Лазарев Михаил Петрович

Михаи́л Петро́вич Ла́зарев (3 [14] ноябрь 1788 йыл — 11 [23] апрель 1851 йыл — Рус флот башлығы һәм диңгеҙҙә йөҙөүсеһе, адмирал (1843), Изге Андрей Первозванный (1850) һәм Георгий IV дәрәжә (1817) ордендары кавалеры, Ҡара диңгеҙ флоты командующийы һәм Антарктиданы тәүге асыусы. Новороссийск ҡалаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе (1838).

Рәсәй флотында карап командиры вазифаһында өс тапҡыр донъя тирәләй йөҙөүҙе тормошҡа ашырған берҙән-бер офицер. Экспедиция барышында йөҙләгән утрау, ҡултыҡ һәм башҡа объекттар асыла һәм картаға төшөрөлә.

М. П. Лазарев — вице-адмирал Андрей Петрович Лазаревтың (1787) ҡустыһы һәм контр-адмирал Алексей Петрович Лазаревтың (1793) ағаһы.

Биография

Михаил Петрович Лазарев 1788 йылдың 3 ноябрендә (яңы стиль буйынса 14 ноябрь) губерна ҡалаһы Владимирҙа сенатор ғаиләһендә тыуған[6].

Атаһы — Пётр Гаврилович Лазарев (1743—1800) — сығышы менән Түбәнге Новгород губернаһының Арзамас өйәҙе боронғо дворян нәҫеләнән. Пётр Гаврилович Лазарев 1777 йылда Преображенский полкы капитаны, һуңынан сит ил кешеләрен опекалаү канцелярияһында хеҙмәт итә, 1780 йылда полковник чинында, 1781 йылда Тверь гражданлыҡ палатаһы рәйесе, 1782 йылда Тверь наместниклығының поручик идарасыһы вазифаһын биләй, ә 1783 йылдың 6 авгусында статский советник дәрәжәһенә күтәрелә. 1788—1796 йылдарҙа Пётр Гаврилович Лазарев Владимир наместниклығы идарасыһы вазифаһын башҡара. 1790 йылдың 21 апрелендә действительный статский советник, ә 1796 йылдың 19 декабрендә сенатор итеп тәғәйенләнә, йәшерен советник (тайный советник) дәрәжәһен ала[7].

Пётр Гаврилович Лазарев отставкалағы артиллерия майоры Андрей Михайлович Чагиндың ҡыҙы Аннаға (1762—1793) өйләнә. Уларҙың никахынан дүрт бала тыуа: улдары Андрей, Михаил, Алексей һәм ҡыҙҙары Вера. 1793 йылда Анна Андреевна, ә 1800 йылдың ғинуарында Пётр Гаврилович Лазарев вафат була. Пётр Гаврилович үлеме алдынан өс улын да Рәсәйҙең иң боронғо хәрби-диңгеҙ уҡыу йорто Диңгеҙ кадет корпусына уҡырға бирә[7].

1803 йылда Михаил Лазарев Диңгеҙ кадет корпусын тамамлай. Һуңынан гардемарин званиеһына имтихан тапшыра һәм Британия флотына ирекмән итеп ебәрелә. Уның караптарында биш йылға яҡын Урта диңгеҙҙә, Атлантик һәм Тымыҡ океан буйлап йөҙөүҙәрҙә ҡатнаша, Вест-Индияла[8] була. Һөҙөмтәлә Лазарев диңгеҙ эше практикаһында һәм теорияһында ныҡлы белем ала, үҙ аллы уҡый, тарихты һәм этнографияны өйрәнә[6].

Донъя буйлап сәйәхәт

1813 йылда лейтенант Лазаревҡа яңы тәғәйенләнеш бирелә — Ер шары тирәләй сәйәхәткә сығыусы «Суворов» фрегатына командалыҡ итеү. Был буласаҡ билдәле рус адмиралы һәм диңгеҙ сәйәхәтсеһенең беренсе донъя тирәләй йөҙөүе һәм Рәсәй флоты тарихында дүртенсе йөҙөү була. «Суворов» карабы XVIII быуат аҙағында урыҫ сәнәғәтселәре тарафынан ойошторолған Рәсәй-Америка компанияһына ҡарай. Экспедицияны Рәсәй-Америка компанияһы (РАК) Рус Америкаһына йөк ташыу һәм унан колониаль тауарҙар сығарыу маҡсатында ойоштора[9]

1813 йылдың октябрь башында сәйәхәткә әҙерлек тамамлана, һәм 9 октябрь таң менән «Суворов» Кронштадт рейдынан китә. Зунд, Каттегат һәм Скагеррак боғаҙҙары аша үтеп (Дания менән Скандинавия ярымутрауы араһында) һәм француз һәм Дания хәрби караптарының һөжүменән уңышлы ҡотолоп, Лазарев "Суворов"ты Ла-Маншҡа тиклем имен-аман еткерә. Портсмутта корабль өс айға һуҙылған туҡталыш яһай. 1814 йылдың 27 февралендә «Суворов» Портсмуттан сыға һәм көньяҡҡа табан йүнәлә. Ике аҙнанан һуң Лазарев карабы Мадейра утрауына яҡынлаша. 2 апрелдә «Суворов» экваторҙы үтә, ә 21 апрель кисен Рио-де-Жанейро бухтаһына инә һәм 24 майҙа Атлантик океанға сығып, көнсығышҡа йүнәлә. Артабан ул Африканы көньяҡтан урай. Һинд океаны аша сығып, Австралияны көньяҡтан урап үтә[9].

1814 йылдың 14 авгусында «Суворов» Порт-Джэксон ҡултығына инә һәм Сиднейға йүнәлә. Гаванға яҡынлашҡанда "Суворов"ты артиллерия салюты менән ҡаршылайҙар. Ул ваҡытта инглиздәргә ҡараған Яңы Көньяҡ Уэльс колонияһы губернаторы Наполеонды еңеү уңайынан урыҫ моряктарын сәләмләй. Был диңгеҙ сәйәхәтендә Лазарев Австралия, Бразилия, Төньяҡ Америка ярҙарының координаталарын аныҡлай һәм һүрәттәрен эшләй. 1816 йылдың июлендә «Суворов» Горн моронон урап үтеп, Кронштадтҡа ҡайта[9].

Антарктидаға сәйәхәт

undefined

1819 йылдың мартында Лазаревҡа Антарктида экспедицияһы составында «Мирный» шлюпы менән командалыҡ итеү йөкмәтелә. 2-се ранглы капитан Ф. Ф. Беллинсгаузенға «Восток» шлюпы менән командалыҡ итеү, шулай уҡ бөтә экспедицияға етәкселек итеү йөкмәтелә. Ике судно ла боҙҙа йөҙөүгә яраҡлаштырылмаған. Ике караптың экипажында бөтәһе 190 кеше иҫәпләнә. Экспедицияның төп маҡсаты — Көньяҡ полюсҡа мөмкин тиклем яҡынлашыу һәм ундағы ерҙәрҙе табыу. «Восток» һәм «Мирный» экипаждарына тәбиғәт фәндәре һәм этнография өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү йөкмәтелә. Экспедиция составында астроном И. М. Симонов, карап табиптары Я. Берг менән Н. А. Галкин, рәссам — Император художество академияһы академигы П. Михайлов була, ул яңы ерҙәрҙе, хайуандарҙы, үҫемлектәрҙе һүрәтләй[10].

Экспедиция ваҡытында, башлыса Антарктида диңгеҙҙәрендә, донъя тирәләй сәйәхәт ҡылына. Көньяҡ һәм Тымыҡ океанда бер нисә утрау асыла. Экспедицияның төп ваҡиғаһы, Беллинсгаузен һәм Лазарев исемдәрен диңгеҙҙә йөҙөү тарихына яҙған ваҡиға, 1820 йылдың 16 (28) ғинуарында була. Был көндө караптар кешелек тарихында тәүге тапҡыр Антарктиданың шельф (һай урын) боҙлоҡтарына яҡынлаша. Антарктида экспедицияһында ҡатнашҡаны өсөн Лазарев 2-се ранглы капитан дәрәжәһенә күтәрелә[10].

«Крейсер» фрегатында

undefined

Лазарев поляр экспедицияла булғанда, Рус Америкаһы районында хәл киҫкенләшә. 28 пушкалы «Аполлон» шлюпы[11] — Рәсәй-Америка компанияһының берҙән-бер хәрби судноһы, Рәсәйҙең бөтә территориаль һыуҙарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә алмай. Шуға күрә Рус Америкаһы ярҙарына 36 пушкалы «Крейсер» фрегатын[12] һәм «Ладога» шлюпын ебәрергә ҡарар ителә. Фрегатҡа командалыҡ итеү Лазаревҡа, ә «Ладога»ға — уның өлкән ағаһы Андрей Лазеревҡа йөкмәтелә[13].

1822 йылдың 17 авгусында Лазарев етәкселегендәге караптар Кронштадт рейдынан сыға. Экспедиция көслө дауылдар шарттарында башлана, был Лазаревты Портсмутта туҡтарға мәжбүр итә. Ноябрҙә генә гавандан китеп, Канар утрауҙарына, ә унан Бразилия ярҙарына йүнәлеш алырға мөмкинлек тыуа. «Крейсер» һәм «Ладога» 1823 йылдың 25 ғинуарында Бразилияның баш ҡалаһы Рио-де-Жанейроға килә, унда бер ай тирәһе торғандан һуң, артабанғы юлға әҙерлек башлана. Аҙыҡ-түлек һәм сөсө һыу запасын тулыландырғандан һуң, 22 февралдә Бразилия портынан китәләр. Насар метеорология шарттарына ҡарамаҫтан, «Крейсер» һәм «Ладога» экипаждары ауырлыҡтарҙы ныҡлы кисерә һәм 18 майҙа үҙ караптарын Тасмания утрауындағы Деруэнт (элек Дервент) портына өлгөлө хәлдә килтереп еткерә[13].

9 июндә «Крейсер» һәм «Ладога» Дервенттан сығып, Отаити (Таити) утрауына йүнәлә, унда яңы йәшелсә һәм емеш-еләк менән тәьмин ителергә, ә һуңынан төньяҡҡа, Америка ярҙарына барырға тейеш була. 1823 йылдың 3 сентябрендә М. П. Лазарев «Крейсер»ҙа Яңы Архангельск портына килә һәм унда 1824 йылдың октябренә тиклем Рәсәй-Америка компанияһы биләмәләрен һаҡлау буйынса бурыстарҙы үтәй. Яңы Архангельск портына билдәле диңгеҙ сәйәхәтсеһе капитан-лейтенант О. Е. Коцебу етәкселегендәге «Предприятие» шлюпы килеү менән, М. П. Лазарев Диңгеҙ штабы күрһәтмәһе буйынса уға компанияның промыслаларын һаҡлау буйынса вазифаларҙы тапшыра, ә үҙе «Крейсер» фрегатында Кронштадтҡа юллана[13].

1825 йылдың 5 авгусында Лазарев фрегатта Кронштадтҡа ҡайта. М. П. Лазаревтың «Крейсер» фрегатында 2 йыл 11 ай һәм 2 көн дауам иткән өсөнсө донъя тирәләй сәйәхәте уңышлы тамамлана[13].

Уңышлы поход өсөн ул 1-се ранглы капитан званиеһына күсерелә, 3-сө дәрәжәләге Изге Владимир ордены менән бүләкләнә[13].

Ҡара диңгеҙ флотында

1826 йылдың 27 февралендә М. П. Лазарев 12-се флот экипажы һәм Архангельскиҙа төҙөлөүсе 74 пушкалы «Азов» карабы командиры итеп тәғәйенләнә. Уның карапты яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәре уңышлы була, һуңынан яҡшыртылған проект буйынса тағы ла 15 шундай карап төҙөлә. Төҙөлөш тамамланғас, 1826 йылдың 5 авгусынан 19 сентябренә тиклем М. П. Лазарев «Азов», «Иезекииль» һәм «Смирный» хәрби транспортынан торған караптар отрядының Архангельскиҙан Кронштадтҡа күсеүен етәкләй[6].

1827 йылдың 10 июненән 6 октябренә тиклем «Азов» карабы менән командалыҡ итеп, Кронштадттан Урта диңгеҙгә күсә. 1827 йылдың 8 октябрендә «Азов» командиры булараҡ, М. П. Лазарев Наварин алышында ҡатнаша. Биш төрөк карабын юҡ итә: ике ҙур фрегатты һәм бер корветты батыра, Таһир-паша флагы аҫтындағы флагман карабын яндыра, 80 пушкалы линейный карапты һай һыуға сығырға мәжбүр итә, уны яндырып шартлата. Бынан тыш, Лазарев командалыҡ иткән «Азов» Мөхәррәм-бейҙең флагман карабын юҡ итә[6].

1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы ваҡытында Лазарев Дарданелл диңгеҙ блокадаһы менән етәкселек итә. 1830 йылда Адрианополь тыныслыҡ килешеүе төҙөлгәндән һуң, 10 вымпелдан торған эскадра башында Европа тирәләй Балтик диңгеҙенә кире күсә. Аҙаҡ, 1830—1831 йылдарҙа, бында караптар отряды менән командалыҡ итә, «Ҡара диңгеҙ флотын идара итеү буйынса яңы положение әҙерләү» комитетында эшләй. 1832 йылда Ҡара диңгеҙ флоты штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә бер йылдан һуң Босфорға поход яһаған эскадраны етәкләй, һөҙөмтәлә Рәсәй менән Төркиә араһында Ункяр-Искеле килешеүе төҙөлә[14].

1833 йылда вице-адмирал Лазарев Ҡара диңгеҙ флотының һәм Ҡара диңгеҙ порттарының баш командиры, Николаев һәм Севастополь хәрби губернаторы итеп тәғәйенләнә. Уның 18 йыллыҡ етәкселеге осоронда Рәсәйҙең көньяҡтағы хәрби-диңгеҙ көстәре нығытыла, бөтә Ҡара диңгеҙ-Урта диңгеҙ төбәгендә халыҡ-ара хәлгә йоғонто яһаусы ҡеүәтле факторға әүерелә. Флот 16 линейный һәм 150-нән ашыу башҡа ранглы караптар ала, Лазарев башланғысы менән төҙөлгән тәүге пароход-фрегаттар һәм тимер корпусы булған караптар сафҡа инә. Ул караптарҙы бомба пушкалары менән ҡоралландырыу, Севастополдә док һәм порт оҫтаханаларын төҙөү, яр буйында батареялар төҙөү өсөн күп эшләй. Адмиралтействоны булдырыу, Севастополь диңгеҙ китапханаһына нигеҙ һалыу эштәре башҡара. Флот көстәренең хәрби әҙерлегенә, отрядтарҙың һәм эскадраларҙың бергә йөҙөүенә, экипаждарҙы өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүлә[14].

М. П. Лазарев 1851 йылдың 2 апрелендә Венала вафат була һәм васыяты буйынса Севастополдә, Владимир соборының кәшәнә-склебында ерләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Brozović D., Ladan T. Mihail Petrovič Lazarev // Hrvatska enciklopedija (хорв.)LZMK, 1999. — 9272 б. — ISBN 978-953-6036-31-8
  2. 1 2 Лазарев, Михаил Петрович (урыҫ) // Русский биографический словарь / под ред. Н. Д. Чечулин, М. Г. КурдюмовСПб.: 1914. — Т. 10. — С. 37—40.
  3. 1 2 Лазарев Михаил Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Australian Dictionary of Biography (ингл.)MUP, 1966.
  5. http://the100.ru/en/admirals/mikhail-petrovich-lazar.html
  6. 1 2 3 4 Ястремский А.М.. Лазеров Ми­ха­ил Пет­ро­вич, Большая российская энциклопедия 2004-2017. 14 июнь 2025 тикшерелгән.
  7. 1 2 Родимцев И. А. Михаил Лазерев. — Серия замечательных людей. — Москва: Молодая гвардия, 2019. — 309 с. — ISBN 978-5-235-04235-3.
  8. Вест-Индия Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкалар араһында урынлашҡан
  9. 1 2 3 Кругосветное путешествие М.П.Лазарева на шлюпе «Суворов» (1813 - 1816 ), Морская библиотека им. М.П. Лазарева (.). 14 июнь 2025 тикшерелгән.}
  10. 1 2 ., Русские географисекие названия. 14 июнь 2025 тикшерелгән.
  11. Военный шлюп «Аполлон». 1821-1824. 14 июнь 2025 тикшерелгән.
  12. Хәрби карап төрө
  13. 1 2 3 4 5 Лазарев Михаил Петрович, Российская Антарктическая экспедиция. 14 июнь 2025 тикшерелгән.
  14. 1 2 Адмирал Лазарев Михаил Петрович, Черноморский флот. 15 июнь 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар