Литке Фёдор Петрович
Фёдор Петро́вич Ли́тке (нем. Friedrich Benjamin Graf von Lütke, Фридрих Беньямин Граф фон Лютке; 17 [28] сентябрь 1797 — 8 [20] август 1882) — Рәсәй империяһының диңгеҙҙә йөҙөүсеһе, географ, Арктиканы тикшереүсе, Рус география йәмғиәтенә нигеҙ һалыусы, генерал-адъютант (1842), адмирал (1855), Фәндәр академияһы президенты (1864—1882)[1].
Уның исеме донъя картаһында төрлө географик объекттарҙың ун биш топонимында мәңгеләштерелгән: Төньяҡ Боҙло океандағы утрау, Охот диңгеҙенең көньяҡ-көнбайыш ярындағы морон, Амур ҡултығының төньяҡ-көнбайыш ярындағы морон, Беринг диңгеҙендәге Карагин утрауы менән Камчатка араһындағы боғаҙ һәм башҡалар[2].
1920 йылда «Фёдор Литке» исеме Совет диңгеҙ флотының боҙватҡысына, Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүҙә ҡатнашыусыға бирелә[3].
Биография
Фёдор Литке 1797 йылдың 17 (яңы стиль буйынса 28) сентябрендә Санкт-Петербургта немец сығышлы чиновник Пётр Литке ғаиләһендә тыуған. Әсәһе, Анна Доротея Литке (ҡыҙ фамилияһы Энгель), бала тыуҙырғанда вафат була. Атаһы киләһе йылда икенсе тапҡыр өйләнә, әммә тәрбиә бөтәһе лә ете йәшенә тиклем бала ҡараусы ҡатынға йөкмәтелә. 1804 йылда немец Мейер пансионына уҡырға бирәләр, унда уҡытыу бик насар була. Атаһы үлгәндән һуң Федяны ағаһы Энгель тәрбиәгә ала, ул юғары вазифалы чиновник, Дәүләт советы ағзаһы һәм Польша эштәре департаменты директоры була. 1812 йылда ул Свеаборгҡа (Финляндия ҡәлғәһе) капитан-лейтенант Сульменев Иван Саввичҡа кейәүгә сыҡҡан апаһына күсеп килә. 1812 йылғы Ватан һуғышында Сульменев Балтик буйы елкәнле канонер кәмәләр отряды менән етәкселек итә. Фёдорҙың диңгеҙсе булырға ныҡлы ҡарар итеүенә инанғас, Сульменев уға математика һәм навигация нигеҙҙәрен өйрәтеүсе уҡытыусылар яллай[4].
Флот карьераһы һәм фәнни диңгеҙ сәйәхәттәре
Диңгеҙ корпусы курсы өсөн имтиханды экстерн тапшырып, 1813 йылдың 27 апрелендә флотҡа ирекмән итеп алына, 29 майҙа гардемарин дәрәжәһенә күсерелә. Йәш гардемарин Сульменев отрядында хеҙмәт итә башлай. Данцигта Сульменев етәкселегендәге француз частарына ҡаршы алыштарҙа ҡыйыулығы, тапҡырлығы һәм үҙен ҡулда тота белеүе өсөн Фёдор Литке Хәрби ордендың айырма билдәһе менән бүләкләнә һәм мичман дәрәжәһен ала[4].
Фёдор Петрович Литке 1816 йылға тиклем Балтик флотында хеҙмәт итә, һуңынан «Камчатка» шлюпында донъя тирәләй сәйәхәттә ҡатнаша (1817 йылдың 26 авгусы — 1819 йылдың 5 сентябре). «Камчатка» Атлантиканы киҫеп үтә, Горн моронон урап үтә, Тымыҡ океан аша Камчаткаға барып етә, Төньяҡ Американың бөтә рус биләмәләрендә, Гавай, Мариан һәм Молукка утрауҙарында була, Һинд океанын киҫеп үтә һәм Добрая Надежда моронон урап үтеп, Кронштадтҡа ҡайта. Литке шлюпта гидрографик экспедиция начальнигы була[1].
1821-1824 йылдарҙа Литке «Яңы Ер» архипелагында үҙ аллы фәнни экспедиция яһай. Ул Яңы Ер ярҙарын тасуирлай, Аҡ диңгеҙ буйында күп географик билдәләр яһай, диңгеҙҙең фарватеры[5] һәм хәүефле һай урындарын тикшерә.
1826—1829 йылдарҙа Литке «Сенявин» шлюпында донъя тирәләй экспедиция менән етәкселек итә. Экспедиция Тымыҡ океандың өйрәнелмәгән райондары буйлап үтә, Рус Америкаһында була, Каролин һәм Мариан архипелагтары районында гидрографик тикшеренеүҙәр үткәрә. Океанияның күп утрауҙарының урыны билдәләнә һәм аныҡлана[2].
1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы ваҡытында Литке Фин ҡултығын инглиз-француз эскадраһынан обороналауҙы ойоштора, бының өсөн тулы адмирал чинын ала[1].
1866 йылда «оҙаҡ хеҙмәте, айырыуса мөһим йөкләмәләре һәм Европала билдәлелек алған ғалим хеҙмәттәре өсөн» Литке үҙенең нәҫелендә беренсе булып граф титулын ала[4].
Дәүләт һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге
1845—1850 һәм 1857—1872 йылдарҙа — Рус география йәмғиәтенең вице-рәйесе вазифаһын башҡара[2].
1850—1853 йылдрҙа — Ревель порты һәм Ревель ҡалаһы губернаторы вазифаһын биләй[1].
1853—1855 йылдарҙа — Кронштадт губернаторы була[2].
1855 йылда — Дәүләт советы ағзаһы итеп һайлана[4].
1864—1882 йылдарҙа — Фәндәр академияһы президенты була[2].
1882 йылдың 8 (20) авгусында вафат була, Санкт-Петербургтағы Волков лютеран зыяратында ерләнә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Литке Фёдор Петрович, Большая российская энциклопедия 2004-2017. 13 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Экспедиция Ф. П. Литке (1826–1829 гг.) Открытия и исследования в Каролинском архипелаге (Микронезия), Русские географические названия. 13 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ледорез "Фёдор Литке" - история судна и корабля, Военное обозрение. 13 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 Литке Фёдор Петрович, Люди земли Архангельской. 13 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Корабтар йөрөй торған, навигация өсөн хәүефһеҙ һәм ерҙә һәм/йәки картала билдәләнгән һыу арауығы (йылға, күл, диңгеҙ, боғаҙ) аша үтеү юлы