Башҡорт шәжәрәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Юрматы ырыуы шәжәрәһе. XVI быуатта төҙөлгән.
Ҡиммәтле тарихи документ.

Шәжәрә — башҡорттарҙың һәм ҡайһы бер башҡа төрки халыҡтарҙың ҡәбиләләр һәм ырыуҙар яҙмаһы, генеалогияһы. Шәжәрәләргә, йәғни нәҫел ағастарына, ир заты яҡлап нәҫел башлыҡтарының теҙмәһе яҙылған, ҡәбилә йә ырыу тормошондағы тарихи ваҡиғалар, мөһим факттар теркәлгән. Иң боронғо шәжәрәләр болғар осорона ҡарай, йәғни ҡайһы берҙәренә мең йылдан ашыу[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һүҙҙең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Шәжәрә» һүҙенең синонимы булараҡ башҡорт яҙмаларында «нәсәбнамә», «нәсәпхат», «силсилә» һәм «тайра» тигән һүҙҙәр ҙә йыш осрай. Ислам динен ҡабул иткәндән һуң башҡорттарҙың генеалогик яҙмалары «шәжәрә» тигән ғәрәп һүҙе менән атала башлаған, һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «ағас» тигәнде аңлата, ә мәғәнәүи тәржемәлә — «ырыу яҙмаһы»[1][2]. Билдәле этнограф Рәил Кузеев, башҡорт шәжәрәләрен тикшергән тәүге ғалимдарҙың береһе, был төшөнсәне «генеалогик йылъяҙма» тип тәржемә итә[3]. Кузеев шәжәрәнең ырыу ағасы ғына түгел, ә нәҡ ырыу йылъяҙмаһы булыуына иғтибар йүнәлтә, сөнки унда ырыу вәкилдәренең исемдәре менән ғүмер йылдары ғына түгел, мөһим тарихи ваҡиғалар ҙа теркәлгән.

Шәжәрә төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы билдәләре буйынса башҡорт шәжәрәләре ике төп төргә бүленә: номиналь (ябай) һәм нарратив (ҡатмарлы). Беренсе төр шәжәрәләргә бер тамырҙан сыҡҡан ырыу башлыҡтары исемлеге һәм уларҙың йәшәгән йылдары яҙылған. Күренеше менән ул тарбаҡлы ағасты хәтерләтә. Икенсеһе тармаҡланған исемдәр сылбырын хасил итә һәм, беренсеһенән айырмалы, унда хикәйәләү текстары ла була. Номиналь шәжәрәләр йышыраҡ осрай[1].

Башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт шәжәрәләре йөҙҙәрсә йылдар буйына быуындан-быуынға төҙөлә килгән, ҡат-ҡат күсереп тә яҙылған, улар буйынса мәғлүмәттәр балаларға һәм ейәндәргә тапшырылған. Шәжәрәне айырыуса ырыу аҡһаҡалдары яҡшы белгән. Ырыу шәжәрәһен ете быуынға тиклем белеү мотлаҡ һаналған. Мәҫәлән, 19 быуаттың башҡорт мәғрифәтсе-демократы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Башҡорттар» тигән хеҙмәтендә яҙыуынса, аҫаба башҡорттар өсөн түбәндәге өс нәмәне белеү мөһим:

  1. Тамырҙарын белеү;
  2. Йондоҙҙарҙы исемдәре менән белеү һәм аңлатыу;
  3. Бөйөк хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм хикәйәттәрҙе белеү.

Ырыу-ҡәбилә генеалогияһын һәм мөһим ваҡиғаларҙы хәтерҙә һаҡлау өсөн башҡорттар үткәндәрҙе шиғри формаға һалып, рифмалап һөйләр булған, сөнки шиғри текслы шәжәрә еңелерәк иҫтә ҡалған һәм быуындан-быуынға ҙур хаталарға юл ҡуймайынса тапшырылған. Шәжәрәне төҙөү һәм белеү башҡорттар араһында бик хөрмәтле йола һаналған. Ырыу шәжәрәһен юғалтыу ҙур яҙыҡ булған.

Тарихи әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәжәрәләр ниндәйҙер кимәлдә тарихи документ, яҙма ҡомартҡы булып тора: уларҙа тарихи мәғлүмәттәр менән бергә халыҡтың көнкүреше, холоҡ сифаттары, юридик һәм мораль-этик нормалары тураһында белешмәләр, халыҡ ижады әҫәрҙәренең сюжеттары, әҙәби фрагменттар табыла. Ҡайһы бер шәжәрәләр бер нисә быуатты, хатта унан да күберәк ваҡытты солғай[1][4]. Шәжәрәләрҙе тикшереп, теге йәки был осорҙағы йәмғиәттең ҡоролошо (синыфтар, ҡатламдар), борон булған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин. Ләкин документаллек менән уйҙырманың ҡатнашыуын да шәжәрә үҙенсәлектәренең береһе тип билдәләп үтергә кәрәк. Ошо сәбәпле тарихсылар ҡайһы бер шәжәрәләрҙе ҡиммәтле тарихи сығанаҡ итеп танымай[1].

Беҙҙең осорҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр бер тарихи ҡомартҡы кеүек үк, шәжәрәләргә тарихтың һәләкәтле йоғонтоһо ҡағыла. Айырыуса совет власының тәүге тиҫтә йыллыҡтарында башҡорт шәжәрәләренә ауыр һынауҙар үтергә тура килә. Өлкәндәр һөйләгәнсә, утыҙынсы йылдарҙа ғәрәп яҙыулы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар ауылдарҙан йөҙәрләп-меңәрләп алып сығылған һәм яндырылған. Ҡайһы берәүҙәр ата-бабаларының рухи мираҫын ергә күмеп йә йылға-күлдәр төбөнә төшөрөп өлгөргән. Шулай итеп, иҫке ҡулъяҙмалар менән бергә бик күп боронғо шәжәрәләр юҡ ителгән. Шулай ҙа 150-ләп башҡорт шәжәрәһе осраҡлы рәүештә хәҙерге заманға тиклем килеп еткән. Улар Өфө, Ырымбур, Ҡазан, Санкт-Петербург һәм Мәскәү архивтарында һәм китапхана фондтарында, шулай уҡ айырым кешеләрҙең коллекцияларында һаҡлана.

Башҡорттарҙың тарихи тамырҙарына ҡыҙыҡһыныуы арта бара[5]. Башҡортостанда йыл да шәжәрә байрамдары үткәрелә[6]. Байрам барышында өлкән быуын йәштәргә шәжәрәһен һөйләй, билдәле шәхестәре, ырыу тарихында булған хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирә. Шәжәрәләрҙе бер базаға туплап йыйыу менән шөғөлләнгән сайттар ҙа бар[7][8]. Улар туған-тыумасаны эҙләүҙә, ата-бабалар тураһында мәғлүмәт табыуҙа булышлыҡ итә ала.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт ҡәбиләләре
  • Башҡортостан тарихы
  • Шәжәрә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Надергулов Минлегали Хусаинович. Историко-функциональные жанры башкирской литературы : генезис, типология, стиль и традиции : автореферат дис. … доктора филологических наук : 10.01.02 / Надергулов Минлегали Хусаинович; [Место защиты: Башкир. гос. ун-т]. 54 с. Уфа, 2009
  2. Башкирская генеалогия
  3. Шежере — «генеалогическая летопись» 2009 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.
  4. БАШКИРСКИЕ ШЕЖЕРЕ КАК ИСТОРИЧЕСКИЙ ИСТОЧНИК 2009 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
  5. Знаем ли мы своё шежере? 2010 йылдың 29 август көнөндә архивланған.
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан О ПРОВЕДЕНИИ НАРОДНОГО ПРАЗДНИКА «ШЕЖЕРЕ БАЙРАМЫ» 2010 йылдың 1 сентябрь көнөндә архивланған.
  7. Сайт башкирских генеалогий
  8. Архивы Башкортостана 2010 йылдың 1 сентябрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асылгужин Р. Р. Знание шежере и идентификация на уровне родо-племени — важнейшие части структуры этно-национальной идентичности башкир и казахов 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
  • Башкирские шежере. Уфа, 1910;
  • Башкирские шежере. Исследования и публикации. Уфа, 1973.
  • Башкирские шежере /Сост., авторы вступ. статей М. Х. Надергулов, А. Г. Салихов; отв. ред. Ф. Г. Хисамитдинова. — Анкара: Анкамат, 2007. — 186 с.
  • Родословная башкир Юмран-Табынской волости со сведениями Мухаметсалима Уметбаева, дополненная относящимися к ней документами / Перевод на башкирский язык М. Х. Надергулова, перевод на русский язык, подготовка к изданию Р. М. Булгакова; Ответственный редактор Р. Г. Кузеев; ОНУ с МАЭ УНЦ РАН. -Уфа: НУР-Полиграфиздат, 1997, 88 с., 24 л. прил. ISBN 5-86519-010-5
  • "Шура", 1909, I, С. 21—22.
  • Алпысбес М. А. Место шежире в изучении истории .pdf

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Шежере-байрам
Image-silk.png Шежере-байрам