Осетин теле
Осетин теле (осетинса Ирон æвзаг) — Һиндевропа тел ғаиләһендәге Иран төркөмөнә ингән тел. Ул Рәсәйҙәге Төньяҡ Осетия — Алания рәсми теле булып һанала. Шулай уҡ ул Көньяҡ Осетияның рәсми теле.
Имлә
Хәҙерге осетин телендә кирил әлифбаһы ҡулланыла. Унда 43 хәреф бар.
| А а | Ӕ ӕ | Б б | В в | Г г | Гъ гъ |
| Д д | Дж дж | Дз дз | Е е | Ё ё | Ж ж |
| З з | И и | Й й | К к | Къ къ | Л л |
| М м | Н н | О о | П п | Пъ пъ | Р р |
| С с | Т т | Тъ тъ | У у | Ф ф | Х х |
| Хъ хъ | Ц ц | Цъ цъ | Ч ч | Чъ чъ | Ш ш |
| Щ щ | Ъ ъ | Ы ы | Ь ь | Э э | Ю ю |
| Я я |
Әйтелеү ҡағиҙәләре
Һуҙынҡы өндәре әйтелеше
Осетин телендә 5 көслө һуҙынҡы өндәре (а, е и, о, у) һәм 2 көсһөҙ һуҙынҡы өндәре (æ, ы) ла бар.
Көслө һуҙынҡы өндәр
- А хәрефе әйтелеше урыҫ баҫымлы а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [a] тип яҙыла. Мәҫәлән, гал [gal] — башҡ. үгеҙ, бал [bal] — башҡ. сейә
- Е хәрефе әйтелеше башҡортса һәм урыҫса э-гә, болгарса, сербсә һәм македонса е-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [e] тип яҙыла. Е хәрефе йотациялы түгел. Мәҫәлән, Терк — башҡ. Терек (йылға)
- И хәрефе урыҫса баҫымлы и-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [i] тип яҙыла. Мәҫәлән, Ир — башҡ. осетин, и — башҡ. бар
- О хәрефе урыҫ баҫымлы о-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [o] тип яҙыла. Мәҫәлән, бон — башҡ. көн
- у хәрефе урыҫ баҫымлы у-нә яҡын. ХАФӘ-лә был өнө [u] тип яҙыла. Мәҫәлән бур — башҡ. һары (төҫ)
Көсһөҙ һуҙынҡы өндәр
- Æ хәрефе әйтелеше өлөшләтә урыҫ баҫымһыҙ а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɐ] тип яҙыла. А һәм Æ хәрефтәре әйтелеше айырыла (мәҫәлән, дар [dar] — башҡ. тот!, дæр [dɐr] — башҡ. дә)
- Ы хәрефе әйтелеше урыҫ ы-һынан айырыла, башҡортса ы-ға өлөшләтә генә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɨ] тип яҙыла. Был хәреф урыҫ ноябрь һүҙендәге б һәм рь араһындағы өнгә йәки монстр һүҙенә т һәм р араһындағы өнгә яҡын. Мәҫәлән, ныр [nɨr] — башҡ. хәҙер, быру — башҡ. ҡойма[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ethnologue — 25 — Даллас: SIL International, 2022.
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
- ↑ Әйтелеү ҡағиҙәләре сығанағы: Осетин теле дәрестәре. Беренсе дәрес — Һуҙынҡы өндәр[1].
Был — тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.