Ставрополь крайы
Ставропо́ль крайы — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ Кавказ федераль округы составына инә.
Административ үҙәге — Ставрополь ҡалаһы.
География
Көнбайышта һәм көньяҡ-көнбайышта — Краснодар крайы, төньяҡ-көнбайышта — Ростов өлкәһе, төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта — Ҡалмыҡстан, көнсығышта — Дағыстан, көньяҡ-көнсығышта — Чечня, көньяҡта — Төньяҡ Осетия — Алания, Ҡарасай-Черкес һәм Ҡабарҙы-Балҡар республикалары менән сиктәш. Майҙаны — 66 160 км².
Халҡы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, край халҡы 2 886 108 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 43.62 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 56.39 % (2015).
Ставрополь крайында 1989 йылда — 1169, 2002 йылда — 812 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шахрай С. М., Алексеев С. С., Собчак А. А., Конституционное совещание Российской Федерации, phaile Конституция Российской Федерации (урыҫ) // Российская газета — Россия: 1993. — Т. 102. — С. 102. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.