Шәжәрә

Шәжәрә́ (шэжэрэ, шежире, сачара, ҡаҙ. шежіре, ҡырғ. санжыра, башҡ. шәжәрә, татар. шәҗәрә, үзб. shajara, sanjara) — ҡайһы бер төрки халыҡтары араһында ырыу-нәҫел ағасын билдәләүсе атама. Шәжәрә иң киң таралыуҙы башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар һәм ҡырғыҙҙар араһында таралған. Нәҫел ағасынан тыш, шәжәрә билдәле бер ырыу йәки ҡәбилә тормошонда булған әһәмиәтле ваҡиғаларҙы ла үҙ эсенә ала, шуға ла ул үҙенсәлекле халыҡ йылъяҙмаһы булып тора.

undefined
undefined

Башта шәжәрәләр телдән-телгә тапшырылған. Уларҙы белеү мотлаҡ тип һаналған. Ваҡыт үтеү менән шәжәрәләр яҙма формаға күсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа шиғри формала ла яҙыла башлай. Хәҙерге заманда электорн форматта шәжәрәләр эшләнә.

Шәжәрә тарих, этнография һәм антропология өсөн мөһим мәғлүмәт сығанағы булып тора.

Атаманың килеп сығышы

"Шәжәрә" һүҙе ғәрәп телендәге "шаджара" (ғәр. شَجَرَة‎) һүҙенән алынған, уның мәғәнәһе — «ағас». Был метафора нәҫел ағасын аңлатыу өсөн бик урынлы, сөнки шәжәрә ырыуҙарҙың тармаҡланып китеүен, нәҫел структураһын сағылдыра.

Тарихи әһәмиәте

Иң тәүҙә шәжәрәләр телдән һөйләнеп тапшырылған. Һәр кеше, бәләкәстән алып ололарға тиклем, кәмендә ете быуын ата-бабаһын (ҡаҙ. жеті ата) белергә тейеш булған. Һуңынан шәжәрәләр яҙып алынған, шиғри формала ла осраған. Улар, мәҫәлән, Рәшит әд-Диндең «Жәмиғәт-әт-таварих» (рус.)баш., «Монғолдарҙың серле йылъяҙмаһы» (рус.)баш., йәғни Хивә ханы Әбүлғәзинең «Шәжәрәт-әт-төрөк» һәм «Шәжәрәт-әт-тәракмә» кеүек хеҙмәттәренә нигеҙ булған.[1]

Мәҙәни һәм социаль роле

Шәжәрә бер нисә әһәмиәтле функцияны үтәгән:

  • Тарихи-хәтер: яҙма һәм рәсем сәнғәте булмаған шарттарҙа шәжәрә нәҫел хәтерен һаҡлауҙың мөһим сараһы булған. 10–14 быуынға тиклем мәғлүмәттәр һаҡланған, ҡайһы бер осраҡтарҙа билдәле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа теркәлгән.
  • Социаль һәм биологик яҡлау: шәжәрә яҡын туғандар араһында никахтан һаҡланған, шулай уҡ нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеүгә булышлыҡ иткән.
  • Аралашыу: бер ырыу вәкилдәре араһында, бигерәк тә күсмә көнкүреш һәм совет репрессияһы шарттарында, теләктәшлек һәм ярҙам итеүгә булышлыҡ итә.
  • Этикет һәм йәмғиәтте көйләү: шәжәрә кемде ҡайҙа ултыртырға, кемгә ниндәй бүләк тапшырырға, кемде башлыҡ итергә — барыһын да аңлата алған.
  • Тәрбиәүи роль: шәжәрәләге арҙаҡлы шәхестәр тураһында бәйәндәр йәш быуын өсөн морал ҡағиҙәләрен тәрбиәләгән.

Фәнни әһәмиәте

Шәжәрә этногенез, социаль структура, тарихи география өлкәләрендә мөһим мәғлүмәт сығанағы булып тора.

Совет тарих фәне шәжәрәне оҙаҡ йылдар ышаныслы сығанаҡ түгел, ә мифик элементтарға бай фольклор тип иҫәпләне. Әммә хәҙерге тарихсылар һәм генетиктар, мәҫәлән, Жаксылык Сабитов һәм Максат Жабагин кеүек, шәжәрәнең ышаныслылығын ғилми яҡтан раҫланы. Ҡаҙаҡтарҙың арғын ырыуы буйынса алып барылған популяцион тикшеренеүҙәр шәжәрә менән генетик мәғлүмәттәрҙең тап килеүен күрһәтә.[2]

Совет осоронда шәжәрә

Совет осоронда шәжәрәгә ҡараш һаҡсыл йәки кире булған: ырыулыҡ бәйләнештәре трайбализм формаһы булараҡ ҡаралған һәм социалистик идеологияға ҡаршы ҡуйылған. Шулай ҙа ысынбарлыҡта туғанлыҡ һәм яҡташлыҡ бәйләнештәре үҙ көсөн һаҡлаған.

Тыйыуға ҡарамаҫтан, шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныу дауам иткән: шәжәрәләр ғаиләләрҙә һаҡланған, олатайҙарҙан яҙып алынған, 20–30-сы йылдарҙа юғалған бәйләнештәр тергеҙелгән. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, «Баян-ауыл феномены» кеүек, шәжәрә белемле кешеләр үҫешенә булышлыҡ иткән.

Совет ғилеме шәжәрәне күберәк фольклор формаһы тип ҡараған, тик ҡайһы бер ғалимдар, мәҫәлән Бекежан Сүлейменов, шәжәрәне тарихи сығанаҡ булараҡ өйрәнергә тырышҡан.[2]

Бөгөнгө көндә шәжәрә

XXI быуатта шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныу яңынан көсәйә. Йәштәр, шул иҫәптән ҡаҙаҡтар, башҡорттар һәм башҡа төрки халыҡтар вәкилдәре, үҙ нәҫел ағасын тергеҙә, ололарҙан һораша, архивтар менән эшләй, электрон платформалар ҡуллана. Һөҙөмтәлә, шәжәрә шәхси һәм коллектив хәтерҙең мөһим өлөшө булып ҡала.[2]

Шәжәрә төрки халыҡтарҙың мәҙәни кодының айырылғыһыҙ өлөшө булып ҡала, ул үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге араһында күпер ролен башҡара.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Сак тан. Шежере - родословная Казахов. Сихи.ру.
  2. 1 2 3 Родословные «шежіре» как форма коллективной памяти. Сайт о казахской культуре, музеке и мифологии.

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә