Чуйченко Константин Анатольевич
Чу́йченко Константи́н Анато́льевич (12 июль 1965 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының юстиция министры (2020 йылдың 21 ғинуарынан). Рәсәй Федерацияһының Именлек советы ағзаһы (2020 йылдың 3 февраленән)[2]. Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2020)[3].
Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы — Рәсәй Федерацияһы Президентының Контроль идаралығы начальнигы (2008—2018). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте аппараты етәксеһе (2018—2020)[4].
Биографияһы
Константин Анатольевич Чуйченко 1965 йылдың 12 июлендә Липецкиҙа тыуа.
1987 йылда Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай[5], Дмитрий Медведев менән бер төркөмдә уҡый.
1987—1989 йылдарҙа Ленинградтың Калинин районы прокуратураһында стажёр, тәфтишсе булып эшләй[5].
1989—1992 йылдарҙа дәүләт именлеге органдарында офицер вазифаларында эшләй.
1992—1994 йылдарҙа — «Интерюраудит де Фариа и Т» акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры[5]. Фирма тормошҡа ашырған проекттар Рәсәй территорияһына индерелгән немец инвестицияларына ҡағыла.
1994—2001 йылдарҙа — «Санкт-Петербург» Халыҡ-ара адвокаттар коллегияһы ағзаһы (Мәскәү бүлексәһенең беренсе юридик консультацияһы адвокаты)[5]. 2001—2008 йылдарҙа юридик департамент начальнигы булып эшләй, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы ағзаһы була. Газ буйынса Рәсәй-Украина һөйләшеүҙәрендә төп роль уйнай[5].
2004—2008 йылдарҙа — RosUkrEnergo AG-ның башҡарма директоры (Швейцарияның Цуг кантонында теркәлгән компанияның өс идарасы директорының береһе була).
2008—2018 йылдарҙа Рәсәй президенты ярҙамсыһы — РФ президентының Контроль идаралығы начальнигы була[5].
2018—2020 йылдарҙа — Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Д. А. Медведевтың урынбаҫары — РФ Хөкүмәте аппараты етәксеһе[5].
2019 йылдың 8 апрелендә премьер-министр Медведевтың ҡушыуы буйынса яңы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекс булдырыу буйынса эш төркөмөн етәкләй.
2020 йылдың 21 ғинуарынан — Михаил Мишустин хөкүмәтендә Рәәсй Федерацияһының юстиция министры[6][5].
2024 йылдың 14 майынан вазифаһынан ҡайтанан тәғәйенләнә[7].
2013 йылдан — «Центр „Амурский тигр“» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың күҙәтеүселәр советы рәйесе. 2019 йылдың 3 сентябренән — юлбарыҫ популяцияһын һаҡлау буйынса Халыҡ-ара форумды ойоштороу һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе[8].
Ғаиләһе
- Атаһы — Анатолий Константинович Чуйченко (1936), СССР-ҙың Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығы органдарында хеҙмәт итә, 1978—1983 йылдарҙа Ленинград өлкәһенең Всеволожск ҡалаһы прокуроры була, 1985 йылда Төньяҡ-Көнбайыш транспорт прокуратураһына күсрелә, унда 1996 йылға тиклем эшләй[4].
- Ҡатыны — Кристина Тихонова. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫә[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (3 август 2011)[10].
- Почёт ордены (23 март 2006)[11][5].
- Александр Невский ордены (21 март 2014)[5].
- II дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский ордены (2 апрель 2024)[12].
Класлы чины
- Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге дәүләт юстиция советнигы (9 август 2020).
- Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (15 август 2008).
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/372/
- ↑ Указ «О внесении изменений в состав Совета Безопасности Российской Федерации, утвержденный Указом Президента Российской Федерации от 25 мая 2012 г. № 715».
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 09.08.2020 № 501 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2020.
- ↑ 1 2 [https://tass.ru/encyclopedia/person/chuychenko-konstantin-anatolevich Энциклопедия ТАСС, 2024. Чуйченко, Константин Анатольевич Министр юстиции РФ]
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Чуйченко Константин Анатольевич. Министерство юстиции РФ.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21.01.2020 № 35 «О Министре юстиции Российской Федерации»
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 03.09.2019 № 412 «О проведении Международного форума по сохранению популяции тигра»
- ↑ Биография нового министра юстиции Константина Чуйченко. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2020.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 03.08.2011 г. № 1043. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2023.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 23.03.2006 г. № 234. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2023.
- ↑ Состоялась встреча Святейшего Патриарха Кирилла с министром юстиции РФ К.А. Чуйченко. patriarchia.ru (2 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2024.