советы рәйесе урынбаҫары[13].

2014 йылдың октябренән декабренә тиклем эшҡыуар Геннадий Тимченконың активтары менән идара итеүсе Volga Group инвестиция компанияһын етәкләй[14].

2014 йылдың 28 ноябренән континенталь хоккей лигаһы президенты һәм идара рәйесе[15].

2014 йылдың 23 декабренән Рәсәй хоккей Федерацияһы советы ағзаһы.

2015 йылдың 13 ғинуарынан «Газпром-Медиа Холдинг»-тың генераль директоры һәм идара рәйесе[16][5].

2016 йылдан — Милли реклама альянсы директорҙар советы рәйесе[17]. «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы[18].

2020 йылдың 21 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең һанлы иҡтисад һәм инновациялар, элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт, туризм һәм спорт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[19]. «Цифрлы иҡтисад», «Мәҙәниәт» милли программаларын, «Демография» милли проектының «Спорт — тормош рәүеше» федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы була. Шулай уҡ уның ҡарамағына киң мәғлүмәт саралары һәм инновацион эшмәкәрлек өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, элемтә өлкәһендә хаҡтарҙы (тарифтарҙы) дәүләт көйләү, IT һәм элемтә өлкәһендә дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ингән. Бынан тыш, айырыуса әһәмиәтле спорт сараларын үткәреү һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуаплы[1].

2024 йылдың 11 майында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһына тәҡдим ителә[17]. 13 майҙа Дәүләт Думаһы уны был вазифаға раҫлай[18]. 14 майҙа Рәсәй Федерцияһы президенты вазифаға тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуя[19][5].

Яңы вазифала дөйөм һәм урта һөнәри белем биреү, йәштәр сәйәсәте йүнәлештәренә яуаплы. Инновацион эшмәкәрлек, яһалма интеллект өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәргә ярҙам итеүҙе күҙәтеүен дауам итә. «Фән һәм университеттар», «Мәғариф», «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарын әҙерләү, тормошҡа ашырыу һәм контролдә тотоу менән шөғөлләнә.

Министрлыҡтар һәм ведомстволар эшмәкәрлеген координациялай:

  • Мәғариф һәм фән министрлығы;
  • Мәғариф министрлығы;
  • Спорт министрлығы;
  • Төҙөлөш министрлығы («Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты саралары);
  • Иҡтисади үҫеш министрлығы (Туризм өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу);
  • Цифрҙар министрлығы (Киң коммуникациялар һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу);
  • Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ;
  • Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре);
  • Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт[20].

2024 йылдың 23 сентябрендә «Интернет үҫеш Институты» коммерцияға ҡарамаған ойошманың күҙәтеү советында Рәсәй Федерацияһы вәкиле итеп тәғәйенләнә[21].

Ғаиләһе һәм мауығыуҙары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.

Тау саңғыһы һәм һуғыш сәнғәте менән мауыға[5].

Инглиз телен белә[22].

Украинала хәрби хәрәкәттәр башланғандан һуң Европа Берлеге, Бөйөк Британия, АҠШ, Швейцария, Яңы Зеландия санкциялары аҫтында.

Наградалары һәм ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены менән бүләкләү. 24 март 2014 йыл
дәүләт
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2014 йылдың 24 марты) — 2014 йылда Сочиҙа XXII Олимпия һәм XI Ҡышҡы паралимпия уйындарын әҙерләүҙе һәм үткәреүҙе ойоштороуға һәм Рәсәй йыйылма командаларының уңышлы сығыш яһауын тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[23].
  • Почёт ордены (2007 йылдың 6 авгусы) — 2014 йылда СОЧИ ҡалаһының XXII Ҡышҡы Олимпия һәм XI Паралимпия уйындарын үткәреү хоҡуғы заявкаһының еңеүен тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[24].
  • Дуҫлыҡ ордены (23 май 2019 йыл)[25].
  • Рәсәй федерацияһы президентының рәхмәт хаты (2018 йылдың 30 майы) — Рәсәй йәмғиәтенең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн'[26].
  • «Рәсәйҙең Спорт йондоҙҙары» милли премияһы лауреаты (2008 йыл)[27].
конфессиональ
  • II дәрәжә Изге благоверный Кенәз Александр Невский ордены (2021 йылдың 6 декабре) — благоверный кенәз Александр Невскийҙың тыуыуына 800 йыл тулыуҙы байрам итеү буйынса юбилей тантаналарын үткәреү буйынса ярҙам һәм хеҙмәттәргә иғтибар итеп[28].
  • II дәрәжә преподобный Сергий Радонежский ордены (28 август 2014 йыл) — Рус Православие сиркәүенә ярҙамына иғтибар итеп[29].
  • III дәрәжә преподобный Сергий Радонежский ордены (2006 йылдың 30 ғинуары)[30].
спорт
  • Олимпиаданың алтын ордены (2014 йыл)[31].
  1. Мишустин распределил обязанности между своими заместителями. РИА Новости (28 ғинуар 2020). Дата обращения: 29 ғинуар 2020. Архивировано 30 март 2020 года.
  2. Правительство России переходит в статус и.о. до назначения нового состава. TACC. Дата обращения: 7 май 2024.
  3. Михаил Мишустин назначил кураторов федеральных округов. Дата обращения: 19 июль 2021. Архивировано 19 июль 2021 года.
  4. «Газпром-медиа» сменил руководство развлекательного субхолдинга // Коммерсантъ. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 8 Энциклопедия ТАСС, 2024. Чернышенко, Дмитрий Николаевич. Заместитель председателя правительства РФ
  6. viapiuser. Dmitry Chernyshenko (ингл.). Variety (28 август 2018). Дата обращения: 9 сентябрь 2019. Архивировано 13 август 2019 года.
  7. Дмитрий Соколов. Как сбывались мечты главы «Газпром-Медиа» Дмитрия Чернышенко Собеседник № 37, 2015 год.
  8. 1 2 3 Ведомости. «Все знали, что я из Сочи», - Дмитрий Чернышенко, гендиректор оргкомитета зимних Олимпийских игр Сочи-2014. www.vedomosti.ru (25 октябрь 2007). Дата обращения: 9 сентябрь 2019.
  9. Визитка компании DTV-MA - Sostav.ru. www.sostav.ru. Дата обращения: 27 май 2019.
  10. Визитка компании DTV-MA - Sostav.ru. www.sostav.ru. Дата обращения: 27 май 2019.
  11. В России: Москва: Организационный комитет XXII Олимпийских зимних игр и XI Паралимпийских зимних игр 2014 года в г. Сочи (Москва) // ИА Спортком. sportcom.ru. Дата обращения: 9 сентябрь 2019.
  12. Указ Президента Российской Федерации от 05.09.2008 г. № 1311. Президент России. Дата обращения: 9 сентябрь 2019.
  13. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 12 ноября 2007 года № 1604-р // tgost.ru. Дата обращения: 7 июнь 2009. Архивировано из оригинала 23 февраль 2014 года.
  14. Кирилл Мельников, Анна Афанасьева. Геннадий Тимченко подтянул олимпийский резерв. Volga Group возглавил Дмитрий Чернышенко. Коммерсантъ (6 октябрь 2014).
  15. Совет Директоров КХЛ избрал Дмитрия Чернышенко новым Президентом лиги
  16. Дмитрий Чернышенко назначен на должность Председателя Правления ОАО «Газпром-Медиа Холдинг»
  17. О чем говорит новая конфигурация российского правительства. РБК (11 май 2024). Дата обращения: 13 май 2024.
  18. Госдума утвердила Чернышенко заместителем председателя правительства. РИА Новости (13 май 2023). Дата обращения: 13 май 2023.
  19. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Дата обращения: 14 май 2024.
  20. Михаил Мишустин утвердил распределение обязанностей между вице-премьерами. government.ru (17 май 2024). Дата обращения: 17 май 2024.
  21. Чернышенко назначили представителем РФ в набсовете Института развития интернета (23 сентябрь 2024). 23 сентябрь 2024 тикшерелгән.
  22. PwC Russia. Video from Sochi 2014 President Dmitry Chernyshenko (27 март 2012). Дата обращения: 27 май 2019.
  23. Награждённые государственными наградами Российской Федерации
  24. Фонд поддержки олимпийцев России. www.olympians.ru. Дата обращения: 9 сентябрь 2019.
  25. Алексей Прокин. Владимир Путин вручил государственные награды в Кремле. НТВ. Дата обращения: 9 сентябрь 2019.
  26. Распоряжение Президента Российской Федерации от 30 мая 2018 года № 131-рп «О поощрении»
  27. В Сочи прошло вручение премии «Спортивные звезды России». Газета.Ru. Дата обращения: 9 сентябрь 2019.
  28. В день памяти благоверного князя Александра Невского Предстоятель Русской Церкви совершил Литургию в Храме Христа Спасителя в Москве. Патриархия.ru (6 декабрь 2021). Дата обращения: 1 февраль 2022.
  29. В праздник Успения Божией Матери Предстоятель Русской церкви совершил Литургию в Успенском соборе Московского Кремля. Патриархия.ru (28 август 2014). Дата обращения: 1 февраль 2022.
  30. Биография Дмитрия Чернышенко (20.09.2023). 6 май 2024 тикшерелгән.
  31. IOC President says Thank You to Sochi, olympic.org (24 февраль 2014). 3 март 2014 тикшерелгән.