Алфавит
Алфавит (грек. alphabtos, грек алфавитының беренсе — альфа һәм бета хәрефтәренән) — билдәләр стандартлы йыйылмаһы нигеҙҙән яҙма формаһы, телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы. Алфавитта айырым билдәләр — хәрефтәр — фонмалар аңлатылар, әммә мәғәнәләш ярашлылығы тауыш ↔ хәреф һирәк күҙәте.
Алфави́т яҙыу системаһында хәрефтәрҙең, ижек билдәләренең һ. б. графемаларҙың билдәле бер эҙлеклелектә урынлашҡан йыйылмаһы. Алфавитҡа төҙөү тәртибе Көнбайыш семит халыҡтарында (Төньяк Сүриә) б. э. т. 3 мең йыллыҡ урталарында барлыҡҡа килә. Боронғо китап күсереүселәр алфавитты шумер телендә яҙыу өсөн ҡулланылған шына яҙыуҙан алынған ижек билдәләрен классификациялаү нигеҙендә төҙөгән. Шына һәм мысыр яҙыуы ҡулланыу тәжрибәһе һуҙынҡылар менән сиратлашҡан тартынҡыларҙы белдереүсе билдәләре (хәрефтәр) булған беренсе төр консонант-ижек яҙыуы барлыҡҡа килеүгә этәргес бирә. Хәҙерге хәрефле йәиһә ижекле алфавиттарҙың күпселеге, арамей (йәһүд, ғәрәп), грек (латин, әрмән, славян-кириллица) алфавиттары аша Финикия алфавитынан барлыҡҡа килгән.
Башҡорт алфавиты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлайҙар. Иҫке төрки телендә ғәрәп графикаһы менән яҙылған тарихи ҡомартҡылар — шәжәрәләр, тарихи документтар, әҙәби әҫәрҙәр — 14—15 бб. алып һаҡлана. 1924 йылда ғәрәп графикаһы нигеҙендә 33 хәрефтән торған алфавит раҫлана. 1928 йылда башҡорт теле фонетикаһына нығыраҡ тап килгән латин алфавиты нигеҙендә яңы башҡорт алфавиты ҡабул ителә. Урыҫ графикаһы (Кириллица) нигеҙендә төҙөлгән, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен билдәләү өсөн өҫтәлмә 9 хәрефе (ғ, ҙ, ҡ, ң, ө, ҫ, ү, һ, ә) булған хәҙерге башҡорт алфавиты 1940 йылдан алып ҡулланыла һәм 42 хәрефтән тора.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гамкрелидзе Т. В. Происхождение и типология алфавитной системы письма // Вопросы языкознания. 1988. № 5-6.
- Лундин А. Г. О происхождении алфавита // Вестник древней истории. 1982. № 2.
Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был — яҙмалар йә хәреф тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |