Алтыншин Раян Мырҙабай улы

Раян Мырҙабай улы Алтыншин (рус. Раян Мурзабаевич Алтыншин; 1976 йылдың 11 феврале, Тимер, Башҡорт АССР-ы) — йырсы. 2003 йылдан Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).

Биографияһы

Алтыншин Раян Мырҙабай улы 1976 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған[1].

1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Артабан Бөрйән һәм Бәләбәй район мәҙәниәт һарайҙарында эшләй[1].

2003 йылдан Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе[2].

Филармонияның ижади төркөмдәре составында һәм яңғыҙ сығыштары менән Ҡурған, Силәбе, Төмән, Һамар, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында, Пермь крайында, шулай уҡ Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында гастролдәрҙә була. Республикала үткәрелгән төрлө йыр конкурстары һәм фестивалдәрендә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[3]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2016)
  • «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһы лауреаты (2013)
  • «Ирәндек моңдары — 2000» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты
  • «Яҙғы моңдар» республика йырсылар конкурсы дипломанты (1995)

Видеояҙмалар

  • Раян Алтыншин. «Һинен тормош минең хыялдарым». М. Түләбаева — З. Аҡбутина, режисёр Наил Хәмитов[4]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Алтыншин Раян Мурзабаевич. Муниципальное казенное учреждение Отдел культуры Администрации муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан (5 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026. (рус.)
  2. «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө. Официальный сайт ГАУК и И Нефтекамская государственная филармония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026. (рус.)
  3. Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана. ИА «Башинформ» (19 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026.
  4. https://vk.com/im?sel=276162418&z=video-125889204_456239017%2Fb4b72eb785e7fa0ab4

Һылтанмалар