К. И. Арсеньев буйынса (1848, һулда) һәм П. П. Семёнов буйынса (1877—1878, уңда) районлаштырыу
Рәсәй территорияһын иҡтисади районлаштырыу буйынса тәүге тәжрибәләр В. Н. Татищев хәҙмәттәренә ҡарай (XVIII быуат башы). Рәсәйҙә социаль-иҡтисади географияһының фәнни йүнәлеше булараҡ иҡтисади районлаштырыу XIX быуаттан йәшәгән. 1818 йылда К. И. Арсеньев үҙенең «Начертание статистики Российского государства» (1818) хеҙмәтендә[2], ун киңлек билдәләгән — Төньяҡ (Финляндияны кереткән), Алаун, Балтик (остзея губерналары), Уйһыулы (шул иҫәптән Литва), Карпат, Дала, Үҙәк, Урал, Кавказ һәм Себер.
Был классификацияны аныҡлап Арсеньев үҙенең «Статистические очерки России» (1848) тигән хеҙмәтендә Алаун киңлегенә Санкт-Петербург губернаһын (тарихи Ингерманландия менән сағыштырып, шулай уҡ Новгород, Тверь, Смоленск һәм Псков губерналарын индергән[3].
Д. И. Рихтер буйынса районлаштырыу (1898)
1871 йылда П. П. Семёнов-Тян-Шанский Рәсәйҙең Европа өлөшөн (Финляндия, Польша батшалығы һәм Кавказ менән бергә) 14 «тәбиғи» өлкәгә бүлгән, уларҙың сиктәрен губерналар буйынса түгел ә өйәҙҙәр буйынса аныҡлаштырған. Рәсәйҙең дәүләт статистикаһы мәнфәғәттәре өсөн ғалим губерналарға бәйләнгән 12 өлөшлө классификация тәҡдим иткән[2].
Был классификацияларҙан тыш (авторҙар төрлө ваҡытта Рәсәйҙең статистика органдарына етәкселек иткән), рус ғалимдары һәм методистары үҙҙәренең фәнни хеҙмәттәрендә, география курстарында һәм географик йыйынтыҡтарында үҙҙәренең районлаштырыуҙың оригиналь схемаларын яҙғандар. И. И. Вильсон «Объяснении к хозяйственно-статистическому атласу» (1869) тигән хеҙмәтендә 6 губерналар буйынса төркөм айырған: Төньяҡ, Балтик буйы, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Көнсығыш һәм Көньяҡ. Кенәз А. И. Васильчиков үҙенең «Землевладение и земледелие» тигән хеҙмәтендә 8 губерналар буйынса төркөм айырған.
Физик һәм иҡтисади-географик факторҙарҙы тарихи һәм халыҡ-ара иҡтисади факторҙар менән өҫтәп Д. И. Менделеев Рәсәйҙең 14 иҡтисади крайын айырған.[4]
1898 йылда Д. И. Рихтер үҙенең «Опыт разделения Европейской России на районы по естественным и экономическим признакам» («Труды ВЭО», 1898) тигән хеҙмәтен баҫтырған; шул уҡ темаға ул 1904 йылда И. А. Стебутға арналған йыйынтыҡта ҡайтҡан.
Был сетка РСФСР-ға ингән (1967 йылғы таксономияла) СССР иҡтисади райондары составына тулыһынса тиерлек тура килә, бер ни тиклем айырмалар бар:
1986 йылда Төньяҡ-Көнбайыш район составынан Төньяҡ иҡтисади район айырылған (шулай итеп төбәктәр һаны 11-гә тиклем артҡан).
1980-се йылдар аҙағында Башҡорт АССР-ыВолга буйы районы составынан Урал районына күсерелгән.
СССР составында Калининград өлкәһе Балтик буйы иҡтисади районына кергән, ә хәҙерге ваҡытта ул айырым иҡтисади район булып тора һәм махсус иҡтисади зона итеп танылған[10].
Ҡырым 1967 йылда РСФСР составында түгел, ә Украина ССР-ы составына ингән һәм Көньяҡ иҡтисади райондың бер өлөшө булған.
↑[ иҡтисади район] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
↑Общероссийский классификатор экономических регионов ОК 024-95 (ОКЭР) (утверждён постановлением Госстандарта РФ от 27 декабря 1995 г. № 640, в ред. изменения № 1, ноябрь 1998 г., с изм. и доп. № 2/99, № 3/2000, № 4/2001, № 5/2001)