Кунсткамера

undefined

Кунстка́мера (нем. Kunstkammer) — һирәк әйберҙәр кабинеты — Рәсәйҙә беренсе музей, Санкт-Петербургта батша Петр I тарафынан ойошторола (1714).

Унда бик күп халыҡтарҙың көнкүрешен һәм тарихын асыусы боронғо уникаль ҡомартҡылар тупланған. Күптәр өсөн был музей анатомияла һирәк осраған һәм аномаль коллекция булараҡ билдәле. Кунсткамера бинаһы XVIII быуат башынан Рәсәй Фәндәр академияһының символы булып тора[2]. РФ Президентының 1991 йылдың 18 декабрендәге указы менән бина Рәсәйҙең милли мираҫының айырыуса ҡиммәтле объекттарына индерелгән. Кунсткамера башняһы башында армилляр сфера ҡуйылған[3].

Этимологияһы

Кунсткаммера (нем. Kunstkammer — сәнғәт бүлмәһе) — төрлө тарихи, художество, тәбиғи фән һәм башҡа һирәк әйберҙәр коллекцияларының һәм уларҙы һаҡлау урындарының атамаһы. XVI—XVII быуаттарҙа һирәк осраған әйберҙәр кабинеттары күп кенә кенәз һәм король һарайҙары милке була. Мәҫәлән, XVII быуатта Дания короле Фредерик III Данияның Король Кунсткамераһына нигеҙ һала[4], ул Х. К. Андерсендың «Принцесса на горошине» әкиәтендә телгә алына.

Тарихы

Пётр I 1697—1698 йылдарҙа «Бөйөк илселек» ваҡытында Голландияның һәм Англияның алға киткән ҡалалары менән таныша. Шулай уҡ диңгеҙ аръяғындағы «куншттар» кабинеттарын, йәғни һирәк күренештәрҙе, мөғжизәләрҙе күрә. Батша бындай яңылыҡтар менән бик ҡыҙыҡһын, һәм тотош коллекциялар һәм айырым әйберҙәр: китаптар, приборҙар, ҡоралдар, тәбиғәттә һирәк осраған әйберҙәрҙе һатып ала. Был әйберҙәр «Батша кабинетының», ә һуңынан Петр кунсткамераһының нигеҙен тәшкил итә.

undefined
undefined

Рәсәйгә ҡайтҡас, Петр «һирәк әйберҙәр кабинетын» төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Рәсәй баш ҡалаһын Мәскәүҙән Петербургҡа күсергәндә «Дәүләт хакимдары кабинетын» да күсерергә бойора. Бина Кунсткамера тип атала. Был ваҡиға 1714 йылда була һәм музейға нигеҙ һалыу датаһы тип һанала.

Материалдар күп булғанлыҡтан, 1830-сы йылдарҙа Кунсткамераның Анатомия, Зоология, Этнография, Ботаника, Минералогия музейҙары барлыҡҡа килә.

Музей фондына шулай уҡ Дж. Кук, И. Ф. Крузенштерн, Ю. Ф. Лисянский, Ф. А. Головин, Ф. П. Литке, Г. И. Лангсдорф, Н. Н. Миклухо-Маклай, М. А. Кастрен, В. К. Арсеньев, С. Ф. Ольденбург һәм башҡаларың экспедициялары барышында йыйылған коллекциялар ҙа инә[5].

Кунсткамера һәм Антропология һәм этнография музейы директорҙары (МАЭ)

Кунсткамера
МАЭ

Иҫкәрмәләр

  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. Музей антропологии и этнографии им. Петра Великого (Кунсткамера). www.museum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2019. Архивировано 3 май 2019 года.
  3. Обсерватория и армиллярная сфера. КУНСТКАМЕРА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 26 август 2016 года.
  4. Nationalmuseet (дат.). Nationalmuseet. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2019. Архивировано 26 декабрь 2019 года.
  5. Антропологии и этнографии музей / Решетов А. М. // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 86—87. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә