Ингушетия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Субъект Российской Федерации
Ингушетия
ингуш. ГӀалгӀайчe
Magas.jpg
Флаг[d] Герб[d]
Флаг[d] Герб[d]
Ингушетия гимны
43°10′00″ с. ш. 44°49′00″ в. д.HGЯO
Ил
Входит в Төньяҡ Кавказ федераль округы
Көньяҡ федераль округ
Адм. үҙәк Мағас
Губернатор Махмуд-Али Макшарипович Калиматов
Тарихы һәм географияһы
Майҙаны 3628 км²
Сәғәт бүлкәте MSK (UTC+3)
Һанлы идентификаторһар
Код ISO 3166-2 RU-IN
Код ОКАТО 26

Рәсми сайт (рус.)
Ингушетия на карте
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Ингуш Республикаһы (ингуш. Гlалгlай Мохк, Гlалгlайче) — республика, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ Кавказ федераль округы составына инә[3].

Баш ҡалаһы — Мағас.

Ингуш Республикаһы Оло Кавказ һырты төньяҡ битләүенең үҙәк өлөшөндә) һәм уға яҡын урынлашҡан Терск, Сунженск һәм Скалист һырттарында урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 144 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо 72 км тәшкил итә.

Ингуш Республикаһы көнсығышта — Чечен Республикаһы, көньяҡта — Грузия, көнбайышта — Төньяҡ Осетия — Алания менән сиктәш. Федераль әһәмиәтендәге ҡалаларҙы иҫәпкә алмаған осраҡта, республика майҙаны буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң бәләкәйе тип иҫәпләнә.

1991 йылдың 30 ноябрендә РСФСР составында булдырылған Ингуш Республикаһын нигеҙендә ингуш дәүләтселеген тергеҙеү буйынса бөтә халыҡ ингуш референдумы үтә. Киң мәғлүмәт сараларында баҫылған референдум комиссия мәғлүмәттәре буйынса, референдумда ҡатнашҡан 92 мең кешенең (ингуштарҙың 70 проценты) 97,4 проценты үҙ республикаһын булдырыу теләген раҫлаған[112]. 1992 йылдың 4 июнендә Рәсәй Федарцияһы Юғары Советы «Рәсәй Федерацияһы составында Ингуш Республикаһын ойоштороу Тураһында» закон ҡабул итә[113]. Юғары Совет ҡарары Рәсәй Федерацияһының Халыҡ депутаттары съезы раҫлауына индерелә[114] һәм 1992 йылдың 10 декабрендә раҫлана[115]. Рәсәй Федерацияһының (РСФСР) 1978 йылғы Конституцияһына төҙәтмә индерәлә, Чечен — Ингуш Республикаһы рәсми рәүештә Ингуш республикаһына һәм Чечен Республикаһына бүленә[116]. Был закон 1992 йылдың 29 декабрендә «Российская газета»ла баҫылып сыға[117] һәм рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс, 1993 йылдың 9 ғинуарында көсөнә инә[118]. 1993 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ла Ингуш Республикаһын раҫлай.


250 000
500 000
750 000
1 000 000
1 250 000
1 500 000
1931
1989
1994
1999
2004
2009
2014
2019
2024

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡы 527 220 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 145,32 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 35,85 % (2015).

Республикала башлыса ингуштар (94,1 %), чечендар (4,6 %) һәм урыҫтар (0,8 %) йәшәй. 2002 йылда — 51, 2010 йылда — 22 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4][5].

  1. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2024 г. и в среднем за 2023 г. и компоненты её изменения. Федеральная служба государственной статистики (22 март 2024). Дата обращения: 25 март 2024.
  2. Шахрай С. М., Алексеев С. С., Собчак А. А., Конституционное совещание Российской Федерации, phaile Конституция Российской Федерации (урыҫ) // Российская газета — Россия: 1993. — Т. 102. — С. 102. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
  3. Конституция Российской Федерации. Ст. 5, пп. 1, 2
  4. Перепись населения 2002. Том 4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 3. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2007 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
  5. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года. Приложение 7. Национальный состав населения по субъектам Российской Федерации 2012 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
  • Т. Х. Муталиев. Тернистый путь народа // Ингушетия и ингуши / М. Д. Яндиева. — Москва: Новая Планета, 1992. — Т. II.
  • М.А. Яндиев. Древние общественно-политические институты народов Северного Кавказа. — ЛКИ. — Москва, 2007. — 464 с. — ISBN 978-5-382-00285-9.
  • Ингушетия и ингуши / М. Д. Яндиева. — Москва: Новая Планета, 2002. — Т. II.
  • Казиев Шапи, Карпеев Игорь. Повседневная жизнь горцев Северного Кавказа в XIX в.