14 май
14 май — рәсми календарь буйынса йылдың 134-се (кәбисә йылында 135) көнө. Йыл аҙағына тиклем 231 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Объекттар менән идара итеү көнө (майҙың икенсе шаршамбыһы).
- Вазелиндың тыуған көнө.
АҠШ: Яғымлылыҡ көнө.
- Поезд көнө.
Беларусь: Дәүләт флагы һәм гербы көнө.
Бөйөк Британия: Балаларҙы яҡлау көнө.
Израиль: Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул итеү көнө.
Либерия: Интеграция көнө.
Парагвай: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Румыния: Атайҙар көнө.
Филиппин: Конституция көнө.
Ер: Фрилансерҙар көнө.
Чили: Инженерҙар көнө.
- 1835 йыл: Александр Сергеевич Пушкиндың «Сказка о рыбаке и рыбке» әкиәте баҫылып сыға.
- 1863 йыл: Император Александр II «Башҡорттар тураһында положение» раҫлай.
тулы исемлек
- 1878 йыл: АҠШ-та «вазелин» атамаһына сауҙа маркаһы патенты алына. Был матдәне 1872 йылдың 4 июнендә сығышы менән Британиянан булған химик Роберт Август Чезбро уйлап сығарған була.
- 1900 йыл: Парижда II Йәйге Олимпия уйындары асыла, уларҙа тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Британия спортсыһы Шарлотта Купер беренсе чемпион була.
- 1919 йыл: Башревком тарафынан Башҡортостан АССР-ының сәйәси һәм хужалыҡ тормошо менән идара итеү өсөн Уполномоченныйҙар советы ойошторола.
- 1946 йыл: Өфөлә һәм республика райондарында ат спорты бәйгеләре (һабантуйҙар) уҙғарыу тураһында ҡарар сыға.
- 1955 йыл: Варшава ҡалаһында Советтар Союзы, Албания, Болгария, Венгрия, ГДР, Польша, Румыния һәм Чехословакия «Дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында» килешеү төҙөй, артабан ул «Варшава Килешеүе» исемен ала.
- 1999 йыл: Ишембайҙа Рәсәй Федерацияһында тәүге профессиональ шашка клубы — «Нефтяник» ойошторола.
- 2010 йыл: Берлинда Сит ил һәм Европа Берлеге илдәре башҡорттарының ҡоролтайы уҙғарыла, унда 90-дан ашыу делегат ҡатнаша.
- 2012 йыл: Өфө районында гидроэнергетик ҡоролмаларын етештереү буйынса «РусГидроАльстом» заводы төҙөлә башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнекәйев Рифмир Ғәли улы (1930—09.1990), педагог, мәғариф һәм комсомол органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1952 йылдан Туймазы районы Собханғол һәм Туймазы ҡалаһының 8-се урта мәктәптәре уҡытыусыһы, 1957 йылдан — ВЛКСМ-дың Туймазы район комитеты секретары, 1959 йылдан — Туймазы ҡалаһының 5-се урта мәктәбе директоры, 1967 йылдан — ҡала мәғариф бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герасименко Сергей Андреевич (1906—17.08.1999), инженер. 1953—1981 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһенең генераль директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Ике Ленин (1966, 1976), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһе Злынка районы Гута-Муравинка ауыләәәәәәәәәәынан.
- Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы (1926—15.04.2020), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1963—1983 йылдарҙа айырыуса мөһим объекттарҙы һаҡлаусы часть командиры урынбаҫары һәм командиры, эске хеҙмәт полковнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Таймый ауылынан.
тулы исемлек
- Уразаев Мәхмүт Һибәт улы (ижади псевдонимы Мәхмүт Һибәт; 1936), журналист, шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1960—1986 йылдарҙа республиканың төрлө матбуғат баҫмалары, радио һәм телевидение буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре.
- Ғаянов Зөфәр Ғаян улы (1941—7.03.2015), рәссам, йәмәғәтсе. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1981—1987 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, 1997—2013 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001—2004 йылдарҙа Башҡортостан Рәссамдар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) рәссамы.
- Головлева Тамара Николаевна (1951), малсы. Көйөргәҙе районы «Ҡыҙыл шар» совхозының элекке һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сыртланов Хафиз Вәли улы (1902—2.01.1984), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
- Смирнов Николай Александрович (1932—13.05.2017), һөнәри-техник белем биреү педагогы. 1955 йылдан Салауаттағы 27-се ҡала һөнәри-техник училище мастеры һәм өлкән мастеры, 1957 йылдан — директор урынбаҫары, 1964—1983 йылдарҙа — директоры. РСФСР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1969). Сығышы менән Дзержинск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Изотова Татьяна Алексеевна (1947), төҙөүсе, йәмәғәтсе. «Башнефтезаводстрой» проект-төҙөлөш берекмәһенең 1-се төҙөлөш-монтаж комплексының элекке буяусылар бригадиры. Башҡорт АССР-ы 12-се саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Путенихин Фёдор Иванович (1952), табип-хирург. 1979—2015 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» берекмәһе медсанчасы табибы, шул иҫәптән 1981 йылдан хирургия бүлеге мөдире, 1997 йылдан — баш табип, 2010 йылдан – баш табип урынбаҫары; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мырҙабаев Фәтих Вәлиәхмәт улы (1923—27.11.1995), совет, партия һәм профсоюз органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943 йылдан хәҙерге Хәйбулла районы учреждениеларының яуаплы хеҙмәткәре, 1950 йылдан Һарыҡҡул МТС-ының директор урынбаҫары, партбюро секретары; 1954 йылдан Сталин исемендәге колхоз рәйесе; 1957 йылдан «Матрай» совхозының бүлексә идарасыһы, 1966—1978 йылдарҙа төҙөлөш буйынса мастер һәм эшселәр комитеты рәйесе. Ленин (1956) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984). Сығышы менән ошо райондың 1-се Мырҙа ауылынан.
- Мәүлетбай Ғәйнетдинов (1938—6.06.2014), эстрада йырсыһы. 1971 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы, шул иҫәптән 1981—2002 йылдарҙа «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).
тулы исемлек
- Сафронов Леонид Павлович (1938), инженер, төҙөлөш тармағы, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. РСФСР Юғары Советы (1990—1993) һәм Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Чертова Кәмилә Йосоп ҡыҙы (1938), йырсы, йәмәғәтсе. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке вокалсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1981). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан, блокадала булыусы. Йырсы Наталья Дмитриеваның әсәһе.
- Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы (1958—14.11.2009), ғалим-педагог, спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 1985—1992 йылдарҙа СССР профсоюздары ДСО-һы йыйылма командаһының өлкән тренеры. 2003 йылдан Бөтә донъя билбау көрәше федерацияһы президенты. Педагогия фәндәре кандидаты (2002). Донъя (1983) һәм СССР (1984) Кубоктарын яулаусы. Грек-рим көрәше буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1991) һәм СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2009). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2002). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Тәжетдинов Нур Азамат улы (1963), төҙөүсе. 2003 йылдан Сибай ҡалаһындағы «Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006). Сибайҙың почётлы гражданы (2015) һәм ҡаланың Рамазан Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Урманов Рифат Нур улы (1924―19.10.2006), электрик-инженер-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959 йылдан Урал тимер юл транспорты инженерҙары институты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, проректоры, 1974—1987 йылдарҙа — ректоры. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1975). РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1984). 1-се (1985) һәм ике 2-се (1943, 1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандра ауылынан.
- Йәнекәйев Рәүил Хәсән улы (1934), төҙөүсе-инженер. «Востокнефтезаводмонтаж» төҙөлөш ойошмаһының элекке технологы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1996).
тулы исемлек
- Бикбулатова Гөлнара Фәрит ҡыҙы (1964), юрист, йәмәғәтсе. 2007—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1815 йыл: Александр Барятинский, Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал-фельдмаршал, генерал-адъютант.
- 1875 йыл: Хосе Сантос Чокано, Перу дипломаты, модернист-шағир.
тулы исемлек
- 1885 йыл: Отто Клемперер, Германия дирижёры, композитор.
- 1900 йыл: Марио Соффичи, Аргентина кинорежиссёры, сығышы менән Италиянан.
- 1905 йыл: Ари Штернфельд, СССР ғалимы, хәҙерге заман космонавтикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1905 йыл: Николай Тихонов, дәүләт эшмәкәре, 1980—1985 йылдарҙа СССР Министрҙар Советы Рәйесе.
- 1930 йыл: Ген Шангин-Березовский, бард, йырҙар авторы һәм уларҙы башҡарыусы.
- 1945 йыл: Владислав Ардзинба, СССР-ҙың һәм Абхазияның дәүләт эшмәкәре, шәрҡиәтсе-ғалим, 1994—2005 йылдарҙа Абхазия президенты.
- 1965 йыл: Сергей Лемох, СССР һәм Рәсәй музыканты, «Кар-Мэн» төркөмө етәксеһе.
- 1970 йыл: Ярослав Бойко, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1975 йыл: Святослав Вакарчук, Украина музыканты, «Океан Ельзи» төркөмө етәксеһе.