Штернфельд Ари Абрамович
Ари Абрамович Штернфельд (14 май 1905, Серадз, Калиш губернаһы, Рәсәй империяһы — 5 июль 1980, Мәскәү, СССР) — ғалим, хәҙерге космонавтика пионерҙарының береһе.
Күп кенә йыһан осоштары траекторияһын иҫәпләп сығара һәм теоретик яҡтан тикшерә, энергетик яҡтан оптималь булғандарын билдәләй. Яғыулыҡты байтаҡ экономияларға мөмкинлек биргән был траекториялар «Штернфельд» траекториялары тип атала[1]. Йыһан тиҙлеге төшөнсәһен индерә һәм уларҙың башланғыс ҡиммәттәрен иҫәпләп сығара. «Космик навигация миҙгелдәре» проблемаһын формалаштыра. «Космонавтика», «беренсе космик тиҙлек», «космодром» терминдары уның «Космонавтикаға инеш һүҙ» (1934; рус телендә — Мәскәү, 1937) тигән китабына индерелә. Ул беренсе булып йондоҙ-ара осоштарҙы анализлауҙа сағыштырмалыҡ теорияһын ҡуллана, траектория иҫәпләүҙәренең теүәллеген яҡшырта, шулай уҡ йондоҙҙарға барып етеү мөмкин булыуын иҫбатлай.
Күп һанлы китаптар һәм мәҡәләләр авторы. Уның фәнни һәм фәнни-популяр хеҙмәттәре бөтә биш ҡитғаның 39 илендә 40 телдә баҫылып сыға. Уның Францияла йыһан дәүере башланғанға тиклем үк иҫәпләгән орбиталары буйынса Ерҙең тәүге яһалма юлдаштары оса. Буласаҡ космонавтар уның китаптарынан уҡый.
Уның тормошо һәм ғилми хеҙмәттәре бер кешенең яҙмышында рух һәм интеллект юғарылығын сағылдырыу өлгөһө булып тора. Ул сығышы буйынса — йәһүд, тыуған урыны һәм үҫмер йылдары буйынса — поляк, мәҙәниәте һәм белеме буйынса — француз һәм, ниһайәт, ғилми идеялары буйынса — СССР гражданы, ул, асылда, үҙенең ғүмерен сәйәхәттәр әҙерләүгә арнаған Ғаләм гражданы[2].
Биографияһы
Шәжәрәһе. Бала сағы. Гимназия.
Ари Абрамович Штернфельд 1905 йылдың 14 майында Польшаның боронғо Серадз ҡалаһында (Лодздан алыҫ түгел) сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Шәжәрә китабына ярашлы, атаһы яғынан Ари Абрамовичтың алыҫ ата-бабаһы күренекле йәһүд философы, астроном һәм табип Моше Маймонидес була (1135—1204). Ари бала саҡтан уҡ иҫ киткес хәтерле, бай фантазиялы һәм үткер фекерләү һәләте менән айырылып тора.
Айға барыу идеяһы Арила бала сағында уҡ, атаһы менән һәр ай башында күтәрелгән Айға ҡарап, доға ҡылғанда барлыҡҡа килә. Ул үҙенең бөтә ғүмерен йыһанға осоу фантазиянан ысынбарлыҡҡа әйләнгән көндө яҡынайтыу хыялын тормошҡа ашырыуға бағышлай.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, ғаилә Лодзға күсә. Бында Ари йәһүд гуманитар гимназияһында уҡый, тамамлағанда йәһүдте тарихын өйрәнеү һәм дөйөм фәндәр буйынса аттестат ала. Йыһанға осоу тураһындағы тәүге идеялары гимназияның юғары синыфында барлыҡҡа килә — ракетаның яғыулыҡ запасы тураһында уйлана. Һуңыраҡ ул уйлап сығарған һәм артабан үҫтергән башҡа фекерҙәре лә була, мәҫәлән, юғары һиҙгерлекле борт термометры ярҙамында ракетаның Ҡояшҡа тиклем алыҫлығын билдәләү мөмкинлеге тураһында. 17 йәшендә Ари немец телендә Альберт Эйнштейндың «О специальной и общей теории относительности» монографияһын уҡый. Күп нәмә аңлашылмағас, Ари бөйөк физикҡа хат яҙа һәм тиҙҙән Эйнштейндың яуабын ала.
Студент йылдары. Краков, Нанси.
Урта мәктәпте тамамлағас, Ари Краков ҡалаһындағы Ягеллон университетының философия факультетына уҡырға инә. Әммә беренсе курсты тамамлағандан һуң, 1924 йылдың яҙында Ари, тәбиғи фәндәрҙе генә түгел, үҙен ҡыҙыҡһындырған техник фәндәрҙе лә өйрәнеү маҡсатында, Францияға китә. Ул Нанси ҡалаһындағы Нанси университеты составына ингән электротехника һәм ғәмәли механика институтына уҡырға инә. Беренсе уҡыу йылы Ари өсөн ауыр һынау була. Йәшәргә аҡса эшләргә һәм ярлы ата-әсәһенә ярҙам итергә кәрәк. Уҡыуға тиклем бер нисә ай буйына, иртәнән кискә тиклем йөк ташыусы булып эшләгәндә, ул француз телен өйрәнә алмай, сөнки уның тирәһендәге бөтә эшселәр тиерлек сит ил кешеләре була һәм үҙ-ара туған телдәрендә һөйләшә. Дәрестәр башланған ваҡытҡа Ари француз телен белмәй тиерлек һәм профессорҙарҙың лекцияларын ул тулыһынса аңлап етмәй. Йылытылмаған бүлмәлә йәшәй, насар туҡлана. Йыйған аҡсаһы етмәһә, Ари иртәнге сәғәттәрҙә газ иҫәпләгес инспекторы булып эшләй. Көндәлек ауыр хеҙмәткә ҡарамаҫтан, ул шат күңелле, аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан була, яҡшы уҡый һәм икенсе курсҡа күсерелә.
Уҡыу ваҡытында Ари бер ҡасан да йыһанға осоу идеяһынан баш тартмай. Өс йыл тырышып һәм тынғыһыҙ уҡып, Штернфельд инженер-механик дипломына эйә ла, 30-ҙан ашыу сығарылыш уҡыусыһы араһында 2-се урынды ала.
Париж. Сорбонна
Инженер-механик дипломын алғас, Штернфельд Парижға ҡайта. Ул төрлө сәнәғәт предприятиеларында технолог, конструктор, консультант булып уңышлы эшләй. Үҙенсәлекле ҡарарҙар табып, ҡорамалдар эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре уйлап табыу тип таныла (патент 353.059, Бельгия, 1928 йыл; патент 364.907, Бельгия, 1929 йыл). Ҡалған ваҡытын яратҡан шөғөлөнә бағышлай, йыһанға осоу мөмкинлектәрен комплекслы өйрәнеү маҡсатында, Ари тулы ваҡытлы булмаған эшкә урынлашырға тырыша.
1928 йылда, йыһан осоштары проблемалары тураһында диссертация өҫтөндә эшләү өсөн, Штернфельд Сорбоннала докторантураға уҡырға инә. Диссертацияһы өсөн материалдар әҙерләгәндә Париждағы Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтына донъяла был проблемаларҙың ҡайҙа өйрәнелеүе тураһында хәбәр итеүен һорап мөрәжәғәт итә һәм «бер ҡайҙа ла юҡ» тигән яуап ала. Ул күп ваҡытын Францияның Милли китапханаһында үткәрә. Ракета эшенең тарихы һәм техникаһы буйынса материалдар йыя, ракеталар теорияһын, уның осоу механикаһы мәсьәләләрен өйрәнә, йыһан аппараттарының траекторияһын иҫәпләй.
Әммә, 1931 йылдың йәйендә, Штернфельд бик күп иҫәпләүҙәр башҡарғас һәм диссертацияһын тамамлау өсөн етерлек материал йыйғас, уның ғилми етәкселәре ысынбарлыҡтан алыҫ булған тикшеренеүҙәр тематикаһы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала алмауын белдерә. Улар диссертация темаһын үҙгәртергә тәҡдим итәләр, стипендияны арттырырға вәғәҙә бирәләр. Әммә бер нәмә лә Штернфельдты йәшлек хыялынан баш тартырға мәжбүр итә алмай. Ул үҙ яуаплылығы аҫтында тикшеренеүҙәрен дауам итергә ҡарар итә.
Был ҡарарҙа уға буласаҡ ҡатыны Густава Эрлих теләктәшлек белдерә. Густава, Ари кеүек үк, шул уҡ 1924 йылда Лодзиҙан килә. Ул эшлекле һәм ҡыҙыҡһыныусан кеше була. Франция коммунистар партияһының Польша бүлексәһе секретары итеп һайлана, шулай уҡ, эсперанто халыҡ-ара тел булараҡ халыҡтарҙы яҡынайтырға ярҙам итер, тип иҫәпләп, эсперанто хәрәкәтендә ҡатнаша. Сорбоннаны ике диплом менән тамамлай: үҫеш мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәсеһе һәм сит ил кешеләре өсөн француз теле уҡытыусыһы. Ул Ари идеяларының тормошҡа ашырылыуына ышана һәм уның алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы була. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ул Ариҙың фәнни һәм фәнни-популяр эштәренең мөхәррире була, француз, рус, поляк, немец һәм идиш телдәрендә эшлекле хат алышыуҙар алып барырға ярҙам итә. Густава 1962 йылда Мәскәүҙә вафат була.
Циолковский менән хат алышыуы
Диссертация өҫтөндә эшләгәндә Штернфельд Циолковскийҙың ижады тураһында 1929 йылда немец «Die Raket» фәнни журналынан белеп ҡала. Ул йылдарҙа Штернфельд рус телен белмәй, нәҡ Циолковскийҙың әҫәрҙәре уға рус телен өйрәнеүгә этәргес бирә. Циолковскийҙың әҫәрҙәрен Парижда алыу мөмкин булмай. Париж китапханаларының береһенең дә каталогтарында булмағандар.
1930 йылдың 11 июнендә Штернфельд Циолковскийға үҙенең ҡайһы бер эштәрен ебәреүен һорап хат яҙа. Шул ваҡыттан алып улар араһында дуҫтарса хатлашыу Константин Эдуардовичтың вафатына тиклем дауам итә. Артабанғы йылдарҙа Штернфельд үҙенең баҫмаларында һәм сығыштарында Циолковскийҙы йыш телгә ала[3].
1934 йылдың 4 июлендәге хатының фрагменты Боровск ҡалаһына ингән ерҙәге фрескала тора[4].
«Космонавтикаға инеш» монография өҫтөндә эше . Польша, Лодзь, Варшава
Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләрен иҫәпләүҙе дауам итеүгә һәм рәсмиләштереүгә иғтибарҙы туплау өсөн, Штернфельд 1932 йылдың авгусында Лодзға ата-әсәһенә янына ҡайта. Ауыр шарттарҙа, бәләкәй генә ярым ҡараңғы бүлмәлә эшләргә тура килә. Әгәр Парижда Штернфельд иҫәпләүҙәр өсөн электр иҫәпләү машинаһын ҡулланһа, Лодзиҙа ул ҡалала берҙән-бер ете һанлы логарифмдар таблицаһын ауырлыҡ менән таба, ә арифмометрҙы эш көндәрендә завод контораһынан таныш бухгалтер алып сығып биреп тора. Шуға ҡарамаҫтан, йыл ярымдан һуң монография тамамлана.
Монография француз телендә яҙылған һәм Intiction à la Cosmonautique («Космонавтикаға инеш») тип аталған. «Космонавтика» термины ул ваҡытта рус телендә лә, француз телендә лә ҡулланылмай. Ари Штернфельд уны ул ваҡытта ҡулланылған «аэронавтика» һәм «йондоҙға сәйәхәт» терминдарына ҡарағанда теүәлерәк тип һанай. Монографияла космосты яулау менән бәйле проблемалар йыйылмаһы һүрәтләнә. Күп кенә мәсьәләләр унда тәүге тапҡыр эшләнә[5]. Штернфельд монографияла яҙылған төп идеялар тураһында 1933 йылдың 6 декабрендә Варшава университетында һөйләй. Доклад бик һалҡын ҡабул ителә. Йыһанға осоу уйҙырма кеүек тойола. Штернфельдтың үҙенең монографияһы өсөн нәшриәтсе табырға тырышыуы уңышһыҙ тамамлана. Польшала йыһанға осоу проблемалары өҫтөндә эшләү тураһында уйларға ла кәрәкмәй ине.
Франция. Париж. Француз Фәндәр академияһында докладтары
Парижға ҡайта. Француз ғалимдарын йыһанға осоу проблемалары менән ҡыҙыҡһындырырға тырышып, Штернфельд Нобель премияһы лауреаты академик Жан Перрин ойошторған фәнни кесаҙналарҙа ҡатнаша. Кесаҙна унда йәш ғалимдар йыйыла. Был әңгәмәләрҙә шулай уҡ Фредерик һәм Ирен Жолио-Кюри ҡатнаша[6].
Штернфельдҡа француз ғалимдарын үҙ концепцияларының дөрөҫлөгөнә инандырыу өсөн күп көс һалырға тура килә. 1934 йылдың 22 ғинуарында (беренсе космонавт Юрий Гагарин тыуған йылда) Француз Фәндәр академияһында тарихында беренсе тапҡыр йыһан тематикаһы тикшерелә.
1934 йылдың 2 майында бер нисә йыл элек уға диссертация яҡлауҙан баш тартҡан Сорбоннаның «Декарт» аудиторияһында Штернфельд «Астронавтикаға ҡайһы бер яңы ҡараштар» темаһына лекция уҡый. Ул күп һанлы ыңғай баһа ала, шул иҫәптән Герман Оберт һәм Вальтер Гомандан.
1934 йылдың 6 июнендә 1927 йылда француз ғалимы, француз сәнәғәтсеһе А. Хирш менән бергә авиация һәм космонавтика пионерҙарының береһе Роберт Хайно-Пельтри тарафынан булдырылған Халыҡ-ара астронавтика премияһына лайыҡ була.
Хәҙер Штернфельдтың эштәре рәсми танылыу ала, етди һәм мауыҡтырғыс ғилми эш тәҡдимдәре барлыҡҡа килә. Әммә Штернфельд бөтөнләй икенсе ҡарар ҡабул итә. Ғәҙел йәмғиәт төҙөү, социализм һәм интернационализм идеялары менән мауыҡҡан ҡатыны менән бергә Советтар Союзына китергә ҡарар итә. СССР-ҙы ул донъя цивилизацияһын ҡотҡара һәм кешелектең йондоҙҙарға осоу хыялын тормошҡа ашыра алған ил итеп күҙ алдына килтерә.
СССР
СССР-ға күсенеү
1932 йылда уҡ Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса Штернфельд үҙенең робот-андроид проектын рәсмиләштереү өсөн Мәскәүгә килә.
Бер йылдан һуң, 1935 йылдың июнендә, үҙенең бөтә фәнни һәм шәхси архивын тиерлек ата-әсәһендә ҡалдырып, ул ҡатыны менән Советтар Союзына даими йәшәргә килә. Ари Абрамовичтың һәм уның ҡатыны Густаваның ата-әсәһе немец концлагерҙарында һәләк була. Штернфельтың бөтә архивы юҡҡа сыға.
РНИИ
1935 йылдың июль башында, совет гражданлығы булмаһа ла, Штернфельд Реактив ғилми-тикшеренеү институтына (РНИИ) алына. Штернфельд эшкә алынған ваҡыттағы өлкән инженер вазифаһы ул ваҡыттағы юғары инженер квалификацияһына тап килә, космос техникаһының буласаҡ баш конструкторы С. П. Королевтың да шундай уҡ вазифала була. Унда шулай уҡ йәш, талантлы инженерҙар һәм ғалимдар: В. П. Глушко, М. К. Тихонравов, Ю. А. Победоносцев эшләй.
1937 йылда Мәскәүҙә уның «Космонавтикаға инеш» монографияһы баҫылып сыға һәм күренекле ғалимдарҙың юғары ыңғай баһаһын ала. Уның буйынса космонавтар һәм космосты яулау буйынса ғәмәли эш алып барыусыларҙың күбеһе уҡый. Китапттың икенсе сығарылышы Мәскәүҙә 1974 йылда донъя күрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Штернфельд китабында ҡуйған идеялар баҫмалар араһында үткән 40 йыл эсендә иҫкереп кенә ҡалмай, ә космонавтиканың йылдам үҫеше менән шул тиклем яҡшы тап килә, хатта авторға тексты ҡайтанан ҡарарға тура килмәй, тик комментарийҙар һәм иҫкәрмәләр генә өҫтәлә.
30-сы йылдар аҙағында Рәсәй фәнни-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәренең күбеһе репрессиялана. С. П. Королев, В. П. Глушко һәм башҡа күптәр һөргөнгә ебәрелә. Штернфельд репрессияланмай, әммә 1937 йылдың июлендә институттан сығарыла. Ул эшкә урынлаша алмай. ГАИШ директоры академик В. Г. Фесенковҡа, СССР Фәндәр академияһының ул саҡтағы президенты В. Л. Комаровҡа, академик С. И. Вавиловҡа һәм башҡа күптәргә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәһеҙ. 1939 йылдың майында Штернфельд шәхсән И. В. Сталиндан космонавтика өлкәһендәге эшен дауам итергә ярҙам итеүҙәрен һорай. Мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡала[7].
Артабанғы 43 йыл дауамында Штернфельд космонавтика проблемалары өҫтөндә өйҙә генә, хеҙмәткәрҙәрһеҙ һәм ярҙамсыһыҙ, ныҡышмалы рәүештә һайланған юлдан барыуын дауам итә.
Һуғыштан алдағы йылдар. Уралда эшләүе
Файл:Sternfeld Serov 1943.jpg
Ари Штернфельд, уның ҡатыны Густава һәм ике ҡыҙы Майя һәм Элвира Уралдағы Серов ҡалаһында эвакуацияла. Ҡыш, 1943 йыл
Икенсе донъя һуғышы алдынан 1938 йылда Штернфельдтың өлкән ҡыҙы Майя, ә 1940 йылда иң кесеһе Элвира тыуа. 1941 йылдың июлендә Штернфельд хәрби комиссариатҡа уны Ҡыҙыл Армия сафына алыуҙы һорап ғариза бирә, әммә был юлы ла кире ҡағыла. Ҡатыны һәм ҡыҙҙары менән бергә Уралға эвакуациялана, унда Серов металлургия техникумына эшкә урынлаша. Физика, сопромат, һыҙма һәм машина деталдәрен, ә Густавтың ҡатыны немец теленән уҡыта.
1960-сы йылдар уртаһында «Серовский рабочий» гәзите һәм «Урал эҙәрмәне» журналында уҡытыусының беренсе һәм икенсе космик тиҙлек һәм йыһанға осоу мөмкинлеге, уҡыусыларға билдәне, ярым шаяртып, логарифм линейкаһындә теүәллек менән иҫәпләп сығарып ҡуйыуы тураһында хәтирәләре баҫылып сыға, дәрестәр араһында үҙенең иҫәпләүҙәре менән шөғөлләнә.
Мәскәүгә ҡайтыу. Йыһан дәүеренең башы
Эвакуациянан Мәскәүгә ҡайтыу өсөн рәсми үтенес кәрәк була, әммә Штернфельдты саҡырырға әҙер ойошма булмай. Штернфельдты академик Отто Юльевич Шмидт яҡлап сыға. 1944 йылдың йәйендә Мәскәү совет ҡабаттан эвакуация комиссияһы рәйесенә үтенесендә былай тип яҙа: «Әлеге ваҡытта Мәскәүгә күренекле ғалим һәм инженер А. А. Штернфельд ҡайта. Уның ғилми хеҙмәттәре киң билдәле һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. А. А. Штернфельд ижадының ҙур фәнни әһәмиәтен раҫлайым. Академик О. Я. Шмидт».
Әммә был ғына етмәй. Штернфельд Серовтан М. И. Калининға хат яҙа[8] һәм тейешле рөхсәт ала.
1944 йылдың декабрь аҙағында Штернфельд ғаиләһе менән Мәскәүгә ҡайта һәм эш эҙләүен дауам итә, ләкин таба алмай. Үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыуҙың берҙән-бер мөмкин булған сараһы һәм уның өсөн йәшәү сығанағы булып баҫмалары һәм телмәрҙәре тора. Уның фәнни-популяр мәҡәләләре һәм репортаждары «Техника — молодёжи», «Знание — сила», «Наука и жизнь», «Вокруг света», «Природа», «Химия и Жизнь», «Огонёк», «Смена» журналдарында һәм башҡалар, «Московский Комсомолец» һәм хатта «Пионерская правда» гәзиттәрендә баҫыла.
Техник интеллигенцияны йыһан темалары менән ҡыҙыҡһындырырға тырыша. 1954 йылда Мәскәүҙә Чкалов үҙәк аэроклубы янында аэронавтика секцияһын ойоштороусыларҙың береһе була, космос навигацияһы буйынса ғилми-техник комитетты етәкләй. Штернфельд Планетарийҙа, Яҙыусылар йортонда, Политехник музейҙа лекциялар уҡый.
Йыһан дәүере яҡынлаша. 1956 йылда, беренсе спутникты осороуға бер йыл ҡалғас, Мәскәүҙә Штернфельдтың «Ерҙең яһалма юлдаштары» тигән китабы сыға, ул сит илдәрҙә сенсация тыуҙыра һәм уның авторына бөтә донъяға билдәлелек килтерә. 1958 йылда АҠШ Хәрби-һауа көстәре матбуғаты китаптың тәржемәһен баҫтырып сығара[9]. Китаптарҙан тыш, 1930 йылдан алып уның бер нисә йөҙ фәнни һәм фәнни-популяр мәҡәләләре, комментарийҙары һәм интервьюлары сит ил һәм совет журналдарында баҫылып сыға. Ул йылдарҙа СССР авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса халыҡ-ара конвенцияға ҡушылмаған була, ә Штернфельд әҫәрҙәренең күп һанлы тәржемәләре өсөн бер тин дә алмай. Ҡыҫынҡы матди шарттарҙа йәшәүен дауам итә һәм космос программаларын эшләү менән шөғөлләнгән ғилми коллективтарға инергә рөхсәт ителмәүе менән ныҡ ҡәнәғәт булмай.
Танылыуы.
Файл:Ari (Ary) Sternfeld 1980.jpg
Ари Штернфельд, 1980 йыл, Мәскәү
Файл:Sternfeld Novodevichie.jpg
Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында һәйкәл
1960-сы йылдарҙың башынан Штернфельдтың космонавтика өлкәһендәге эше Советтар Союзында ла, сит илдәрҙә лә рәсми танылыу ала.
1961 йылда Францияла Штернфельд Лотарингия академияһы һәм фәндәр йәмғиәтенең почетлы ағзаһы һәм Нанси университеты докторы итеп һайлана. 1962 йылда беренсе космонавт Юрий Гагарин менән бергә космонавтар өсөн Галабер халыҡ-ара премияһына лайыҡ була. 1965 йылда СССР Фәндәр академияһы уға диссертация яҡламайынса Honoris causa фән докторы ғилми дәрәжәһен бирә. Был Рәсәй академияһы тарихында 12-се осраҡ ҡына була. Шул уҡ йылда Ари Абрамовичҡа РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре исеме бирелә. Әммә уның хеҙмәттәре танылыуға ҡарамаҫтан, даими эш урыны булмай һәм пенсия ала алмай, сөнки дәүләт хеҙмәтендә бик аҙ ваҡыт була. «Пенсия» мәсьәләһен тик СССР Фәндәр академияһы Президенты М. В. Келдыштың ҡыҫылышы ғына хәл итә.
Штернфельд Мәскәүҙә, Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Дәрәжәләре
Астронавтика буйынса халыҡ-ара премия лауреаты (1934, 1962). Лотарингия фәндәр академияһының һәм йәмғиәтенең (Франция,1961), Нанси университетының (Франция,1961) һәм Лотарингия милли политехник институтының (1978), шулай уҡ СССР Фәндәр академияһының (1965) почетлы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965), тыуған ҡалаһының почетлы гражданы (1963).
Хәтер
Уның исеме менән Айҙың кире яғындағы кратер, Лодзда планетарий һәм астрономик обсерватория[10], Псков өлкәһенең Пыталово ҡалаһында космонавтика музейы аталған[11]. Уның исеме шулай уҡ Лодзь һәм Серадз (Польша) ҡалалары урамдарына бирелгән. Мәскәүҙә һәм Серовта (Рәсәй), Лодзь һәм Серадзда ул йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Мәскәүҙә Политехник музейҙа А. Штернфельдтың мемориаль кабинеты бар, унда уның архивының күп өлөшө һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ АРИ ШТЕРНФЕЛЬД И КОСМОНАВТИКА
- ↑ [Из предисловия профессора, доктора технических наук Г. Г. Григоряна к книге «…меня считали неизлечимым фантастом…», выпущенной в 2005 году московским Политехническим музеем к 100-летию со дня рождения Штернфельда.]
- ↑ Штернфельд А. А. Говорят документы. // К. Э. Циолковский в воспоминаниях современников.— Тула. Приокское книжное издательство: 1983 — с.57-64
- ↑ autotravel.ru:Боровск (Калужская область | Достопримечательности
- ↑ Прищепа В. И. Ари Абрамович Штернфельд. Земля и Вселенная, 1985, № 6, с.41
- ↑ Штернфельд А. А. История моей первой книги //Вопросы истории естествознания и техники, 1981, № 3, с. 134—139
- ↑ Штернфельд М. А. Как начиналась русская космонавтика: Ари Абрамович Штернфельд — неизвестный известный учёный. Сборник «Русская культура XX века на родине и в эмиграции». Москва, 2002, Выпуск 2, с.34, 35
- ↑ Штернфельд М. А. Как начиналась русская космонавтика: Ари Абрамович Штернфельд — неизвестный известный учёный. Сборник «Русская культура XX века на родине и в эмиграции». Москва, 2002, Выпуск 2, с.30, 31, 37
- ↑ A. Shternfeld, Artificial Satellites (Iskusstvennye Sputniki), F-TS-9570-V (translation prepared by Technical Documents Liaison Office, MCLTD, Wright-Patterson Air Force Base, Ohio), U.S. Dept. of Commerce, Washington, 1958.
- ↑ Planetarium i Obserwatorium Astronomiczne w Łodzi
- ↑ pytalovo-news.ru: новости г. Пыталово и района | Музей космонавтики им. А. А. Штернфельда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2010 года.
Әҙәбиәт
Төп хеҙмәттәре
- Ary J. Sternfeld. Initiation à la cosmonautique. — 1932—1934. (рукопись монографии на французском языке)
- (русский перевод) А. Штернфельд. Введение в космонавтику. — М.; Л., издательство ОНТИ, 1937. — 318 с. // — 2-е издание: — М.: Наука, 1974. — 240 с.
- А. Штернфельд. Полёт в мировое пространство. — М.-Л.: Гостехиздат, 1949. — 140 с.
- А. Штернфельд. Межпланетные полёты. — М.: Гостехиздат, 1955. — 55 с.
- А. Штернфельд. Искусственные спутники Земли. — М.: Гостехиздат, 1956. — 180 с.
- А. Штернфельд. От искусственных спутников к межпланетным полётам. — М.: Гостехиздат, 1957. — 126 с.
- Ari Sternfeld and others. Soviet Writings on Earth Satellites and Space Travel. — New York: The Citadel Press, 1958. — С. 13—154.
- Ari Sternfeld. Soviet Space Science. — Basic Books. — New York: Publishers, 1959. — 360 с.
- А. Штернфельд. Парадоксы космонавтики. — М.: Наука, 1991. — 160 с. — ISBN 5-02-000208-9.
Уның тураһында
- В.И.Прищепа, Г.П.Дронова. Ари Штернфельд – пионер космонавтики. — М.: Наука, 1987. — 191 с.
- 100 лет со дня рождения А. А. Штернфельда. “ ...меня считали неизлечимым фантастом...”. — М.: Политехнический музей, 2005. — 156 с. — ISBN 5-98962-002-0.
- Н.С.Наровлянский. Штурман космических трасс Ари Штернфельд. — М.: Совет ветеранов-строителей Космических стартов, 2006. — 272 с.
- Władysław Geisler. Ary Szternfeld pionier kosmonautyki. — Warszawa: LSW, 1981. — 252 с. — ISBN 83-205-3259-0.
- Mirosław Zbigniew Wojalski. Orbity sputników Ary Sternfeld obliczał w Łodzi w latach 1932-33. — Łódź, 2002. — 48 с. — ISBN 83-88638-10-6.
- Mike Gruntman. From Astronautics to Cosmonautics. — USA, South Carolina: BookSurge Publishing, 2007. — 84 с. — ISBN 1-4196-7085-9.
- Штернфельд Ари Абрамович. // Чаган — Экс-ле-Бен. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 29).
- Штернфельд Ари.. — Иерусалим: Краткая еврейская энциклопедия (КЕЭ), 2001. — Т. 10. — С. 360—362.
- Ивашкин В.В, Т.М.Энеев. О работах А.A. Штернфельда по космонавтике. // Исследования по истории и теории развития авиационной и ракетно-космической науки и техники. : Выпуск 4. — М.: Наука, 1985. — Т. 29. — С. 215—224.
- Ирина Березная, Леон Адлерштейн. Космический мемориал. Штернфельд Ари Абрамович.
- Павел Амнуэль. Per aspera ad astra // «Троицкий вариант — Наука». — 2009.
- М.Штернфельд. Мечтатель-реалист.. — М.: Наука и жизнь., 1998. — Т. 7. Архивировано 1 май 2009 года.
- Э. Берман-Штернфельд. Ари Штернфельд – пионер космонавтики. Годы жизни во Франции. // Русские евреи во Франции. — Иерусалим, 2001. — Т. 3(8). — С. 286—300. — ISBN 965-222-911-3.
- Ивашкин В.В. (V.V.Ivashkin). Ари Штернфельд и космонавтика ( Ary Sternfeld and cosmonautics.) // ИПМ им. М.В.Келдыша РАН,. — Москва: Preprint, Inst. Appl. Math., the Russian Academy of Science, 2005.
Һылтанмалар
Рувики.Медиала Штернфельд Ари Абрамович темаһы буйынса медиафайлдар бар.- Соломон Фридман. Основоположники космонавтики
- forbes