Бартольд Василий Владимирович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Василий Владимирович Бартольд
Vasily Bartold.jpg
Тыуған көнө 3 (15) ноябрь 1869({{padleft:1869|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Российская империя
Вафат көнө 19 август 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (60 йәш)
Вафат урыны Ленинград, СССР
Ил Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ғилми даирәһе востоковедение, история, филология
Эшләгән урыны
Альма-матер Ҡалып:Императорский Санкт-Петербургский университет
Ғилми дәрәжәһе доктор истории
Ғилми исеме академик СПбАН, академик АН СССР
Уҡыусылары
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Бартольд Василий Владимирович (15 ноябрь 1869 йыл19 август 1930 йыл) — тарихсы-ғалим, шәрҡиәтсе. 1920 йылдан Петроградтағы (1924 йылдан — Ленинград) Көнсығыш институты профессоры, 1928—1930 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Төрөк ғилеме кабинеты (Ленинград) директоры. Санкт-Петербург (1913), Рәсәй империяһы (1917) һәм СССР Фәндәр академиялары (1925) академигы. Шәреҡ тарихы докторы (1900), профессор (1901). Тәүге тапҡыр 1913 йылда немец телендә баҫылған «Ислам энциклопедияһы» китабында «Баджгирд» мәҡәләһендә «башҡорт» этнонимы, башҡорттар, 17—18 быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, Башҡортостандағы ер сәйәсәте тураһында мәғлүмәттәр бирә. Рус археология йәмғиәтенең Ҙур алтын миҙалы менән бүләкләнеүсе (1913).

«Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙлеге»нең һәм «Ислам энциклопедияһы»ның тәүге баҫмаһының авторҙарҙарының береһе (246 мәҡәлә)

Василий Владимирович Бартольд 1869 йылда хәҙерге Санкт-Петербургта сығышы менән немец булған биржа маклеры ғаиләһендә тыуған. 1887 йылда һигеҙенсе Петербург гимназияһын тамамлай. Петербург университетының көнсығыш телдәре факультетына уҡырға инә. 1891 йылда университетты тамамлай, 1892 йылдан шунда уҡ эшләй. Атаһының аҡсаһы Бартольдҡа үҙенең белемен тулыландырыу, шул иҫәптән сит илгә сәйәхәт итеү өсөн сығымдар алдында туҡтамаҫҡа мөмкинлек бирә.

1899 йылда Стенли Лэн-Пулдың Бартольд тәржемәһе менән күп һанлы төҙәтеүҙәр индерелгән «Мосолман династиялары» («Мусульманские династии») китабы баҫылып сыға[1].

1900 йылда «Төркөстан монгол баҫып алыуы дәүерендә» диссертацияһын яҡлап (1-се һәм 2-се өлөштәре, СПб., 1898—1900), Бартольд Көнсығыш тарихы докторы дәрәжәһен ала. Петербург университетында уҡыта, йыл һайын Көнсығыш илдәренә сәйәхәт ҡыла.

1901 йылда В. Бартольд экстраординар, 1906 йылда Петербург университетының ординар профессоры итеп тәғәйенләнә. 1903 йылда Урта һәм Көнсығыш Азияны өйрәнеү өсөн ойошторолған Рус комитетының секретары була. 1904 йылда Сәмәрҡәнд тирәһендә археологик ҡаҙыныуҙар үткәрә. 1910 йылда Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, 1913 йылда «Азия халыҡтарының әҙәбиәте һәм тарихы» разряды буйынса ординар академи[2].

Октябрь революцияһынан һуң Бартольд 1921 йылда Азия музейы эргәһендә ойошторолған Көнсығыш белгестәре коллегияһын етәкләй. Совет власының тәүге йылдарында уҡ ул хәл итеүҙә ҡатнашҡан мөһим мәсьәләләрҙең береһе — РСФСР һәм СССР халыҡтары өсөн яҙма булдырыу һәм ғәрәп алфавитын латин алфавитына алмаштырыу. «Император Рус археология йәмғиәтенең Көнсығыш бүлексәһе яҙмалары» (1908—1912), «Ислам донъяһы» (1912—1913), «Мосолман донъяһы» (1917), «Көнсығыш белгестәре коллегияһы яҙмалары» (1925—1930) журналдарының мөхәррире була[3].

1930 йылдың 19 авгусында вафат була. Смоленск лютеран зыяратында ерләнгән[4]. Уның туғыҙ томлыҡ әҫәрҙәре йыйынтығы 1963—1977 йылдарҙа сыға.

Фәнни тикшеренеүҙәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни тикшеренеүҙәре Урта һәм Үҙәк Азия, Алыҫ Көнсығыш, Көнсығыш Европа һәм Кавказ халыҡтарын һәм дәүләттәрен, Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәттәренең үҙ‑ара йоғонтоһон, шәрҡиәт һәм ислам тарихын, археология, тарихи география, сығанаҡтар өйрәнеү, нумизматика, эпиграфика һәм этнографияны өйрәнеүгә арналған[5].

1912 йылда «Халиф һәм султан» хеҙмәтендә ғилми асыш яһай: ул XVI быуатта Ғәббәсиҙәрҙең һуңғы хәлифе Мөтәүәккилдең ғосман солтаны Сәлим Явузға власты тапшырыуы тураһындағы фараздың XVIII быуатта ғына барлыҡҡа килгән легенда булыуын иҫбатлай[3].

1913 йылдың майында Бартольд Көньяҡ Урал, Себер һәм Урта Азия буйлап ғилми сәфәргә сыға, Ырымбурҙа, Өфөлә, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Стәрлебаш ауылында була[5]. 1917 йылдың февралендә Бартольд Рәсәй һәм күрше илдәр халҡының ҡәбилә составын өйрәнеү буйынса академия комиссияһы составына инә (рәйесе — академик Сергей Ольденбург).

Тәүге тапҡыр «Ислам энциклопедияһы» (1913; нем. телендә) китабында баҫылған «Баджгирд» мәҡәләһе «башҡорт» этнонимы башҡорттар, башҡорт ихтилалдары (XVII-XVIII бб), башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, Башҡортостандағы ер сәйәсәте тураһында мәғлүмәттәр бирә[5].

  1. Н. Акрамов, Б. А. Литвинский. Выдающийся русский востоковед В. В. Бартольд: научно-биографический очерк. — АНТ ССР, 1963. — 110 с.
  2. Густерин Павел Васильевич. Коран как объект изучения. — Саарбрюккен: LAP LAMBERT Academic Publishing., 2014. — 47 с. — ISBN 978-3-659-51259-9.
  3. 1 2 Арапов Д.Ю.. Бартольд Василий Владимирович, Большая российская энциклопедия 2004-2017. 5 июнь 2025 тикшерелгән.
  4. Бартольд В. В., (1869—1930), востоковед. Дата обращения: 5 февраль 2025.
  5. 1 2 3 Кучумов И.В., Сәлихов Ә. Ғ. Бартольд Василий Владимирович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.