Ҡарасай-Черкес Республикаһы

(аудио)
Ҡарасай-Черкес Республикаһы гимны
Тыңлаусыларға ярҙам

Ҡарасай-Черкес Республикаһы (ҡарас.-балҡ. Къарачай-Черкес Республика, ҡаб.-черк. Къэрэшей-Шэрджэс Республикэ, абаз. Къарча-Черкес Республика, нуғ. Карашай-Шеркеш Республикасы) — республика, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ Кавказ федераль округы составына инә[1].

Баш ҡалаһы — Черкесск.

География

Ҡарасай-Черкес Республикаһы төньяҡта — Ставрополь крайы, көнсығышта — Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, көньяҡта — Абхазия һәм Грузия, көнбайышта — Краснодар крайы менән сиктәш. Майҙаны — 7987 км².

Тарих

РСФСР составындағы автономиялы өлкә булараҡ 1922 йылдың 12 ғинуарында ойошторола. 1992 йылда республика тип үҙгәртелә.

Халҡы

100 000
200 000
300 000
400 000
500 000
1959
1989
1994
1999
2004
2009
2014
2019
2024

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡы 468 322 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 32,8 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 42,75 % (2015).

Республикала башлыса Ҡарасайҙәр (38,5 %), урыҫтар (33,6 %), черкестар (11,3 %), абазиндар (7,4 %) һәм нуғайҙар (3,3 %) йәшәй. 2002 йылда — 134, 2010 йылда — 110 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[2][3].

Тема буйынса өҫтәмә