Этнография
Этнография (бор. грек. ἔθνος — һәм γράφω — яҙам) — халыҡ-этностарҙы һәм башҡа этник берәмектәрҙе, уларҙың килеп сығышын (этногенез), составын, таралыуын, мәҙәни-көнкүреш үҙенсәлектәрен, шулай уҡ уларҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен өйрәнгән фән.[1][2]
Этнография предметы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этнографияның төп предметы булып донъя халыҡтарын, уларҙың рухи һәм матди мәҙәниәтен, тарихи үҫешен өйрәнеү тора. Этногенезды — теге йәки был этностың барлыҡҡа килеү, социаль институттарының формалашыу тарихын өйрәнеү мөһим урын биләй. Һуңғы ваҡытта этник-ара мөнәсәбәттәргә лә иғтибар бүленә.
Этнография һәм этнология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ике атаманың яҙмышы күп осраҡта теге йәки был тарихи шарттарға бәйле. Мәҫәлән, XVIII—XIX быуаттарҙа ватан халыҡты өйрәнеү ғилемендә башлыса — «этнография», ә Көнбайыш Европа илдәрендә «антропология» һәм «этнология» төшөнсәләре ҡулланыла.[4][5]
Н. Н. Харузин (1865—1900) этнографияны «айырым ҡәбиләләрҙең һәм халыҡтарҙың көнкүрешен өйрәнеп, кешелектең мәҙәниәттең түбәнге баҫҡыстарында үҫешен билдәләүсе закондарҙы табырға тырышҡан» фән тип билдәләй[6].
Революциянан һуңғы йылдарҙа ҡыҫҡа ваҡыт ҡулланылғандан һуң, 1920—1930 йылдарҙа халыҡтарҙы өйрәнеү ғилеме ҡабаттан этнография — халыҡтар һәм ярҙамсы тарихи дисциплина тураһындағы фән кимәленә күтәрелә. Был ваҡытта халыҡтарҙы өйрәнеү ғилемен С. А. Токарев («Этнография — тарихи фәндең халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәттәрен, көнкүрешен өйрәнеүсе өлөшө»[7]), Ю. Бромлей, С. П. Толстов Н. Н. Чебоксаров, Р. Ф. Итс һәм башҡалар формалаштыра.
Терминология буйынса Р. Ф. Итс (1928—1990), былай тип яҙа:
Предлагаемое некоторыми советскими исследователями изменение названия "этнография" на "этнология" либо выделение на основе теоретических аспектов этнографии той же "этнологии" не оправдано и не способствует терминологической ясности, так как под термином "этнография" давно уже понимается не столько "народо (этнос) -описание (графо)", сколько "народоведение", что практически является русским переводом термина "этнология"[8]. |
Терминды ла, фәнде лә ҡулланыуҙа төп үҙгәреш 1990-сы йылдарҙа бара. СССР Фәндәр академияһының Этнография институтын Этнология һәм антропология институты тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, төшөнсәләр икегә бүленә, ике теллелек барлыҡҡа килә[9]. Был күп йәһәттән институт директоры В. А. Тишковтың эшмәкәрлегенә бәйле:
Не так-то просто было решиться на переименование института и дисциплины в целом из этнографии в этнологию, если несколько поколений формировалась идентичность ученых как этнографов, а само слово «этнография» сохраняло своё достойное содержание. Критиков и обидных высказываний на этот счет было много до и после того, когда Президиум РАН в 1990 г. принял постановление переименовать институт, а союзников было очень мало. Мне было важно модернизировать дисциплину, вписать её в мировое этнологическое и антропологическое знание, сохранив при этом цеховую основу нашей науки – её этнографический метод[10]. |
Конец 1980-х – начало 1990-х гг. были временем разброда и даже раскола в некогда казавшемся дружном сообществе советских этнографов. Мне казалось, что создание национальной ассоциации и проведение дисциплинарных конгрессов необходимы для развития отечественной этнологии и антропологии и для исполнения координирующей роли института. Ассоциация этнографов (именно этнографов, чтобы не совершать насилие над всем отечественным сообществом!) и антропологов России была создана. Первый конгресс прошел в 1995 году в г. Рязани. В нём участвовало около 80 ученых, в том числе из Грузии и других новых государств. Сильно покусанные комарами в пойме р. Оки, где было место проведения конгресса, эти люди заложили новую традицию. VII Конгресс в 2007 г. в г. Саранске собрал более 700 участников! Эта традиция будет жить долго[11]. |
Ике теллелек һаҡланып ҡала, ул АлтДУ-ның Археология, этнография һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү ғилеме кафедраһы, ОмДУ-ҙың Этнография һәм музейарҙы өйрәнеү ғилеме кафедраһы, СПбДУ-ҙың Антропология һәм этнография кафедраһы атамаларында асыҡ сағыла:[12][13][14]
Этнографияла «этнос» төшөнсәһе проблемаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XIX быуатта уҡ тәүге тапҡыр «этнос», «халыҡ» төшөнсәләрен аңлатырға маташыуҙар барлыҡҡа килә. Тәүгеләрҙән булып быны А. Бастиани эшләргә тырыша. Ул, этник үҙаң һәм этник бер төрлө никахтар, бөтөн һәм тотороҡло, бер системалы берәмектәр булдырыу аша етеш, нәҫел үрсетеүсе булараҡ милләт, халыҡ, ҡәбилә этностың йәшәү төрҙәре булып тора, тигән һығымтаға килә.[15] Хәйер, бындай аңлатма тикшеренеүселәрҙе ҡәнәғәтләндермәй, сөнки ул этномәҙәни һәм тел ассимиляцияһы факторҙарын иҫәпкә алмай.
Эволюционистар, шулай уҡ К. Маркс һәм Ф. Энгельс хеҙмәттәре йоғонтоһонда яңы теория барлыҡҡа килә — этностар тарихи процесс барышында социаль төркөмдәр булараҡ барлыҡҡа килгән (марксистарҙың хеҙмәттәрендә ул йыш ҡына ҡәбилә, халыҡ, капиталистик милләт (ҡайһы берҙә был осорҙан башҡа ла), социалистик милләт итеп һүрәтләнә).
СССР-ҙа шулай уҡ «этнос» төшөнсәһенең асылы темаһына тикшеренеүҙәр алып барыла. Төп теоретик положениеларҙың береһен академик Ю. В. Бромлей тәҡдим итә, ул этносты локаль мәғәнәлә «этноскос» һәм этносоциаль организм булараҡ айыра.[16] Ю. Бромлей «этникос» һәм «милләт» төшөнсәһен айыра: «Этникостар һәм этносоциаль организмдар — этник берләшмәләрҙең төп төрҙәре. Әммә улар менән генә кешелектең этник структураһы бөтмәй. Күп этностар, бигерәк тә эреләр, йыш ҡына этнографик төркөмдәрҙән йәки субэтностарҙан тора. Был терминдар менән этностың йәнле һөйләү теле, мәҙәниәт һәм көнкүреш үҙенсәлектәре менән айырылып торған территориаль өлөштәрен билдәләйҙәр, улар ҡайһы берҙә үҙатамаға һәм икеләтә үҙаңға эйә. Этнографик төркөмдәр йыш ҡына халыҡҡа йәки милләткә ингән ҡәбилә компоненттарынан килеп сыҡҡан. Ҡайһы берҙә улар этностың социаль-дини дифференциацияһы ваҡытында, шулай уҡ этник территорияның киңәйеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, этностың күсмә өлөштәре төрлө тәбиғи мөхиткә эләкһә, төрлө күрше этностар менән үҙ-ара тәьҫир итешә һ.б.[17]»
Хәҙерге Рәсәйҙә «этнос» проблемаһын тикшереү менән, атап әйткәндә, В. А. Тишков шөғөлләнә, ул үҙ теорияһын сит ил тикшеренеүҙәре нигеҙендә төҙөй. Конструктивизмдың (был теория шундай атама ала) барлыҡҡа килеү сәбәптәренең береһе булып ҡайһы бер сит илдәрҙә милли мәсьәләнең киҫкенләшеүе тора. Унда раса төшөнсәһе «фенотип»ҡа алмаштырылған.
Хәҙерге этнологияла һәм этнографияла иң мөһим төшөнсә булып бер социумды икенсеһенән айырған тел, мәҙәни һәм башҡа билдәләр йыйылмаһы булараҡ этниклыҡ төшөнсәһе тора.
Этнография ысулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этнографияның төп ысулы булып ер шары халыҡтарының көнкүрешен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, уларҙың таралыуын һәм мәҙәни-тарихи мөнәсәбәттәрен туранан-тура күҙәтеү һәм артабан уларҙы анализлау тора. Этнография хәҙерге халыҡтарҙы уларҙың булған өлөшөндә генә түгел, ә уларҙың тарихи һәм мәҙәни үҫешен, этногенезын һәм социаль институттарҙың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнә, шулай уҡ яҙма һәм матди сығанаҡтар ҙа ҡулланыла.[18]
Туранан-тура күҙәтеү ысулы булып этнографтың тикшеренеүҙәр территорияһындағы эше тора һәм ялан этнографик тикшеренеүе (ялан этнографияһы) тип атала.
Ялан этнографияһы - йәшәгән халыҡтар араһында традицион-көнкүреш мәҙәниәтенең айырым структура компоненттары һәм уларҙың билдәле бер система булараҡ эшләүе тураһында тәүге этнографик мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында алып барылған тикшеренүҙәр.[19]
Бөтә ялан этнографик тикшеренеүҙәрен ике төргә бүлергә мөмкин:
- Стационар - тикшерелгән халыҡ араһында йәшәү оҙаҡ, һөҙөмтәлә этнограф уның матди һәм рухи мәҙәниәтен, шулай уҡ көнкүрешен тәрәнерәк аңлай. Етешһеҙлектәрҙән — бәләкәй территорияны солғап ала, тимәк, башҡа өлкәләр менән сағыштырмаса тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкин түгел (Сағыу вәкилдәре — В. Г. Богораз, Л. Я. Штернберг, Н. Н. Миклухо-Маклай, Б. Малиновский һ. б.)
- Экспедиция - этнографик материал йыйыуҙың киң таралған ысулы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә (бер нисә аҙнанан алып ике айға тиклем) көнкүреш, торлаҡ, кейем, кәрәк-яраҡ, йәғни стационар күҙәтеү талап итмәгән материал йыйырға мөмкинлек бирә.[20]
Ялан этнографик тикшеренеүҙәре ваҡытында түбәндәге ысулдар ҡулланыла:
- Күҙәтеү — тикшеренеүсенең өйрәнелә торған мөхиткә инеүе. Тикшеренеүсе өйрәнелә торған социум тормошонда ҡатнаша, йәки ситтән генә күҙәтә.
- Һорау алыу: беренсел мәғлүмәт йыйыу ысулы. Этнограф тәүҙә һорауҙар төҙөй, ә һуңынан уның буйынса халыҡ менән әңгәмәләшә.
- Анкета тултырыу - тикшеренеүсе информатор менән шәхсән әңгәмәләшмәй, ә һорауҙарға яуапты анкета аша ала (почта аша, листовкалар йәки матбуғат таратыу юлы менән).
- Әңгәмә - һорауҙарға яуап алыу маҡсатында ойошторолған шәхси әңгәмә.
Шулай уҡ:
- Халыҡтарҙа ҡалған, әммә элекке мәғәнәһен юғалтҡан теге йәки был күренештәрҙе өйрәнеү ысулы.
- Сағыштырма-функциональ (йәки кросс-мәҙәни) ысул, халыҡтар үҫешендәге дөйөмлөктө, шулай уҡ уларҙың сәбәптәрен сағыштырыу юлы менән асыҡлау.
Хужалыҡ-мәҙәни төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихи-мәҙәни өлкәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антропологик классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Лингвистик классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этнографияның башҡа фәндәр менән бәйләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк тикшеренеүсе-этнографтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гумилёв Лев Николаевич
- Итс Рудольф Фердинандович
- Гадло Александр Вильямович
- Токарев Сергей Александрович
- Бромлей Юлиан Владимирович
- Фрэзер Джеймс Джордж
- Леви-Стросс Клод
- Боас Франц
- Малиновский Бронислав Каспар
- Миклухо-Маклай Николай Николаевич
- Тайлор Эдуард Бернетт
- Морган Льюис
- Дюркгейм Эмиль
- Мид Маргарет
- Бенедикт Рут
- Рубин Рут
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Этнография // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Большой энциклопедический словарь / Гл. ред. А. М. Прохоров. Изд. 2-е, перераб. и доп. М.; СПб., 2000.
- ↑ Коренное население Камчатки — Чукчи. Этнография Камчатки. Камчатский край, Петропавловск-Камчатский Архивная копия от 4 ноябрь 2011 на Wayback Machine краеведческий сайт о Камчатке
- ↑ См. подр.: Валерий Тишков 2012 йылдың 22 июль көнөндә архивланған.:
- ↑ В. С. Бузин, доцент кафедры этнографии и антропологии СПбГУ в предисловии к своей работе, пишет:
- ↑ Парадоксы народоведения . peoples-rights.info. Дата обращения: 5 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 24 июль 2012 года.
- ↑ С. А. Токарев. Этнография народов СССР. М., 1958 стр. 3-10
- ↑ Р.Ф. Итс. Указ.соч. стр. 5
- ↑ Этногафия и этнология в гуманитарном образовании . ahey.narod.ru. Дата обращения: 5 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 26 март 2010 года.
- ↑ В.А. Тишков.Мои инициативы . Дата обращения: 31 октябрь 2010. Архивировано 22 ноябрь 2011 года.
- ↑ Там же. См. также Реквием по этносу 2010 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ История исторического факультета АлтГУ . Дата обращения: 5 октябрь 2010. Архивировано 26 июль 2012 года. 2012 йылдың 26 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Кафедра этнографии и музееведения — Омский государственный университет . Дата обращения: 5 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 21 март 2013 года. 2013 йылдың 21 март көнөндә архивланған.
- ↑ Кафедра этнографии и антропологии — Исторический факультет СПбГУ — AbNews.ru — агентство бизнес новостей . Дата обращения: 5 октябрь 2010. Архивировано 21 апрель 2013 года.
- ↑ Прив.по: Племя, народность, нация: Социал.- филос. исслед. / Беркович Наум Арьевич. СПб.: Наука, 2001.
- ↑ Бромлей Ю. К. К вопросу о сущности этноса // «Советская этнография». 1970 г.
- ↑ Учебник/Под ред. Ю. В. Бромлея и Г. Е. Маркова. М.: Высш. школа, 1982. — 320 стр. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано 10 май 2012 года.
- ↑ Этнография //Большая советская энциклопедия /Гл. ред. Б. А. Введенский. 2-е изд. М.: Гос. науч. из-во «БСЭ», 1955. Т. 49. С. 249—255.
- ↑ Полевая этнография . Дата обращения: 31 июль 2010. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2012 года. 2012 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Громов Г. Методика этнографических экспедиций. — М.: МГУ, 1966 стр. 10-12
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бернардино де Саагун, Куприенко С.А. Общая история о делах Новой Испании. Книги X-XI: Познания астеков в медицине и ботанике / Ред. и пер. С. А. Куприенко.. — К.: Видавець Купрієнко С.А., 2013. — 218 с. — (Месоамерика. Источники. История. Человек). — ISBN 978-617-7085-07-1.
- Бромлей Ю. В. Этнос и этнография. — М.: 1973
- Бромлей Ю. В., Марков Г. Е. Этнография. — М.: МГУ, 1982
- Громов Г. Г. Методика этнографических экспедиций. — М. 1966.
- Итс Р. Ф. Введение в этнографию: Учебное пособие 2007 йылдың 29 май көнөндә архивланған.. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1991
- Пименов В. В. Основы этнографии: программа дисциплины. — М.: МГУ, 1988.
- Пименов В. В. Основы этнологии: Учебное пособие. — М., МГУ 2007.
- Тишков В. А. Реквием по этносу: исследования по социально-культурной антропологии 2010 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған.. — М.: Наука 2003.
- Токарев С. А. История русской этнографии. — М.: Наука, 1966.
- Токарев С. А. Истоки этнографической науки. — М.: Наука, 1978.
- Токарев С. А. История зарубежной этнографии. — М.: Высшая школа, 1978.
- Токарев С. А. Этнография народов СССР. Исторические основы быта и культуры. — М.: МГУ 1952
- Чебоксаров Н. Н., Чебоксарова И. А. Народы, расы, культуры. — М.: Наука, 1971
- Штернберг Л. Я. Этнография // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Дәреслектәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Этнология (этнография) / под ред. В. А. Козьмина, В. С. Бузина. — М.: Издательство Юрайт, 2022. — 438 с. — (Высшее образование). — ISBN 978-5-534-00916-3.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Методы, использованные при исследовании этнокультуры
- Семёнов Ю. И. Предмет этнографии (этнологии) и основные составляющие её научные дисциплины 2007 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған.
- Пыжиков А. В. О становлении русской этнографии 2020 йылдың 21 август көнөндә архивланған.
- Публикации по этнографии: о народах России 2006 йылдың 8 май көнөндә архивланған.
- Организации
- Институт этнологии и антропологии имени Н. Н. Миклухо-Маклая 2017 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
- Комиссия этнографии Московского центра Русского географического общества
- Музеи
- Российский этнографический музей 2012 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған. СПб.
- Музей этнографии и антропологии имени Петра Великого (Кунсткамера) 2010 йылдың 31 июль көнөндә архивланған. СПб.
- Музей этнографии в Могилёве, Беларусь
- Этнографический музей «Хутор Савки» 2018 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған., Украина