Кириллица

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кириллица
Направление письма слева направо[d][1]
Хөрмәтенә аталған Кирилл Философ[d][2]
Булдырыусы Климент Охридский[d][3][4], Наум Охридский[d][3] и Константин Преславский[d][3]
Диапазон в Юникоде U+0400-04FF[1], U+0500-052F[1], U+1C80-1C8F[1], U+2DE0-2DFF[1] и U+A640-A69F[1]
Карта распространения
Формат в виде регулярного выражения \p{IsCyrillic}
Нигеҙендә эшләнгән Грек алфавиты
Нигеҙләү датаһы IX быуат
Рәсем
Етештереү урыны Беренсе Болгар батшалығы
Исем Cyrillic[5], cyrillique[5] и кириллица
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кири́ллица — 6 славян телендә (урыҫ, украин, белорус, болгар, серб, македон) һәм башҡа бер нисә телдә яҙыу өсөн ҡулланылған алфавит. 1940 йылдан башлап кириллица — башҡорт теленең рәсми алфавиты.

Кири́ллица— бер нисә мәғәнәлә ҡулланылыусы термин:

-Боронғо славян кириллицаһы (бороғо болгар) : кирилли́ческий (йәки кири́лловский) алфави́т: боронғо славян телендә булған ике алфавиттың береһе (глаголица һәм кириллица);

— Кириллица нигеҙендәге алфавиттар: боронғо славян кириллицаһына нигеҙләнгән ниндәй ҙә булһа берәй тел өсөн булдырылған яҙма һәм алфавит

-Устав (шрифт)[6] йәки Полуустав (шрифт): ғәҙәттә сиркәү (праволав) китаптарҙы баҫтыра торған шрифт (был мәғәнәлә кириллица Пётр I ғәмәлгә индергән граждан шрифты).

Кириллица нигеҙендә 108 тәбиғи тел өсөн яҙма система булып торған йәки тора, шул иҫәптән славян телдәре лә:

бынан тыш СССР-ҙағы славян булмаған халыҡтар, ҡайһы берҙәренең элек башҡа төрлө яҙма системаһы булған (латин, ғәрәп йәки башҡа системалар) һәм 1930 йылдар аҙағында кириллицаға күсерелгән. Кириллица нигеҙендәге алфавитлы телдәр исемлеге айыпым бирелә.

СССР тарҡалғандан һуң кириллицанан латин алфавитына Молдавия,Әзербайжан, Үзбәкстан,Төркмәнстан күсте. Ҡаҙағстан латин алфавитына (ҡаҙаҡ теле өсөн) 2025 йылда күсергә йыйына.

Алфавит булдырылыу һәм үҫеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Самуил яҙыуы— кириллицала яҙылған иң боронғо ҡомартҡы (993)[7]

863 йыл тирәһендә ағалы- ҡустылы Константин (Кирилл) Философ һәм Мефодий (Салоникиҙан) Византия императоры Михаил III әмере буйынса бороғо славян теле яҙмаһын тәртипкә килтерә һәм яңы әлифбаны грек телендә яҙылған дини текстарҙы славян теленә тәржемә итер өсөн ҡуллана[8]:44. Оҙаҡ ваҡыт был кириллица (был осраҡта глаголица- кириллицаны тыйғас, уйлап сығарылған йәшерен яҙма) йәки глаголица булғанмы икәне билдәһеҙ була— тик билдәләре яҙылышы менән генә айырылып торған азбукалар. Хәҙерге ваҡытта фәндә глаголица алдараҡ, ә кириллица һуңыраҡ уйлап сығарылған тигән фекер нығынған (кириллицала глаголица хәрефтәре урынына заменены грек хәрефтәренә алмаштырылған). Шулай итеп, күпселек ғалимдар глаголицаны философ Константин (Кирилл), ә кириллицаны — уның уҡыусыһы Климент Охридский уйлап сығарған тип иҫәпләй. Клемент Плискала һәм Беренсе Болгар батшалығында Охридта эшләгән[9]. Әҙерәк үҙгәрештәр индереп, глаголицаны хорваттар ҡулланған (XIX быуатҡа тиклем).

Грек устав яҙмаһына (тантаналы) нигеҙләнгән кириллица — унциалды булдырыуҙы[8]:45 болгар китап мәктәбе (Кирилл һәм Мефодийҙан һуң) эшмәкәрлегенә бәйләйҙәр. Мәҫәлән, Климент Охридскийҙың торошо тураһында яҙмала (житие) уның Кирилл һәм Мефодийҙан һуң славян яҙмаһын булдырыуы тураһында асыҡтан-асыҡ яҙылған. Г. А. Ильинский "Патриарх Никифор хроникаһы"ның русса вариантына нигеҙләнеп, кириллица 864 йылда булдырылған тип иҫәпләй. Бәлки кириллицаны Климент Охридский, Наум Охридский һәм Константин (Кирилл) 886—889 йылдарҙа Плискала[10].

Кирилл һәм Мефодийҙың эшмәкәрлеге арҡаһында яңы азбука көньяҡ славяндар йәшәгән ерҙәрҙә ныҡ тарала, шуның өсөн Рим папаһы уны 885 йылда сиркәү эштәрендә ҡулланмаҫҡа ҡуша, шулай итеп, папа Константин-Кирилл менән Мефодийҙың миссияһына ҡаршы көрәшә.

Болгарияла 860 йылда христиан динен ҡабул иткән Борис I батша заманында, беренсе славян китап мәктәбе — Преславская книжная школаасыла. Бында Кирилл һәм Мефодий яҙған сиркәү йолалары китаптары күсереп яҙыла (Евангелие, Псалтирь, Апостол, сиркәү йолалары), славян теленә грек теленән яңы тәржемәләр эшләнә, бороноғо славян телендә яңы китаптар яҙыла («О письменехъ Чрьноризца Храбра»). Болгария славян яҙмаһын таратыу үҙәгенә әйләнә.

Славян яҙмаһы таралыуҙың «Алтын быуаты» Болгарияла Симеон I Бөйөк (893927), Борис I батша улы хакимлыҡ иткән ваҡытҡа тура килә. Һуңыраҡ боронғо славян теле Сербияға, X быуат аҙағында Киев Русе христиан динен ҡабул иткәс, сиркәү теле булараҡ ҡулланыла.

Боронғо славян теленә боронғо рус (урыҫ) теле йоғонто яһай. Был рус редакцияһындағы боронғо славян теле була, сөнки ул йәнле көнсығыш славян теле элементтарын да үҙ эсенә ала.

Башта кириллица менән көньяҡ славяндар, көнсығыш славяндар, шулай уҡ румындар («румын кириллицаһы») ҡулланған; ваҡыт үтеү менән уларҙың алфавитында айырмалар күбәйә башлай, шул уҡ ваҡытта хәрефтәр яҙылышы һәм орфография принциптары (көнбайыш серб босанчицаһынан тыш) берҙәм булып ҡала.

Урыҫ кириллицаһы. Граждан шрифты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1708—1711 йылдарҙа Пётр I урыҫ яҙмаһын үҙгәртергә ҡарар итә— граждан шрифты индерә (православ сиркәү устав яҙмаһын үҙгәртә). Реформа һөҙөмтәһендә диакритик (хәреф өҫтөндәге) билдәләр, бер нисә хәреф ҡулланылмай башлай һәм ғәмәлдә ҡалғандары ябайыраҡ итеп яҙыла башлай (улар шул ваҡыттағы латин шрифттарына яҡыная, был шрифт граждан шрифты тип атала). Бынан тыш һәр хәрефтең бәлкәй яҙма варианты эшләнә, бығаса азбукалағы бөтә хәрефтәр ҙә ҙур хәреф булған [8]:46. Оҙаҡламай граждан шрифтына (с соответствующими изменениями) сербтар, һуңыраҡ — болгарҙар; румындар 1860 йылдарҙа кириллицанан баш тартып, латин яҙмаһына күсә (шуныһы ҡыҙыҡ, күпмелер ваҡыт улар латин һәм кириллица хәрефтәренән торған «ваҡытлы» алфавит ҡуллана). Хәрефтәр яҙылышына әҙ генә үҙгәрештәр булған граждан шрифт менән (самое крупное — замена m-образной буквы «т» на нынешнюю её форму) урыҫтар, украиндар, сербтар, болгарҙар һәм белорустар әле лә ҡуллана.

Өс быуат эсендә урыҫ алфавиты бер нисә тапҡыр үҙгәртелә. Хәрефтәр һаны әҙәйә, XVIII быуатта электән ҡулланылған «э» һәм «й» хәрефтәре законлаштырыла, тағы «автор» тәҡдим иткән бер хәреф — «ё» өҫтәлә, уны Екатерина II-нең әхирәте, дәүләт эшмәкәре княгиня Дашкова Екатерина Романовна тәҡдим итә. Урыҫ яҙмаһының һуңғы реформаһы 1917—1918 йылдарҙа була (см. Реформа русской орфографии 1918 года), был үҙгәреш арҡаҙында хәҙерге 33 хәрефтән торған алфавит барлыҡҡа килә. Был алфавит нигеҙендә элекке СССР-ҙағы славян булмаған халыҡтар һәм Монголия өсөн алфавит төҙөлә (уларҙың яҙмаһы XX быуатҡа тиклем булмаған, йәки башҡа яҙма системаларына нигеҙләнгән булған: Ғәрәп яҙмаһы, Ҡытай яҙмаһы, Боронғо монгол яҙмаһы һ.б.).

Хәҙерге заманда ҡайһы бер илдәрҙә кириллица урынына латин шрифты индерелә башланы. Был турала «Латинлаштырыу» («Латинизация») мәҡәләһендә тулыраҡ яҙылған.

Алфавиттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрки телдәр алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А а Б б В в Г г Ғ ғ Д д Ҙ ҙ
Е е Ё ё Ж ж З з И и Й й К к
Ҡ ҡ Л л М м Н н Ң ң О о Ө ө
П п Р р С с Ҫ ҫ Т т У у Ү ү
Ф ф Х х Һ һ Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ
Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э Ә ә Ю ю Я я

Татар алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙәге рәсми татар алфавиты. Бөтә Донъя Селтәрендә латин алфавиты киң ҡулланыла.

А а Ә ә Б б В в Г г Д д Е е Ё ё Ж ж Җ җ З з И и Й й
К к Л л М м Н н Ң ң О о Ө ө П п Р р С с Т т У у Ү ү
Ф ф Х х Һ һ Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э Ю ю Я я

Үҙенсәлектәре:

  • Ҡ, Ғ, Ҙ, Ҫ хәрефтәре юҡ[11]
  • Үҙенсәлекле [ʝ] өнө өсөн ҡулланылған Җ җ хәрефе бар:җил «ел»)
  • Ә хәрефе А хәрефенән һуң урынлаша.

Ҡаҙаҡ алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А а Ә ә Б б В в Г г Ғ ғ Д д
Е е Ё ё Ж ж З з И и Й й К к
Қ қ Л л М м Н н Ң ң О о Ө ө
П п Р р С с Т т У у Ұ ұ Ү ү
Ф ф Х х Һ һ Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ
Ъ ъ Ы ы І і Ь ь Э э Ю ю Я я

Үҙенсәлектәре:

  • Ұұ, Іi хәрефтәре бар (башҡорт теленең о, э өндәренә яҡын өндәрҙе билдәләй)
  • Ҡ урынына Қ ҡулланыла
  • Ҙ, Ҫ хәрефтәре юҡ

Славян телдәре алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А а Б б В в Г г Д д Е е Ё ё Ж ж З з И и Й й
К к Л л М м Н н О о П п Р р С с Т т У у Ф ф
Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э Ю ю Я я

Үҙенсәлектәре:

  • Ә, Ө, Ү, Ҡ, Ғ, Ң, Ҙ, Ҫ, Һ хәрефтәре юҡ

Украин алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А а Б б В в Г г Ґ ґ Д д Е е Є є Ж ж З з И и
І і Ї ї Й й К к Л л М м Н н О о П п Р р С с
Т т У у Ф ф Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ь ь Ю ю Я я

Үҙенсәлектәре:

  • Ә, Ө, Ү, Ҡ, Ғ, Ң, Ҙ, Ҫ, Һ хәрефтәре юҡ
  • Г хәрефе [ɦ] тип әйтелә һәм [ɦɛ] тип атала. Был өн башҡортса Һ һәм Ғ араһындағы өнөнә яҡын
  • Ґ хәрефе [g] тип әйтелә (был өн башҡортса Г менән яҡын)
  • Э урынына Е ҡулланыла
  • Е ([je]) урынына Є ҡулланыла
  • И хәрефе әйтелеше урыҫса Ы менән яҡын
  • І хәрефе әйтелеше урыҫса И менән яҡын
  • Ї хәрефе [ji] тип әйтелә
  • Щ хәрефе ШЧ тип әйтелә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 https://www.unicode.org/versions/Unicode13.0.0/ch07.pdf
  2. Берлинский сборник (ст.-слав.) — Бєрлинъ: 1300.
  3. 3,0 3,1 3,2 кириллица, КИРИЛЛИЦА // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  4. кириллица, КИРИЛЛИЦА // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  5. 5,0 5,1 https://www.unicode.org/iso15924/iso15924-codes.html
  6. Скобелкин О. В. Основы палеографии. — Воронеж: Изд-во ВГУ, 2005.
  7. Борисова, Л. П. В пространстве филологии. — Юго-Восток, 2002. — С. 85.
  8. 8,0 8,1 8,2 Иванова В. Ф. Современный русский язык. Графика и орфография. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1976. — 288 с.
  9. Горожанина М. Ю. Русская палеография. — Краснодар, 2011. — С. 151.
  10. Г. Г. Атанасов Две надписи с граффити-рисунками конца ІХ — начала Х вв. о проникновении дела Кирилла и Мефодия в Северо-Восточную Болгарию // Stratum plus 43 № 6. 2013
  11. Әммә [q], [ɣ] өндәре бар, өҫтәмә мәғлүмәтте Татар әлифбаһы битендә таба алаһығыҙ