27 февраль
27 февраль (рус. 27 февраля) — рәсми календарь буйынса йылдың 58-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 307 көн ҡала (кәбисә йылында 308). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 28-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 1 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 36 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 10 сәғәт 35 минут. 🌘 Иҫке ай (йәше 28.92 көн).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Доминика Республикаһы: Мөстәҡиллек иғлан ителгән көн.
Иран: Ислам тәрбиәһе көнө.
Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Ингушетия: Конституция көнө.
Вьетнам: Докторҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Оборона министрлығының Махсус операция көстәре көнө.
- 425 йыл: Константинополдә университет асыла.
- 1598 йыл: Земство соборы ҡарары менән Борис Годунов батша итеп һайлана.
тулы исемлек
- 1617 йыл: 1614—1617 йылдарҙағы урыҫ-швед һуғышы Столбов солохо төҙөү менән тамамлана, уның буйынса Новгород Рәсәйгә ҡайтарыла.
- 1693 йыл: Лондонда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн донъялағы тәүге журнал сыға (The Ladies' Mercury).
- 1781 йыл: Екатерина II Санкт-Петербургта «ҡала мәктәптәре» — Рәсәй империяһында халыҡ өсөн асыҡ тәүге мәктәптәр асыу хаҡында ҡарар сығара.
- 1813 йыл: Рәсәй империяһы һәм Пруссия араһында Наполеонға ҡаршы Калиш союз трактатына ҡул ҡуйыла.
- 1825 йыл: Александр Сергеевич Пушкиндың «Евгений Онегин» поэмаһының беренсе бүлеге баҫыла.
- 1844 йыл: Доминика Республикаһы Гаитиҙан бойондорҡһоҙлоҡ ала.
- 1875 йыл: Өфө губерна земство йыйылышының тәүге ултырышы була.
- 1882 йыл: Рәсәй империяһында шәхси кешеләргә телефон менән файҙаланырға рөхсәт ителә.
- 1883 йыл: Сигара төрә торған автоматҡа патент алына.
- 1897 йыл: Яһалма татлыландырғыс шәкәрин эшләп сығарыла.
- 1900 йыл: Германияның «Бавария Мюнхен» футбол клубы ойошторола.
- 1915 йыл: Себер уҡсы дивизиялары немецтарҙы Прасныш янында ҡыйрата, уларҙы Көнсығыш Пруссияға сигендерә.
- 1917 йыл: Рәсәйҙә Февраль революцияһы башлана.
- 1919 йыл: Семберҙә Көнсығыш фронт революцион хәрби советы ағзалары (И. Т. Смилга, С. И. Гусев, С. С. Каменев) һәм Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре (М. А. Ҡулаев, М. Д. Халиҡов, Ә. И. Бикбауов) араһында Башҡортостан автономияһы шарттары һәм гарантиялары тураһында беренсел килешеү төҙөлә.
- 1919 йыл: Вильнюста Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы (Литбел) төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
- 1932 йыл: Харьков өлкәһе (Харьковщина) ойошторола.
- 1932 йыл: Джеймс Чедвик нейтронды аса.
- 1935 йыл: Әлшәй район гәзите сыға башлай.
- 1942 йыл: Джеймс Хей Ҡояш радианурланышын теркәй.
- 1951 йыл: Израилдә Ашкелон ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1964 йыл: Донъялағы тәүге туристик һыу аҫты аппараты «Огюст Пикар» мезоскафы һыуға төшөрөлә.
- 1965 йыл: «Ан-22» («Антей») транспорт самолётының тәүге осошо.
- 2000 йыл: Тажикстан парламентының түбәнге палатаһына һайлауҙар үтә.
- 2002 йыл: Рәсәйҙә «Диңгеҙ хеҙмәте өсөн» ордены булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикмөхәмәтова Бибисара Бикмөхәмәт ҡыҙы (1940), китапханасы. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының элекке китапханасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Чудакова Светлана Александровна (1940—2020), китапханасы, йәмәғәтсе. Октябрьский ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының элекке директоры һәм директор урынбаҫары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҡала ойошмаһының элекке рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Буйлов Александр Сергеевич (1950), инженер, сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 2002—2005 йылдарҙа «БелЗАН» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2010). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1981), «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе (2006). Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
- Перчаткина Наталья Ивановна (1950—2015), китапханасы. 1986—2005 йылдарҙа Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Антипина Наталья Климентьевна (1965), музыкант. 1985 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы, оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).
- Мамедова Татьяна Султановна (1965), опера йырсыһы, педагог. 1999 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры вокалсыһы, бер үк ваҡытта 2005 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең ҡала тибындағы Баҙар-Ҡараболаҡ ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иҙрисова Гөлфиә Фәйзелҡәүи ҡыҙы (1956), табип-гигиенист, йәмәғәтсе. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһының СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табип урынбаҫары. 2017 йылдан һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарының республика советы президиумы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хромченко Эвелина Леонидовна (1971), Рәсәй журналисы, яҙыусы, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы. Сығышы менән Өфөнән.
тулы исемлек
- Раян Алтыншин (1976), йырсы, Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
- Зинов Аркадий Владимирович (1976), балет артисы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2018 йылдың октябренән Красноярск крайының мәҙәниәт министры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы.
- Йәрмөхәмәтов Рөстәм Зиннур улы (1976), иҡтисадсы-ғалим. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004 йылдан дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр кандидаты (2002), иҡтисад фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чанышев Яҡуп Йыһангир улы (1892—6.11.1987), хәрби хеҙмәткәр. Генерал-лейтенант (1944). Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, ике Ленин (1945, 1945), дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), II дәрәжә Суворов (1944), I дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Туҡай ауылынан.
- Вәлиханов Әғзәм Вәлихан улы (1927—5.10.2006), нефтсе-инженер, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан «Татнефть» берекмәһе начальнигы, 1977 йылдан — [[СССР]] газ һәм нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1985—1987 йылдарҙа Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәте иҡтисадын ойоштороу ғилми-тикшеренеү институты директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Бабай ауылынан.
тулы исемлек
- Моряков Юрий Петрович (1937—5.03.1997), агроном. 1973 йылдан Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхозының баш агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
- Приказчиков Василий Иванович (1937), хеҙмәтләндереү өлкәһенең хеҙмәткәре. 1973—1998 йылдарҙа «Күмертаугаз» предприятиеһы директоры. Башҡортостан хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Морозов Юрий Дмитриевич (1942) сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1966 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Каустик» производство берекмәһе технологы, цех начальнигы, баш технологы һәм баш инженеры, 1986—2010 йылдарҙа «Технолог» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы, Рәсәйҙең почётлы химигы.
- Хаустов Анатолий Тихонович (1942—21.08.2017), актёр. 1965—2017 йылдарҙа Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театры актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984).
- Емельянов Евгений Иванович (1952), спортсы, тренер. Фехтование буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989), СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Рәсәйҙең (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. 1-се (2006) һәм 2-се (1998) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалдары, Халыҡтар дуҫлығы (2004) һәм Салауат Юлаев (2016) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәүәлиев Вәлиәхмәт Миншакир улы (1952), төҙөлөш тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1978—2000 йылдарҙа Бүздәк күсмә механизацияланған колоннаһының ПТО начальнигы, баш инженеры һәм начальнигы, 2003 йылдан Бүздәк район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһынан.
- Ғәзим Ильясов (1967), йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2012).
- Семёнова Әлфиә Наил ҡыҙы (1977), спортсы, Башҡортостандың йыйылма командаһы ағзаһы. Үтә еңел авиация спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Донъя чемпионы, Европа чемпионы һәм призёры, Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе Кәттәҡурған ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зеркина Анастасия Васильевна (1943), математик, педагог. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре 2003. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы (1953—1.01.2017), рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006), Рәсәй Рәссамдар союзының «Духовность. Традиции. Мастерство» алтын миҙалы менән бүләкләнеүсе (2014).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исанбаев Николай Исанбаевич (1929—24.09.2020), телсе-ғалим. 1996 йылдан Мари дәүләт университеты, 2002—2013 йылдарҙа — университеттың Милли мәҙәниәт һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Түбәнге Ҡасмаш ауылынан.
- Хәкимова Флүрә Басим ҡыҙы (1929—2013), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1956—1989 йылдарҙа Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһы акушеркаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Проскурин Леонид Иванович (1934), педагог, 1960—1994 йылдарҙа Дыуан ауыл хужалығы техникумының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Кондрашев Олег Фёдорович (1949), физик-ғалим. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005), доцент. Сығышы менән Ҡытайҙың Порт-Артур ҡалаһынан.
- Кирәева Лүзә Кәшәфетдин ҡыҙы (1959), педагог. Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының тарих уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019).
- Мостафина Сәймә Фәхер ҡыҙы (1959), китапханасы. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының ғилми-техник китапханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәрипов Фәиз Вилдан улы (1979), ҡурайсы. 2003 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1870 йыл: Башкиров Василий Николаевич, Рәсәй империяһы архитекторы.
- 1932 йыл: Элизабет Тейлор, кино актёры, «Голливуд королеваһы» исемен һәм өс тапҡыр «Оскар» премияһын яулаусы.
тулы исемлек
- 1956 йыл: Анне Вески, йырсы, Эстония ССР-ының атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011) кавалеры.
- 1936 йыл: Иван Петрович Павлов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың физиолог-ғалимы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1943 йыл: Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы (Александр Матросов), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).