Төньяҡ Осетия — Алания

(аудио)
Төньяҡ Осетия — Алания гимны
Тыңлаусыларға ярҙам

Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһы (Төньяҡ Осетия, осет. Республикæ Цæгат Ирыстон — Алани как звучит ) — республика, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ Кавказ федераль округы составына инә[1].

Баш ҡалаһы — Владикавказ.

География

Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһы төньяҡта — Ставрополь крайы, көнбайышта — Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, көньяҡта — Көньяҡ Осетия һәм Грузия, көнсығышта — Ингушетия һәм Чечня менән сиктәш. Майҙаны — 7987 км².

Тарих

РСФСР составындағы автономиялы өлкә булараҡ 1924 йылдың 7 июлендә ойошторола. 1936 йылда АССР тип үҙгәртелә.

Халҡы

100 000
200 000
300 000
400 000
500 000
600 000
700 000
800 000
1944
1989
1994
1999
2004
2009
2014
2019
2024

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡы 678 879 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 85 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 66,57 % (2015).

Республикала башлыса осетиндар (66,5 %) һәм урыҫтар (20,6 %) йәшәй. 2002 йылда — 188, 2010 йылда — 210 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[2][3].

Административ-территориаль бүленеш

North ossetia alania map.png

Төньяҡ Осетия — Алания составында 1 республика ҡарамағында ҡала (Владикавказ) һәм 8 район бар.

Әҙәбиәт

  • Григорович С. Ф. По горам и равнинам Северной Осетии: Спутник туриста, краеведа и экскурсанта. — Изд. 2-е, доработ. — Орджонникидзе: Северо-Осетинское книжное издательство, 1960. — 128 с.
  • Бероев Б. М. По Северной Осетии. — Изд. 2-е, испр. и доп.. — М.: Физкультура и спорт, 1984. — 144 с. — (По родным просторам). — 50 000 экз.

Тема буйынса өҫтәмә