Рәсәй Федерацияһы субъекттары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Рәсәй Федерацияһы субъекттары — тиң хоҡуҡлы республикалар, крайҙар, өлкәләр, федераль әһәмиәттәге ҡалалар, автономиялы өлкәләр, автономиялы округтарҙы берләштергән Рәсәй төбәктәре.

Субъекты Российской Федерации 2022.png

Рәсәй Федерацияһы субъектының төп хоҡуҡи асылы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй федерацияһы субъекттарының хоҡуҡи статусы Конституцияла тасуирлана.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы федератив дәүләт булып тора һәм 89 тиң хоҡуҡлы субъекттан — республикаларҙан, крайҙарҙан, өлкәләрҙән, федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙан, автономиялы округтарҙан һәм автономиялы өлкәләрҙән тора.

Рәсәй Федерацияһы субъектының юғары вазифалы кешеһе-Рәсәй Федерацияһы субъектының уставына йәки конституцияһына ярашлы һайланған һәм Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт власының юғары башҡарма органы етәксеһе булған баш етәксе — губернатор, мэр, субъект башлығы йәки субъект хакимиәте башлығы, әммә «президент» түгел, сөнки "Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәмәғәт власын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында «федераль законға ярашлы (20-се статья, 5-се өлөш) Рәсәй төбәктәре башлыҡтары вазифаларында дәүләт башлығы вазифаһының атамаһын тәшкил иткән һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе, йәғни «президент» һүҙен ҡулланыуҙы тыйыу бар.

Һәр төбәктең үҙ уставы йәки конституцияһы, башҡарма власть органдары системаһы, парламенты, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының ошо субъекты территорияһында ҡабул ителгән һәм ғәмәлдә булған үҙ ҡануниәте бар. Бынан тыш, Рәсәй федерацияһы субъекттары рәсәй парламентының Юғары палатаһына — Федерация советына икешәр вәкил ебәрә.

Рәсәй Федерацияһының федераль дәүләт власы органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә бөтә субъекттар үҙ-ара тиң хоҡуҡлы. Төбәктәр Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән уларҙың ҡарамағына индерелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү вәкәләтенә эйә. Рәсәй Федерацияһы составынан сығыу хоҡуғы Конституцияла ҡаралмаған.

Совет осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөмләштереүсе термин федерация субъекты тәүге тапҡыр 1990 йылда барлыҡҡа килә, ошо ваҡытҡа тиклем РСФСР-ҘЫ барлыҡҡа килтергән территориаль берәмектәр комплексының атамаһы булмай:

  • РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһының 14-се статьяһында РСФСР крайҙарҙан, өлкәләрҙән, автономиялы совет социалистик республикаларынан һәм автономиялы өлкәләрҙән тора, тип билдәләнә, әммә тап уларҙың федерация субъекттары булыуын раҫламай. Автономиялы өлкәләр, РСФСР-ҙың республика буйһоноуындағы ҡалалары кеүек үк, 1920-се йылдар аҙағында республика властарының туранан-тура идаралығы аҫтында булған милли административ берәмектәр тип иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта крайҙар һәм өлкәләрҙең эре территориаль берәмектәренең өлөшө булып ҡала (был крайҙарға һәм өлкәләргә тулыһынса буйһонған милли округтарҙан айырмалы рәүештә).
  • 1978 йылғы РСФСР Конституцияһы яңы формулировка индерҙе:** «Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһына автономиялы совет социалистик республикалары инә» тип билдәләне, һәм уларҙың исемлеге бирелде. Артабан: «РСФСР составында крайҙар... өлкәләр... республиканың ҡарамағындағы ҡалалар... крайҙар составына ингән автономиялы өлкәләр... крайҙар һәм өлкәләр составына ингән автономиялы округтар бар...» (71-се статья). Был формулировканан шундай һығымта яһалды: федерация субъекттары булып тик АССР-ҙар ғына тора, ә ҡалған административ берәмектәр федерация составына туранан-тура инә. Бынан тыш, РСФСР-ҙың республиканың ҡарамағындағы ҡалалары телгә алынып, был формулировка тәүгә уларҙың элекке кеүек өлкәләргә буйһонмауын күрһәтте.
  • Федерация субъекты төшөнсәһе 1990 йылдың 6 апрелендә ҡабул ителгән СССР законы № 1457-I «СССР һәм Федерация субъекттары араһында вәкәләттәрҙе сикләү тураһында» индерелде. Был закон тәүге тапҡыр СССР-ҙы федератив дәүләт тип атаны, әммә СССР Конституцияһы (70-се статья) 1990 йылдың аҙағына тиклем СССР-ҙы тура мәғәнәһендә федерация тип түгел, ә социалистик федерализм принциптарына нигеҙләнгән берҙәм союзлы күп милләтле дәүләт тип иғлан итеп килде. Федерация субъекттары тип союз республикалары һәм улар составындағы автономиялы республикалар (автономиялы берәмектәр) аталды.

Бынан тыш, 1990 йылда СССР Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәр СССР Федерация Советының эшләүен күҙ уңында тотто. Ул СССР Президенты етәкселегендә булды, уның составына СССР Вице-президенты һәм союз республикалары башлыҡтары инде. Федерация Советы ултырыштарында шулай уҡ автономиялы республикаларҙың, автономиялы өлкәләрҙең һәм автономиялы округтарҙың юғары вазифалы кешеләре ҡатнашыу хоҡуғына эйә ине.

1993 йылғы Рәсәй Конституцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы, 1993 йылда ҡабул ителеп, 1978 йылғы Рәсәй Конституцияһын алмаштырҙы, федерация субъекты төшөнсәһенең заманса мәғәнәһен нығытты (65-се статья). Конституция Рәсәй Федерацияһы составындағы барлыҡ төбәктәрҙең тигеҙ хоҡуҡлы булыуын билдәләне. Рәсәй Федерацияһының 65-се статьяһына ярашлы, ил төбәктәре түбәндәге субъект төрҙәренән тора: республикалар, крайҙар, өлкәләр, федераль әһәмиәттәге ҡалалар, автономиялы өлкәләр һәм автономиялы округтар.

Хәҙерге Рәсәйҙә бер генә автономиялы өлкә — Йәһүд автономиялы өлкәһе бар, ул Рәсәй Федерацияһының был төргә ҡараған берҙән-бер субъекты. Сөнки дәүләт ойошторолған ваҡытта булған барлыҡ автономиялы өлкәләр, Йәһүд автономиялы өлкәһенән тыш, автономиялы республикаларға әйләндерелде, һәм уларҙың яңы атамалары 1990 йылғы редакциялағы РСФСР Конституцияһында нығытылды.

РСФСР бөтөрөлгәс, уның территориаль ҡоролошонан айырмалы рәүештә, автономиялы округтар ҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттары булып китте, әммә улар ингән төбәктәрҙән төрлө кимәлдәге бәйлелек һаҡланып ҡалды. Һуңғараҡ Рәсәйҙең күпселек автономиялы округтары ошо төбәктәр составына индерелде. Иҫкесә булып түбәндәге автономиялы округтар (АО) ҡалды: Чукотка, Ханты-Манси, Ямал-Ненец һәм Ненец округтары. Рәсәйҙең федераль ҡануниәтенә ярашлы, автономиялы округ бер юлы Рәсәй Федерацияһының үҙ аллы субъекты ла, ул территориаль ингән ҙурыраҡ төбәк составының бер өлөшө лә булып тора ала (был уставҡа йәки ҙур төбәктең конституцияһына ярашлы билдәләнә). Чукотка АО — Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре составына инмәгән берҙән-бер автономиялы округы.

Элекке РСФСР-ҙың республиканың ҡарамағындағы ҡалалары — Мәскәү һәм Санкт-Петербург — федераль әһәмиәтле ҡалаларға әйләндерелде һәм үҙ аллы федерация субъекттары статусын һаҡлап ҡалды. Был статус уларға 1978 йылғы РСФСР Конституцияһында Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре составынан айырылып билдәләнгәйне.

Артабан, 2000 йылдарҙа Рәсәй төбәктәренең берләштереү процестары арҡаһында, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 65-се статьяһына төбәктәр исемлегенә үҙгәрештәр индерелде.

Территориялар ҡушылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылда Ҡырымды ҡушыу менән бәйле, Рәсәй Федерацияһы субъекттары исемлегенә Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәтле Севастополь ҡалаһы өҫтәлде[1].


Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 65-се статьяһына һуңғы үҙгәреш 2022 йылдың 6 октябрендә индерелде. Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре тураһында мәғлүмәттәр өҫтәлде[2].

1993 йылғы Рәсәй Конституцияһына ярашлы, дәүләт составында 89 субъект иҫәпләнә:**

  • 24 республика,
  • 9 край,
  • 48 өлкә,
  • 3 федераль әһәмиәтле ҡала,
  • 1 автономиялы өлкә,
  • 4 автономиялы округ.

Федерация субъекттары исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Рәсәй Федерацияһы субъектыФлагГербТерритория
(км²)
Халҡы
01.01.2024[8]
Адм. үҙәк/баш ҡалаАдм.-тер. төҙөлөшө
(ОКАТО)
Муниципаль берәмектәр
(ОКТМО)
Адм.-тер. бүленеш тарихы
1e-06Республикалар
1Адыгея Республикаһы
Flag of Adygea.svg
Coat of arms of Adygea.svg
7792500 591Майкоп7 район һәм 2 ҡала7 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
2Алтай Республикаһы
Flag of Altai Republic.svg
Coat of Arms of Altai Republic.svg
92903210 765Таулы Алтай10 район һәм 1 ҡала10 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
3Башҡортостан Республикаһы
Flag of Bashkortostan.svg
Coat of Arms of Bashkortostan.svg
1429474 064 361Өфө54 район һәм 21 ҡала54 муниципаль район, 9 ҡала округытулыраҡ
4Бүрәт Республикаһы
Flag of Buryatia.svg
Coat of Arms of Buryatia.svg
351334Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Улан-Удэ21 район һәм 2 ҡала21 муниципаль округ, 2 ҡала округытулыраҡ
5Дағстан Республикаһы
Flag of Dagestan.svg
Coat of Arms of Dagestan.svg
502703 232 224Махачкала41 район һәм 10 ҡала42 муниципаль район, 10 ҡала округытулыраҡ
6Донецк Халыҡ Республикаһы
Flag of Donetsk People's Republic.svg
Coat of Arms of the Donetsk People's Republic.svg
Значение не указано
(де-юре)
Донецк18 район һәм 12 ҡала18 муниципаль район һәм 12 ҡала округытулыраҡ
7Ингуш Республикаһы
Flag of Ingushetia.svg
Coat of arms of Ingushetia.svg
3628527 220Мағас4 район һәм 4 ҡала4 муниципаль район, 4 ҡала округытулыраҡ
8Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы
Flag of Kabardino-Balkaria.svg
Coat of Arms of Kabardino-Balkaria.svg
12470905 464Нальчик10 район һәм 3 ҡала10 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
9Ҡалмыҡ Республикаһы
Flag of Kalmykia.svg
Coat of Arms of Kalmykia.svg
74731266 770Элиста13 район һәм 1 ҡала13 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
10Ҡарасай-Черкес Республикаһы
Flag of Karachay-Cherkessia.svg
Coat of Arms of Karachay-Cherkessia.svg
14277468 322Черкесск10 район һәм 2 ҡала10 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
11Карел Республикаһы
Flag of Karelia.svg
Coat of Arms of Republic of Karelia.svg
180520523 856Петрозаводск16 район һәм 13 ҡала16 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
12Коми Республикаһы
Flag of Komi.svg
Coat of Arms of the Komi Republic.svg
416774720 610Сыктывкар12 район һәм 8 ҡала15 муниципаль район, 5 ҡала округытулыраҡ
13Ҡырым Республикаһы
Flag of Crimea.svg
Emblem of Crimea.svg
261001 909 499Симферополь18 район һәм 16 ҡала14 муниципаль район, 11 ҡала округытулыраҡ
14Луганск Халыҡ Республикаһы
Flag of the Luhansk People's Republic.svg
Coat of arms of Lugansk People's Republic.svg
Значение не указаноЛуганск17 район һәм 11 ҡала17 муниципаль район һәм 11 ҡала округы
15Марий Эл
Flag of Mari El.svg
Coat of Arms of Mari El.svg
23375Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Йошкар-Ола14 район һәм 4 ҡала14 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
16Мордва Республикаһы
Flag of Mordovia.svg
Coat of arms of Mordovia.svg
26128765 891Саранск22 район һәм 7 ҡала22 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
17Саха Республикаһы
Flag of Sakha.svg
Coat of Arms of Sakha (Yakutia).svg
30835231 001 664Якутск33 район һәм 5 ҡала34 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
18Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһы
Flag of North Ossetia.svg
Wapen Ossetien.svg
7987678 879Владикавказ8 район һәм 1 ҡала8 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
19Татарстан Республикаһы
Flag of Tatarstan.svg
Coat of Arms of Tatarstan.svg
67847Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Ҡазан43 район һәм 14 ҡала43 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
20Тыва Республикаһы
Flag of Tuva.svg
Coat of arms of Tuva.svg
168604Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Ҡыҙыл17 район һәм 2 ҡала17 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
21Удмурт Республикаһы
Flag of Udmurtia.svg
Coat of arms of Udmurtia.svg
420611 434 557Ижевск25 район һәм 5 ҡала25 муниципаль район, 5 ҡала округытулыраҡ
22Хакас Республикаһы
Flag of Khakassia.svg
Coat of arms of Khakassia.svg
61569528 175Абакан8 район һәм 5 ҡала8 муниципаль район, 5 ҡала округытулыраҡ
23Чечен Республикаһы
Flag of the Chechen Republic.svg
Coat of arms of Chechnya.svg
156471 552 866Грозный17 район һәм 6 ҡала17 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
24Сыуаш Республикаһы
Flag of Chuvashia.svg
Coat of Arms of Chuvashia.svg
183431 167 061Чебоксар21 район һәм 9 ҡала21 муниципальный район, 5 ҡала округытулыраҡ
24.000002Крайҙар
25Алтай крайы
Flag of Altai Krai.svg
Coat of Arms of Altai Krai.svg
167996Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Барнаул60 район һәм 11 ҡала60 муниципаль район, 11 ҡала округытулыраҡ
26Байкал аръяғы крайы
Flag of Zabaykalsky Krai.svg
Coat of arms of Zabaykalsky Krai.svg
431892984 395Чита31 район һәм 12 ҡала31 муниципальный район, 4 ҡала округытулыраҡ
27Камчатка крайы
Flag of Kamchatka Krai.svg
Coat of Arms of Kamchatka Krai.svg
464275288 947Петропавловск-Камчатский11 район һәм 3 ҡала11 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
28Краснодар крайы
Flag of Krasnodar Krai.svg
Coat of Arms of Krasnodar Kray.svg
754855 833 002Краснодар37 район һәм 15 ҡала37 муниципаль район, 8 ҡала округытулыраҡ
29Красноярск крайы
Flag of Krasnoyarsk Krai.svg
Coat of arms of Krasnoyarsk Krai.svg
23667972 846 120Красноярск54 район һәм 19 ҡала44 муниципаль район, 17 ҡала округытулыраҡ
30Пермь крайы
Flag of Perm Krai.svg
Coat of Arms of Perm Krai.svg
1602362 495 266Пермь33 район һәм 14 ҡала42 муниципаль район, 6 ҡала округытулыраҡ
31Приморье крайы
Flag of Primorsky Krai.svg
Coat of arms of Primorsky Krai.svg
164673Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Владивосток22 район һәм 12 ҡала22 муниципаль район, 12 ҡала округытулыраҡ
32Приморье крайы
Flag of Stavropol Krai.svg
Coat of arms of Stavropol Krai.svg
661602 886 108Ставрополь26 район һәм 10 ҡала26 муниципаль район, 9 ҡала округытулыраҡ
33Хабаровск крайы
Flag of Khabarovsk Krai.svg
Coat of arms of Khabarovsk Krai.svg
787633Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Хабаровск17 район һәм 6 ҡала17 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
33.000003Өлкәләр
34Амур өлкәһе
Flag of Amur Oblast.svg
Amurskaja obl coa 2008.png
361913750 083Благовещен20 район һәм 7 ҡала20 муниципаль район, 8 ҡала округытулыраҡ
35Архангельск өлкәһе[3]
Flag of Arkhangelsk Oblast.svg
Coat of Arms of Arkhangelsk oblast.svg
589913998 072Архангельск20 район һәм 8 ҡала (с НАО)19 муниципаль район, 7 ҡала округы (без НАО)тулыраҡ
36Әстерхан өлкәһе
Flag of Astrakhan Oblast.svg
Coat of Arms of Astrakhan Oblast.svg
49024946 429Астрахань11 район һәм 3 ҡала11 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
37Белгород өлкәһе
Flag of Belgorod Oblast.svg
Coat of arms of Belgorod Oblast.svg
27134Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Белгород21 район һәм 6 ҡала19 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
38Брянск өлкәһе
Flag of Bryansk Oblast.svg
Coat of Arms of Bryansk Oblast.svg
348571 142 404Брянск27 район һәм 5 ҡала27 муниципаль район, 6 ҡала округытулыраҡ
39Владимир өлкәһе
Flag of Vladimir Oblast.svg
Coat of arms of Vladimiri Oblast.svg
290841 309 942Владимир16 район һәм 10 ҡала16 муниципаль район, 5 ҡала округытулыраҡ
40Волгоград өлкәһе
Flag of Volgograd Oblast.svg
Coat of Arms of Volgograd oblast.svg
1128772 453 898Волгоград32 район һәм 6 ҡала32 муниципаль район, 6 ҡала округытулыраҡ
41Вологда өлкәһе
Flag of Vologda oblast.svg
Coat of arms of Vologda oblast.svg
144527Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Вологда26 район һәм 4 ҡала26 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
42Воронеж өлкәһе
Flag of Voronezh Oblast.svg
Coat of arms of Voronezh Oblast.svg
522162 273 417Воронеж32 район һәм 15 ҡала31 муниципальный район, 3 ҡала округытулыраҡ
43Запорожье өлкәһе
Flag of the Russian administered Zaporizhzhia Oblast.svg
Zaporozhie obl coa 2023.jpg
Значение не указано (де-юре)Мелитополь13 район, 3 ҡала13 муниципаль район, 3 ҡала округы
44Иваново өлкәһе
Flag of Ivanovo Oblast.svg
Coat of Arms of Ivanovo Oblast.svg
21437905 900Иваново21 район һәм 6 ҡала21 муниципальный район, 6 ҡала округытулыраҡ
45Иркутск өлкәһе
Flag of Irkutsk Oblast.svg
Coat of arms of Irkutsk Oblast.svg
7748462 330 537Иркутск33 район һәм 14 ҡала27 муниципаль район, 9 ҡала округытулыраҡ
46Калининград өлкәһе
Flag of Kaliningrad Oblast.svg
Coat of Arms of Kaliningrad Oblast.svg
151251 033 914Калининград13 район һәм 6 ҡала15 муниципаль район, 7 ҡала округытулыраҡ
47Калуга өлкәһе
Flag of Kaluga Oblast.svg
Coat of arms of Kaluga Oblast.svg
29777Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Калуга24 район һәм 4 ҡала24 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
48Кемерово өлкәһе — Кузбасс[4]
Flag of Kemerovo oblast.svg
Coat of arms of Kemerovo Oblast.svg
957252 547 684Кемерово19 район һәм 18 ҡала18 муниципаль район, 16 ҡала округытулыраҡ
49Киров өлкәһе
Flag of Kirov Oblast.svg
Coat of arms of Kirov Region.svg
1203741 129 935Киров39 район һәм 5 ҡала39 муниципаль район, 6 ҡала округытулыраҡ
50Кострома өлкәһе
Flag of Kostroma Oblast.svg
Coat of arms of Kostroma Oblast.svg
60211566 266Кострома24 район һәм 8 ҡала24 муниципаль район, 6 ҡала округытулыраҡ
51Ҡурған өлкәһе
Flag of Kurgan Oblast.svg
Coat of arms of Kurgan Oblast.svg
71488753 002Ҡурған24 район һәм 9 ҡала24 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
52Курск өлкәһе
Flag of Kursk Oblast.svg
Coat of Arms of Kursk oblast.svg
299971 060 892Курск28 район һәм 5 ҡала28 муниципаль район, 5 ҡала округытулыраҡ
53Ленинград өлкәһе
Flag of Leningrad Oblast.svg
Coat of arms of Leningrad Oblast.svg
83908Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Гатчина (де-юре),
Санкт-Петербург (де-факто)
17 район һәм 20 ҡала17 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
54Липецк өлкәһе
Flag of Lipetsk Oblast.svg
Coat of Arms of Lipetsk oblast.svg
240471 116 265Липецк18 район һәм 2 ҡала18 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
55Магадан өлкәһе
Flag of Magadan Oblast.svg
Coat of Arms of Magadan oblast.svg
462464133 387Магадан8 район һәм 2 ҡала8 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
56Мәскәү өлкәһе
Flag of Moscow oblast.svg
Coat of arms of Moscow Oblast (large).svg
443798 651 260Мәскәү[5], хөкүмәт Красногорскиҙа38 район һәм 56 ҡала16 муниципаль район, 51 ҡала округы (46 ҡала и 5 ЗАТО), с 2019 года 63 ҡала округытулыраҡ
57Мурманск өлкәһе
Flag of Murmansk Oblast.svg
Герб Мурманской области.svg
144902Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Мурманск5 район һәм 13 ҡала5 муниципаль район, 14 ҡала округытулыраҡ
58Түбәнге Новгород өлкәһе
Flag of Nizhny Novgorod Region.svg
Coat of arms of Nizhny Novgorod Region.svg
76624Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Түбәнге Новгород48 район һәм 12 ҡала48 муниципаль район, 4 ҡала округытулыраҡ
59Новгород өлкәһе
Flag of Novgorod Oblast.svg
Coat of arms of Novgorod Oblast.svg
54501571 447Бөйөк Новгород21 район һәм 10 ҡала21 муниципальный район, 1 ҡала округытулыраҡ
60Новосибирск өлкәһе
Flag of Novosibirsk oblast.svg
Coat of arms of Novosibirsk oblast.svg
1777562 789 532Новосибирск30 район һәм 7 ҡала30 муниципаль район, 5 ҡала округытулыраҡ
61Омск өлкәһе
Flag of Omsk Oblast.svg
Coat of arms of Omsk Oblast (2003-2020).svg
1411401 818 093Омск32 район һәм 6 ҡала32 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
62Ырымбур өлкәһе
Flag of Orenburg Oblast.svg
Coat of arms of Orenburg Oblast.svg
123702Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Ырымбур35 район һәм 12 ҡала35 муниципаль район, 9 ҡала округытулыраҡ
63Орёл өлкәһе
Flag of Oryol Oblast.svg
Coat of arms of Oryol Oblast (large).svg
24652692 486Орёл24 район һәм 3 ҡала24 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
64Пенза өлкәһе
Flag of Penza Oblast.svg
Coat of arms of Penza Oblast.svg
433521 236 113Пенза28 район һәм 5 ҡала27 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
65Псков өлкәһеFlag of Pskov Oblast.svg
Coat of arms of Pskov Oblast (2018).svg
55399581 147Псков24 район һәм 2 ҡала24 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
66Ростов өлкәһе
Flag of Rostov Oblast.svg
Coat of arms of Rostov Oblast.svg
1009674 152 518Дондағы Ростов43 район һәм 16 ҡала43 муниципаль район, 12 ҡала округытулыраҡ
67Рязань өлкәһе
Flag of Ryazan Oblast.svg
Coat of arms of Ryazan Oblast.svg
396051 082 231Рязань25 район һәм 4 ҡала25 муниципаль район, 4 ҡала округытулыраҡ
68Һамар өлкәһе
Flag of Samara Oblast.svg
Coat of arms of Samara Oblast.svg
535653 127 842Һамар27 район һәм 10 ҡала27 муниципаль район, 10 ҡала округытулыраҡ
69Һарытау өлкәһе
Flag of Saratov Oblast.svg
Coat of Arms of Saratov oblast.svg
1012402 385 163Һарытау38 район һәм 13 ҡала38 муниципаль район, 4 ҡала округытулыраҡ
70Сахалин өлкәһе
Flag of Sakhalin Oblast.svg
Sakhalin Oblast Coat of Arms.svg
87101457 590Южно-Сахалинск17 район һәм 9 ҡала1 муниципальный район, 17 ҡала округытулыраҡ
71Свердловск өлкәһе
Flag of Sverdlovsk Oblast.svg
Coat of Arms of Sverdlovsk oblast.svg
1943074 222 695Екатеринбург30 район һәм 34 ҡала5 муниципаль район, 68 ҡала округытулыраҡ
72Смоленск өлкәһе
Flag of Smolensk Oblast.svg
Coat of arms of Smolensk oblast.svg
49779863 987Смоленск25 район һәм 2 ҡала25 муниципаль район, 2 ҡала округытулыраҡ
73Тамбов өлкәһе
Flag of Tambov Oblast.svg
Coat of arms of Tambov Oblast.svg
34462Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).Тамбов23 район һәм 7 ҡала23 муниципаль район, 7 ҡала округытулыраҡ
74Тверь өлкәһе
Flag of Tver Oblast.svg
Coat of Arms of Tver oblast.svg
842011 199 747Тверь36 район һәм 12 ҡала36 муниципаль район, 7 ҡала округытулыраҡ
75Томск өлкәһе
Flag of Tomsk Oblast.svg
Coat of arms of Tomsk Oblast, Russia.svg
3143911 043 385Томск16 район һәм 6 ҡала16 муниципаль район, 4 ҡала округытулыраҡ
76Тула өлкәһе
Flag of Tula Oblast.svg
Coat of Arms of Tula oblast.png
256791 471 140Тула23 район һәм 9 ҡала23 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
77Төмән өлкәһе[6]
Flag of Tyumen Oblast.svg
Coat of Arms of Tyumen Oblast.svg
14641733 890 800Төмән38 район һәм 26 ҡала
ХМАО и ЯНАО)
21 муниципальный район, 5 ҡала округы
(без ХМАО и ЯНАО)
тулыраҡ
78Ульяновск өлкәһе
Flag of Ulyanovsk Oblast.svg
Герб Ульяновской области (2013).svg
371811 172 782Ульяновск21 район һәм 6 ҡала21 муниципальный район, 3 ҡала округытулыраҡ
79Херсон өлкәһе
Flag of Kherson Oblast (Russia).svg
Герб Херсонской области.svg
Херсон (де-юре),
Геническ (де-факто)
18 район, 2 ҡала18 муниципаль район, 2 ҡала округы
80Силәбе өлкәһе
Flag of Chelyabinsk Oblast.svg
Coat of arms of Chelyabinsk Oblast.svg
885293 395 798Силәбе24 район һәм 23 ҡала27 муниципаль район, 16 ҡала округытулыраҡ
81Ярославль өлкәһе
Flag of Yaroslavl Oblast.svg
Coat of arms of Yaroslavl Oblast.svg
361771 187 558Ярославль17 район һәм 11 ҡала17 муниципаль район, 3 ҡала округытулыраҡ
81.000004Федераль әһәмиәтле ҡала
82Мәскәү
Flag of Moscow, Russia.svg
Coat of Arms of Moscow.svg
251113 149 803Мәскәү12 административ округ146 эске муниципаль берәмек (125 муниципаль округ, 2 ҡала округы, 19 поселений)тулыраҡ
83Санкт-Петербург
Flag of Saint Petersburg.svg
Coat of Arms of Saint Petersburg (2003).svg
14395 597 763Санкт-Петербург18 район111 эске муниципаль берәмек (81 муниципальный округ, 9 ҡала и 21 посёлок)тулыраҡ
84Севастополь
Flag of Sevastopol.svg
COA of Sevastopol.svg
1080561 374Севастополь4 район10 эске муниципаль берәмек (9 муниципаль округ, 1 ҡала)тулыраҡ
84.000005Автоном өлкә
85Йәһүд автономиялы өлкәһе
Flag of the Jewish Autonomous Oblast.svg
Coat of arms of the Jewish Autonomous Oblast.svg
36266145 802Биробиджан5 район һәм 1 ҡала5 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
85.000006Автоном округтар
86Ненец АО[3]
Flag of Nenets Autonomous District.svg
Coat of arms of Nenets Autonomous Okrug.svg
17681042 224Нарьян-Мар1 район һәм 1 ҡала1 муниципальный район, 1 ҡала округытулыраҡ
87Ханты-Манси АО — Югра[6]
Flag of Yugra.svg
Coat of arms of Yugra (Khanty-Mansia).svg
5348011 759 386Ханты-Мансийск9 район һәм 14 ҡала9 муниципаль район, 13 ҡала округытулыраҡ
88Чукот АО
Flag of Chukotka.svg
Coat of Arms of Chukotka.svg
72148148 029Анадырь8 район һәм 1 ҡала6 муниципаль район, 1 ҡала округытулыраҡ
89Ямал-Ненец АО[6]
Flag of Yamal-Nenets Autonomous District.svg
Coat of Arms of Yamal Nenetsia.svg
769250515 960Салехард7 район һәм 8 ҡала7 муниципаль район, 6 ҡала округытулыраҡ
89.000007Рәсәй Федерацияһы[7]
Flag of Russia.svg
Coat of Arms of the Russian Federation.svg
17098242146 150 789Мәскәү

Рәсәй Федерацияһы субъекттарының төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таблицала Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәр төрөнөң конституцион-хоҡуҡи статусы үҙенсәлектәре килтерелә. Ҡушымталарҙа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының тейешле положениеларҙы үҙ эсенә алған статьялары күрһәтелгән.

Республика
  • Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында «дәүләт» тип ҡылыҡһырлана (5-се статьяның 2-се өлөшө):
« Республика (дәүләт) үҙ конституцияһына һәм закондар сығарыу хоҡуғына эйә »
  • статусы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм республика конституцияһы менән билдәләнә(5-се статьяның 2-се өлөшө, 66-сы статьяның 1-се өлөшө);
  • үҙенең дәүләт телдәрен билдәләү хоҡуғына эйә, һәм был телдәр Рәсәй Федерацияһы дәүләт органдарында, урындағы үҙидара органдарында һәм республиканың дәүләт учреждениеларында рус теле менән бер рәттән ҡулланыла (68-се статьяның 2-се өлөшө).
Край, өлкә, федераль әһәмиәттәге ҡала
  • статусы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Рәсәй субъекттарының закон сығарыу (вәкиллекле) органы ҡабул иткән уставҡа (конституцияға) ярашлы билдәләнә (5-се статьяның 2-се өлөшө, 66-сы статьяның 2-се өлөшө).
Автономиялы өлкә
  • статусы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм автономиялы өлкә уставына ярашлы билдәләнә, устав закон сығарыу (вәкиллекле) орган тарафынан ҡабул ителә (5-се статьяның 2-се өлөшө, 66-сы статьяның 2-се өлөшө);
  • автономиялы өлкә тураһында федераль закон ҡабул ителеүе мөмкин (66-сы статьяның 3-сө өлөшө).
Автономиялы округ
  • статусы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм автономиялы округ уставына ярашлы билдәләнә, устав закон сығарыу (вәкиллекле) орган тарафынан ҡабул ителә (5-се статьяның 2-се өлөшө, 66-сы статьяның 2-се өлөшө);
  • автономиялы округ тураһында федераль закон ҡабул ителеүе мөмкин (66-сы статьяһының 3-сө өлөшө);
  • край йәки өлкә составына ингән автономиялы округтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре федераль закон һәм автономиялы округ менән край йәки өлкә араһындағы килешеү нигеҙендә көйләнә (66-сы статьяның 4-се өлөшө)[9].
  1. Robin Geiss. Russia’s annexation of Crimea: The mills of international law grind slowly but they do grind (инг.) // International Law Studies. — 2015. — Vol. 91, iss. 1. — P. 425–449. — ISSN 2375-2831.
  2. Конституция Российской Федерации. publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 6 октябрь 2022.
  3. 1 2 В состав Архангельской области входит Ненецкий автономный округ.
  4. Указ президента Российской Федерации Архивная копия от 28 май 2022 на Wayback Machine О включении нового наименования субъекта Российской Федерации в статью 65 Конституции Российской Федерации
  5. Административ үҙәге — Мәскәү ҡалаһы Мәскәү өлкәһе составына инмәй
  6. 1 2 3 В состав Тюменской области входит Ханты-Мансийский автономный округ — Югра и Ямало-Ненецкий автономный округ.
  7. Площадь и население указаны включая Республику Крым и город федерального значения Севастополь. Площадь РФ без Республики Крым и ҡала федерального значения Севастополя составляет 17 071 062 км².
  8. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2024 г. и в среднем за 2023 г. и компоненты её изменения. Федеральная служба государственной статистики (22 март 2024). Дата обращения: 25 март 2024.
  9. Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды ҡарары Архивная копия от 9 март 2017 на Wayback Machine 1997 йылдың 14 июлендә № 12-П «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 66-сы статьяһының 4-се өлөшөндәге автономиялы округтарҙың край йәки өлкә составына ингәнлеген билдәләү тураһындағы ҡарар» ҡабул итте, унда «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 66-сы статьяһының 4-се өлөшөндә автономиялы округтарҙың край йәки өлкә составына ингәнлеге констатациялана. „Ингән“ термины Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көсөнә ингәнгә тиклем булған хәлде таный, унда автономиялы округтар үҙ статусын үҙгәртеүҙе рәсмиләштермәгән осраҡта, край йәки өлкә составында ҡала». Әлеге ваҡытта бөтә автономиялы округтар Чукот автономиялы округынан башҡа край йәки өлкә составына инә