Байкал аръяғы крайы
Субъект Российской Федерации | |||||
Байкал аръяғы крайы | |||||
---|---|---|---|---|---|
рус. Забайкальский край | |||||
![]() | |||||
|
|||||
54° с. ш. 118° в. д.HGЯO | |||||
Ил | |||||
Входит в |
Себер федераль округы Алыҫ Көнсығыш федераль округы |
||||
Адм. үҙәк | Чита | ||||
Губернатор | Александр Михайлович Осипов[d] | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Майҙаны |
|
||||
Бейеклеге | 3073 метр | ||||
Сәғәт бүлкәте | YAKT и Азия/Чита[d][1] | ||||
Һанлы идентификаторһар | |||||
Код ISO 3166-2 | RU-ZAB | ||||
Код ОКАТО | 76 | ||||
|
|||||
Рәсми сайт (рус.) | |||||
![]() |
|||||
![]() |
Байкал аръяғы крайы (Байғал аръяғы крайы; рус. Забайкальский край, бүр. Үбэр Байгалай хизаар) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына инә.
Административ үҙәге — Чита ҡалаһы.
Географияһы
Край Байкал арьяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Иркутск өлкәһе һәм Саха Республикаһы, көнбайышта — Бүрәт Республикаһы, көньяҡта — Монголия һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы, көнсығышта — Амур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 431 892 км².
Тарихы
Чита өлкәһе 1937 йылдың 26 сентябрендә Көнсығыш Себер өлкәһен Иркутск һәм Чита өлкәләренә бүлеү менән барлыҡҡа килә.
2007 йылдың 23 июлендә Чита өлкәһе һәм Агинск Бүрәт автономиялы округы Рәсәй Федерацияһының яңы субъектына — Байкал аръяғы крайына берләшә.
Билдәле шәхестәре
- * Кривошеев Михаил Михайлович (1986—25.04.2024), биолог-ғалим, шағир. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, университеттың зоология музейы мөдире. Биология фәндәре кандидаты, доцент. Агинск Бүрәт автономиялы округының Могойтуй ҡала тибындағы ҡасабаһынан[2].
- Нефёдова Тамара Ивановна (1951—28.10.2005), журналист. 1973 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан — бүлек мөдире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005). Хада-Булаҡ ҡасабаһынан[3].
Халҡы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, край халҡы 984 395 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 2.28 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 74.42 % (2015).
Чита өлкәһе һәм Агинск Бүрәт автономиялы округында 1989 йылда — 2138, 2002 йылда — 1228 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ В Уфе умер ученый и поэт Михаил Кривошеев. ИА «Башинформ», 25 апреля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2024)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Нефёдова Тамара Ивановна (Тикшерелеү көнө: 6 март 2021)
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Константинов А. В., Константинова Н. Н. История Забайкалья (с древнейших времен до 1917 года). — Учебное пособие по региональному компоненту образования. — Чита: Изд-во ЗабГГПУ, 2002. — 248 с. — ISBN 5-85158-217-0.
- Кулаков В. С. География Забайкальского края. — Учебное пособие. — Чита: Экспресс издательство, 2009. — ISBN 9785956601266.
- Читинской области — 70 лет. Чита, 2007.