Гардемарин
Гардемарин (франц. garde-marine; башҡ. диңгеҙ һағы; рус. морская охрана) — ҡайһы бер дәүләттәрҙә хәрби-диңгеҙ званиеһы. Тәүге тапҡыр Францияла кардинал Ришельё Арман Жан дю Плесси тарафынан индерелә, уның вариҫы Кольбе́р 1670 йылда Францияның хәрби-диңгеҙ флоты өсөн кадрҙар әҙерләү өсөн гардемариндар подразделениеларын булдыра. Франциянан тыш, гардемарин званиеһы башҡа илдәрҙә лә ҡулланыла: Бразилия, Италия, Испания, Португалия, Рәсәй, Аргентина.
Рус император флотында 1716—1917 йылдарҙа — унтер-офицер званиеһы, 1716—1752 һәм 1860—1882 йылдарҙа хәрби хеҙмәт, ҡалған ваҡытта гардемариндар тип хәрби-диңгеҙ уҡыу йорттары тәрбиәләнеүселәрен атайҙар. Академия уҡыусыһынан мичмандың кесе обер-офицер чинына күсеү этабы булараҡ күҙаллана. Гардемарин хеҙмәте киләсәктәге диңгеҙ хеҙмәтенә әҙерлек маҡсатында алынған белемдәрҙе ғәмәлдә ҡулланыу һәм уларҙы камиллаштырыу мөмкинлеген бирә. Гардемариндар гардемарин ротаһы составына инәләр һәм порттар, экспедициялар буйынса бүленәләр, шулай уҡ сит илдәрҙә лә уҡыйҙар[1].
Төрлө йылдарҙа гардемариндар булған билдәле диңгеҙ офицерҙары : Фёдор Ушаков, Фаддей Беллинсгаузен, Михаил Лазарев, Лавр Корнилов, Павел Нахимов, Александр Колчак[2].
Тарихы
Был дәрәжәне Пётр I 1716 йылда Диңгеҙ гвардияһы академияһын тамамлаусыларға, гардемарин ротаһына ҡабул ителгәндә биргән (1718 йылдан). Караптарҙа гардемариндар түбәнге чиндар иҫәбендә торған, Преображенский полкы формаһын кейгән һәм диңгеҙ уставы буйынса «һуғышта һалдаттар кеүек, йөрөштә матростар кеүек» булған[3]. Кесе һәм өлкән гардемарин дәрәжәләрендә практика үткәндән һуң, улар офицерҙар итеп күсерелгән. 1720 йылғы диңгеҙ уставында карапта гардемариндар һаны билдәләнмәгән. Һуғыш ваҡытында гардемариндар пушкаларға яҙылған, унда канонирҙарға ярҙам иткән. Ҡалған ваҡытта улар матрос вазифаларын башҡарған, әммә практик йөҙөү ваҡытында көн һайын 4 сәғәт дауамында башҡа чиндарҙың вазифаларын үҙләштерергә тейеш булған: көнөнә бер сәғәт ярым улар менән штурман шөғөлләнгән, утыҙ минут — һалдат офицеры (мушкет менән эш итеүгә өйрәтеү), бер сәғәт — констапель йәки артиллерия офицеры (пушкалар менән эш итеүгә өйрәтеү), бер сәғәт — корабль командиры йәки офицерҙарҙың береһе (карапта идара итеүгә өйрәтеү)[4]
1752 йылда флот өсөн офицерҙар әҙерләүсе уҡыу йорттары бөтөрөлә, уның урынына Санкт-Петербургта Диңгеҙ кадет корпусы асыла. Өс йыл уҡыған уҡыусылар гардемариндар тип атала башлай. Беренсе гардемарин класында арифметика, геометрия, тригонометрия, сит тел һәм бер нисә диңгеҙ фәне өйрәнелә. Икенсе һәм өсөнсө йылдарҙа махсус предметтар өйрәнелә, тәүге ике йылдың йәйге айҙары караптарҙа практикаға бағышлана[4].
1860 йылда гардемарин исеме корпус тәрбиәләнеүсеһе булараҡ бөтөрөлә һәм флотта хәрби хеҙмәт званиеһы булараҡ яңынан булдырыла. Хеҙмәт буйынса гардемариндар армия прапорщиктарына тиңләштерелә, офицер формаһы (уртаһында галунлы һәм алтын якорлы погон һәм аксельбант) кейә һәм билдәле бер аҡсалата тәьминәт ала. Гардемариндарҙың хеҙмәт итеү ваҡыты 2 йыл була, кәм тигәндә 2 кампанияла йөҙөү шарты менән, шунан һуң улар мичман имтиханына индерелә. Был тәртип 1882 йылға тиклем һаҡлана, Диңгеҙ корпусы тәрбиәләнеүселәренең практик әҙерлеге көсәйтелә. Шуның һөҙөмтәһендә Диңгеҙ корпусының өлкән класы тәрбиәләнеүселәренә гардемарин исеме кире ҡайтарыла[4].
1906 йылдың 14 мартынан Диңгеҙ кадет корпусы һәм Диңгеҙ инженер училищеһын (2-се һәм 3-сө) тамамлаусылар өсөн карап гардемарины, карап гардемарины-суднолар төҙөүсе һәм корабль гардемарины-механик исемдәре индерелә. Мичман һәм инженер-механик мичман исемдәренә бер йыллыҡ судно практикаһы һәм имтихан тапшырғандан һуң күсереләләр; тапшырмағандар Адмиралтейство буйынса поручик йәки X класлы граждан чиновнигы булалар. Шул уҡ ваҡытта Диңгеҙ корпусында гардемариндарҙың өлкән һәм кесегә (ротаға ҡарап) бүленеше бөтөрөлә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында карап гардемарины исемен биреү формаль була[1].
1917 йылдан һуң карап гардемарины һәм гардемарин исемдәре бөтөрөлә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Емелин А.Ю., Копелев Д.Н.. Гардемарин, imha.ru. 13 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Белоусова А.. Кто такие гардемарины?, Аргументы и факты (10 апрель 2023). 13 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Когда в России появились гардемарины?, Культура РФ. 13 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Гардемарины, Военная энциклопедия (Сытин, 1911-1915). 13 июнь 2025 тикшерелгән.