Дағстан

Дағстан Рәсәй составындағы республика. Иң көньяҡтағы һәм күп милләтле, ул халыҡ һанының тәбиғи үҫеше буйынса ла алғы рәттә тороусы төбәк[2].

Автономиялы Республика булараҡ 1921 йылдың 20 майында ойошторола. Әзербайжан, Грузия, Чечен Республикаһы, Ставрополь крайы һәм Ҡалмыҡстан менән сиктәш.

Баш ҡалаһы — Махачҡала, күренекле революционер Махач Дахадаевтың исемен йөрөтә.

Ҡоролош

Республикала 42 муниципаль район һәм 10 ҡала округы бар.

Иҡтисад

Республика бюджеты (2009):

  • сығымдар — 67 603,7 млн һум
  • килемдәр — 64 673,4 млн һум, уларҙан:
    • һалымдар һәм йыйымдар — 13 984,4 млн рублей
    • федераль бюджеттан трансферт — 50 689,0 млн рублей

Банк өлкәһе

  • Төбәк банктары һаны буйынса Дағстан Рәсәйҙә 3-сө урында тора: республикала бындай 25 учреждение эшләй.

Галерея

Электроэнергетика

Тауҙарҙан аҡҡан йылғаларҙың ҙур гидроэлектрик потенциалы бар: йылға 55 млрд кВт/сәғәт электроэнергия бирергә мөмкин. 2010 йылда Дағстанда 5,1 млрд кВт/сәғәт электроэнергия етештерелде. Иң эре ГЭСтар:

  • Чиркей ГЭСы, ҡеүәте 1000 МВт
  • Ирганайская ГЭСы, ҡеүәте 400 МВт
  • Миатлинская ГЭСы, ҡеүәте 220 МВт
  • Чирюрти ГЭС-ы, ҡеүәте 125 МВт
  • Гергебиль ГЭС-ы, ҡеүәте 17,8 МВт
  • Гуниб ГЭС-ы, ҡеүәте 15 МВт

Хәҙерге көндә Гоцатлин ГЭС-ы (100 МВт, 310 млн кВт/сәғәт ҡеүәте менән) төҙөлә.

Әҙәбиәт

  • Ахмедханов К. Э. Путешествие по Дагестану: Практическое руководство. — М.: Физкультура и спорт, 1988. — 272 с. — (По родным просторам).
  • История Дагестана с древнейших времен до наших дней. В двух томах. Ред. А. И. Османов. М., Наука, 2004.
  • Криштопа, А. Е. Дагестан в ХІІІ — начале ХV вв. Очерк политической истории. М., Мамонт; Таус, 2007.
  • Карпов, Ю. Ю. Взгляд на горцев. Взгляд с гор. Мировоззренческие аспекты культуры и социальный опыт горцев Дагестана. СПб., Петербургское востоковедение, 2007.
  • Дагестан и мусульманский Восток. Сборник статей в честь профессора Амри Рзаевича Шихсаидова. Сост. и отв. ред. А. К. Аликберов, В. О. Бобровников. М., Издательский дом Марджани, 2010.

Һылтанмалар