Диңгеҙ буйы крайы

Примо́рье крайы йәки Диңгеҙ буйы крайы — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Алыҫ Көнсығыш федераль округы составына инә.

Административ үҙәге — Владивосток ҡалаһы.

География

Рәсәй Алыҫ Көнсығышының көньяғында урынлашҡан. Приморье крайы төньяҡта — Хабаровск крайы һәм көнбайышта — Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән сиктәш, көньяҡ һәм көнсығыш ярҙарын Тымыҡ океандың Япон диңгеҙе һыуҙары йыуа.

Край сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 3000 км тәшкил итә, шул иҫәптән яҡынса 1500 км диңгеҙ яр буйына тура килә[2]. Майҙаны — 164 673 км².

Тарихы

Приморье крайы 1938 йылдың 20 октябрендә Алыҫ Көнсығыш крайын Хабаровск һәм Приморье крайҙарына бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған.

Билдәле шәхестәре

Халҡы

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, край халҡы 1 806 393 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 10.97 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 82.29 % (2015).

Приморье крайында 1989 йылда — 2763, 2002 йылда — 2101, 2010 йылда — 1564 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4][5][6].

500 000
1 000 000
1 500 000
2 000 000
2 500 000
3 000 000
1859
1869
1892
1897
1906
1911
1917
1929
1940
1945
1959
1965
1972
1979
1984
1989
1994
1999
2004
2009
2014
2019
2024

Иҫкәрмәләр

  1. Шахрай С. М., Алексеев С. С., Собчак А. А., Конституционное совещание Российской Федерации, phaile Конституция Российской Федерации (урыҫ) // Российская газета — Россия: 1993. — Т. 102. — С. 102. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
  2. Бакланов П. Я. и др. Географическое положение Приморского края // География Приморского края / Под ред. Г. А. Какориной. — 2-е изд. — Владивосток: Дальпресс, 2000. — С. 5-6. — 180 с. — ISBN 5-85832-080-5.
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2019)
  4. Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/perepis_itogi1612.htm 2020 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған.
  6. Всероссийская перепись населения 2010. 2013 йылдың 15 март көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар