Цивилёв Сергей Евгеньевич
Цивилёв Сергей Евгеньевич (21 сентябрь 1961 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, эшҡыуар, хәрби флот офицеры. 2024 йылдың 14 майынан Рәсәй Федерацияһының энергетика министры[2]. 2018 йылдың 1 апреленән 17 сентябренә тиклем Кемерово өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 2018 йылдың 17 сентябренән 2024 йылдың 13 майына тиклем Кемерово өлкәһе губернаторы. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[3].
Биографияһы
Сергей Цивилев 1961 йылдың 21 сентябрендә Сталин өлкәһенең Жданов ҡалаһында тыуған. Сергей тыуғандан һуң Цивилевтар ғаиләһе Архангельск өлкәһенең Котлас ҡалаһында йәшәй, 10 йылдан Һуң 1971 йылда Харьков өлкәһенең Чугуев ҡалаһына күсенә. Атаһы, Евгений Семенович, мебель фабрикаһы директорының производство буйынса урынбаҫар, әсәһе Дина Васильевна магазин мөдире булып эшләй[4].
Белеме
1983 йылда Севастополдә П. С. Нахимов исемендәге Ҡара диңгеҙ Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын «Корабль ҡоралдары» һөнәре буйынса тамамлай, квалификацияһы — юғары хәрби-махсус белемле офицер, инженер-электромеханик.
1999 йылда Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университетын «Финанс һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлай, квалификацияһы — иҡтисадсы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1983 йылдан 1994 йылға тиклем Цивилев Төньяҡ флотта СССР һәм Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтә, өсөнсө ранглы капитан хәрби званиеһына эйә.
1995—1996 йылдарҙа Аэрофлот банкының Санкт-Петербург филиалында хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе.
1997—2012 йылдарҙа Санкт-Петербургта «Нортэк» юридик компанияһын етәкләй.
2010 йылдан тау-байыҡтырыу өлкәһендә инвестициялар менән шөғөлләнә.
2012—2013 йылдарҙа — «Колмар» яуаплығы сикләнгән йәмғиәттең директорҙар советы рәйесе урынбаҫары. Бер үк ваҡытта 2018 йылдың 2 мартына тиклем ҡатыны Анна менән берлектә Швейцарияның «Kolmar Sales and Logistics» компанияһы етәксеһе була[5].
2014 йылдан — «Колмар» компанияһының генераль директоры һәм уның акцияларының 70 % хужаһы (Ҡалған 30 % акциялар Volga Group аша эшҡыуар Геннадий Тимченконыҡы[6]).
2018 йылдың 2 мартынан — Кемерово өлкәһе губернаторының сәнәғәт, транспорт һәм ҡулланыусылар баҙары буйынса урынбаҫары[7].
Кемерово өлкәһе губернаторы
2018 йылдың 1 апрелендә Рәсәй Президенты тарафынан Кемерово өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[8].
2018 йылдың 9 сентябрендә 5 йылға Кемерово өлкәһе губернаторы итеп һайлана[9].
2018 йылдың 8 декабрендә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының XVIII съезы ҡарары нигеҙендә партияның Юғары советы составына индерелә[3].
2019 йыл һуңында Кемерово өлкәһе хакимиәте коллегияһы Кемерово өлкәһе хөкүмәте итеп үҙгәртелә. Губернатор бер үк ваҡытта хөкүмәт рәйесе итеп тәғәйеләнә.
2020 йылдың 21 декабренән — Рәсәй Федерацияһы дәүләт Советы президиумы ағзаһы[[10].
2021 йылдан Кемерово өлкәһе хөкүмәте рәйесе вәкәлттәре губернаторҙың беренсе урынбаҫарына тапшырыла.
2023 йылдың мартында президент Путин Цивилев менән осраша, уның докладын ҡабул итә, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Президент Цивилевтың яңы губернаторлыҡ срогына дәғүә итеү теләген хуплай[11].
2023 йылдың 10 сентябрендә Цивилев 85,24 % тауыш йыйып, губернатор вазифаһында икенсе срокка һайлана[12].
Рәсәй Федерацияһының энергетика министры
2024 йылдың 14 майында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы Сергей Цивилевты Рәсәйҙең энергетика министры вазифаһына раҫлай[13], шул уҡ көндө Рәсәй Федерацияһы президенты Путин уны министр итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуя[14].
Санкциялар
Ғаиләһе
Ағаһы Валерий Цивилев, «Колмар групп» генераль директоры.
Ҡатыны — Цивилева Анна Евгеньевна, 2024 йылдың 17 июненән РФ оборона министры урынбаҫары[17].
Балалары — улдары Антон һәм Никита.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://tass.ru/info/17433633
- ↑ Госдума утвердила Цивилева министром энергетики. РИА "Новости" (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ 1 2 Ротация в составе Высшего Совета «Единой России» составила 16%. er.ru (8 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2018.
- ↑ Сергей Цивилев: Родственники погибших мечтают восстановить свои семьи. И я сделаю все, что только могу, чтобы помочь им залечить раны. Новости Новокузнецка сегодня, новости дня, последние новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2018.
- ↑ KSL AG (нем.). Moneyhouse. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2018.
- ↑ Gunvor: Доля Тимченко в компании была продана 19 марта 2014 года. // top.rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2018. Архивировано из оригинала 19 июнь 2015 года.
- ↑ Пресс-центр | Администрация Кемеровской области
- ↑ ВРИО губернатора Кемеровской области назначен Сергей Цивилёв
- ↑ Победивший на выборах губернатора Кузбасса Цивилев вступил в должность
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 21.12.2020 № 310-рп ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2020.
- ↑ Первый канал, 23 марта 2023. Владимир Путин провел встречу с губернатором Кемеровской области Сергеем Цивилевым
- ↑ Предварительные итоги голосования на выборах высших должностных лиц субъектов Российской Федерации (23-09-11).
- ↑ Госдума утвердила Цивилева министром энергетики. РИА Новости (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
- ↑ CONSOLIDATED LIST OF FINANCIAL SANCTIONS TARGETS IN THE UK. ofsistorage.blob.core.windows.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2022.
- ↑ The United States Takes Sweeping Actions on the One Year Anniversary of Russia’s War Against Ukraine. United States Department of State (24 февраль 2023).
- ↑ РБК, 17 июня 2024. Путин назначил жену министра энергетики замминистра обороны. Путин назначил жену министра энергетики Анну Цивилеву замминистра обороны