Украин алфавиты

Кириллица
алфавиттар
Cyrillic letter Yi.png
Славян:
Белорус
Болгар
Серб
Македон
Урыҫ
Украин
Славян булмағандар:
Ҡаҙаҡ
Ҡырғыҙ
Монгол
Таджик
Тарихи:
Иҫке славян әлифбаһы
Румын кириллицаһы
* БМО-ның ағза-илдәренең рәсми алфавиттары ғына күрһәтелгән

Хәҙерге составындағы Украи́н алфави́ты XIX быуат һуңынан йәшәп килә; Ул 33 хәрефле: рус теле менән сағыштырғанда — Ёё, ъ, ы, Ээ, хәрефтәре ҡулланылмай, ләкин Ґґ, Єє, Іі һәм  Її хәрефтәре бар. (1932—1990 йылдарҙа  Ґ хәрефе булмаған, ә нәҙеклек билдәһе иң һуңғы хәреф булып торған[1]). Шулай уҡ  апостроф ( ’ билдәләнә) ҡулланылған һүҙҙәр күп, украин апострофы  рус ҡалынлыҡ айырыу билдәһенә Ъ оҡшаш ҡулланыла (сағыштырығыҙ: рус. предъявлять / укр. пред’являти). Украинский һүҙендә йыш ҡына баҫымды, хаталы итеп, икенсе ижеккә ҡуялар, орфоэпик яҡтан өсөнсө ижеккә ҡуйыу дөрөҫ.

А а Б б В в Г г Ґ ґ Д д Е е
Є є Ж ж З з И и І і Ї ї Й й
К к Л л М м Н н О о П п Р р
С с Т т У у Ф ф Х х Ц ц
Ч ч Ш ш Щ щ Ь ь Ю ю Я я

Алфавит

№ п.п. Буква Название IPA
1 А а а /ɑ/ /ɑ/, /ɐ/
2 Б б бе /bɛ/ /b/
3 В в ве /ʋɛ/ /ʋ/, /w/, /ʍ/, /u̯/
4 Г г ге /ɦɛ/ /ɦ/
5 Ґ ґ ґе /gɛ/ /g/
6 Д д де /dɛ/ /d/
7 Е е е /ɛ/ /ɛ/, /e/
8 Є є є /jɛ/ /jе/, /ʲе/
9 Ж ж же /ʒɛ/ /ʒ/
10 З з зе /zɛ/ /z/
11 И и и /ɪ/ /ɪ/
12 І і і /i/ /i/[2], /ʲi/[3], /ɪ/[4], /ʲɪ/[5]
13 Ї ї ї /ji/ /ji/, /jɪ/[6]
14 Й й йот /jɔt/ /j/, /i̯/
15 К к ка /kɑ/ /k/
16 Л л ел /ɛl/ /l/
17 М м ем /ɛm/ /m/
№ п.п. Буква Название IPA
18 Н н ен /ɛn/ /n/
19 О о о /ɔ/ /ɔ/, /o/
20 П п пе /pɛ/ /p/
21 Р р ер /ɛr/ /r/
22 С с ес /ɛs/ /s/
23 Т т те /tɛ/ /t/
24 У у у /u/ /u/, /ʊ/
25 Ф ф еф /ɛf/ /f/[7]
26 Х х ха /xɑ/ /x/
27 Ц ц це /t͡sɛ/ /t͡s/
28 Ч ч че /t͡ʃɛ/ /t͡ʃ/
29 Ш ш ша /ʃɑ/ /ʃ/
30 Щ щ ща /ʃt͡ʃɑ/ /ʃt͡ʃ/
31 Ь ь м'який знак

/mjɐˈkɪj znɑk/

/ʲ/
32 Ю ю ю /ju/ /jʊ/, /ʲʊ/
33 Я я я /ja/ /jɐ/, /ʲɐ/

Уҡыу

  • А һәр бер осраҡта [a] өнө булып ишетелә, ләкин баҫым алды ижектәрендә бик аҙ тойомланған иренләшеү барлыҡҡа килеү күҙәтелә — [a°] ([ɒ]);
  • Г яңғырау тамаҡ йәиһә артҡы тел рәте фрикатив өнө булып ишетелә;
  • Ґ рус Г-һына тап килә;
  • Е рус Э-һына тап килә;
  • Є рус Е-һына тап килә;
  • Ж шул уҡ рус өнөнә тап килә, ләкин І алдынан (шулай уҡ Ю, Я) —самалап алғанда, рус һүҙе дрожжи-лағы кеүек, йомшаҡ ишетелә;
  • И рус Ы-һына яҡын, әммә бер аҙ йомшағыраҡ;
  • I рус И өнөнә яҡын (ҡағиҙә булараҡ, бер аҙ йомшағыраҡ);
  • Ї ЙИ һымаҡ уҡыла;
  • Й "о" алдынан [j] тартынҡыһын аңлата, ә башҡа позицияларҙа – ижек барлыҡҡа килтермәгән [i] һуҙынҡыһы;
  • О бөтөн позицияларҙа ла [o] тип уҡыла, баҫымлы ижек алдынан торған ижектәрҙә  У менән оҡшашлыҡ осрауы мөмкин, бигерәк тә, әгәр һүҙҙә бер нисә иренләшкән һуҙынҡы (у, ю)[8]  булһа;
  • Ц ошондай уҡ рус өнөнә тап килә, ләкин  Ь, І, Є, Ю, Я алдынан — йомшаҡ [t͡sʲ];
  • Ч Белорус, серб телдәрендәге кеүек ҡаты яңғырай (йәки поляк телендәге CZ һымаҡ), йә чех телендәге кеүек Č (бер аҙ ғына ҡаты), ләкин І, Ю, Я алдынан — йомшара;
  • Ш рус телендәге шул уҡ өнгә тап килә, ләкин І һәм башҡа йомшартҡыс һуҙынҡылар алдынан — йомшартылып әйтелә,  рус Щ-һына оҡшаған;
  • Щ әҙәби украин әйтелешендә ҡаты [шч], [штш] (поляк бәйләнеше SZCZ) кеүек, І алдынан — [шчь] (поляк ŚĆ) уҡыла.

Компьютерҙарҙа күрһәтеү

Стандарт украин клавиатураһы түбәндәгесә:

Америка версияһына нигеҙләнгән хәҙерге заман клавиатураһында украин алфавиты хәрефтәрен теҙеп урынлаштырыу (раскладка)(«Я» алдынан «Ґ» бөтә клавиатураларҙа ла булмай — ғәҙәттә уның урынына Shift клавишаһы һуҙыла)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Украин хәрефтәрен әйтеү һәм файҙаланыу тураһында ентекләп яҙылған мәҡәлә «Украин теле», ә тарихы тураһында — айырым хәрефтәр тураһында мәҡәләләр (таблицаны ҡарағыҙ). Шулай уҡ украин яҙылышының бик боронғо варианттары тураһында мәҡәләләр:
  • Ярыжка
  • Максимовичевка
  • «Днестр русалкаһы» яҙылышы
  • Кулишовка
  • Драгомановка
  • Желеховка

Иҫкәрмәләр

  1. Официально нынешний состав и порядок алфавита утверждён в 1993 году: Український правопис / АН України, Ін-т мовознавства ім. О. О. Потебні; Інститут української мови — 4-те вид., випр. й доп. — К.: Наукова думка, 1993. — 240 с.
  2. На месте праславянского о после всех согласных, а также на месте праславянского ѣ после всех согласных, кроме д, т, з, с, ц, л, н, р: *ночь > ніч /nit͡ʃ/, *вѣра > віра /wirɑ/.
  3. На месте праславянского ѣ после д, т, з, с, ц, л, н, р: *сѣно > сіно /sʲinɔ/.
  4. Обычно в начале слова: інший /ɪnʃɪj/, а также в слове хіба /xɪbɑ/.
  5. На стыке двух частей слова, где первая заканчивается на /ʲ/, а вторая начинается на /ɪ/: синій /sɪnʲɪj/ = синь-ий.
  6. На стыке двух частей слова, где первая заканчивается на /j/, а вторая начинается на /ɪ/: країна /krɑjɪnɑ/ = край-ин-а.
  7. Некоторые носители украинского языка заменяют этот звук звуковым сочетанием /xw/ (изредка /kw/), которое перед губными гласными /ɔ/ и /u/ упрощается до /x/. Причина этого явления — отсутствие в коренных украинских словах и давних заимствованиях как самого звука /f/, так и его звонкого аналога /v/. В некоторых случаях это произношение закрепилось орфографически: хвіртка < пол. forta < нем.
  8. А. Е. Супрун, Введение в славянскую филологию; Минск, Вышэйшая школа, 1989

Категориялар