Өфө фән һәм технологиялар университеты

Өфө фән һәм технологиялар университеты (Өфө университеты[2]; рус. Уфимский университет науки и технологий (Уфимский университет) — 1909 йылда нигеҙләнгән классик Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостандың иң боронғо вуздарының береһе — 1932 йылда асылған, 2022 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән һәм 2021 йылда донъяның иң яҡшы вуздары рейтингында Рәсәй вуздары араһында 25-се урынды биләгән Өфө дәүләт авиация техник университетын[3][4][5][6] берләштереү (ҡушыу) юлы менән 2022 йылда Өфө ҡалаһында ойошторолған юғары уҡыу йорто.

Тарихы

2021 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһындағы ике юғары уҡыу йортоноң — 1909 йылда нигеҙләнгән Башҡорт дәүләт университеты һәм 1932 йылда асылған Өфө дәүләт авиация техник университетының берләшәсәге тураһында билдәле була. 2021 йылдың 15 февралендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ике юғары уҡыу йортон берләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен һәм ғәмәлдән сығарылмауын белдерә: «Ҡарар ҡабул ителде, ул үтәлергә тейеш».

2021 йылдың 18 февралендә ике юғары уҡыу йорто берләшеү мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы үтә[7]. 2021 йылдың апрелендә ике юғары уҡыу йортоноң ғилми советтары берләшеү тураһында ҡарар ҡабул итә[8].

2021 йылдың авгусында яңы юғары уҡыу йортоноң исеме билдәле була — «Өфө фән һәм технологиялар университеты». Ике юғары уҡыу йортон берләштереү менән бәйле республика «Өҫтөнлөк-2030» программаһының 1 миллиард һум күләмендәге федераль грантын ала. 100 миллион һум күләмендә төп грант Башҡорт дәүләт университетына 2021 йылдың октябрендә тапшырыла, БашДУ тағы ла өҫтәмә рәүештә 142 миллион һумлыҡ грант ала.

2022 йылдың ғинуарында республика буласаҡ Өфө университетына 200 миллион һум аҡса бүлә — был ӨДНТУ һәм буласаҡ Өфө университеты студенттарына грант итеп тәғәйенләнә.

Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрының 2022 йылдың 8 июлендәге 644-се бойороғо менән Өфөнөң ике вузы — Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын үҙгәртеп ҡорола (берләштерелә). Бойороҡҡа ярашлы Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының Бөрө, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Күмертау ҡалаларындағы филиалдары яңы асылған Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдарына әүерелә.

2022 йылда уҡырға инеп, Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаусылар дипломдарында ике вуз күрһәтеләсәк — «Башҡорт дәүләт университетына йәки Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән һәм Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған».

2022 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын үҙгәртеп ҡороу (ҡушыу) тамамлана — Өфө фән һәм технологиялар университеты Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелә[9], уның етәксеһе итеп Вадим Захаров тәғәйенләнә[10][11].

Структураһы

Институттар һәм факультеттар

  • Хәрби уҡыу үҙәге
  • Гуманитар һәм социаль фәндәр институты
  • Информатика, математика һәм робототехника институты
  • Тарих һәм дәүләт идаралығы институты
  • Өҙлөкһөҙ белем биреү институты
  • Хоҡуҡ институты
  • Тәбиғәт һәм кеше институты
  • Технология һәм материалдар институты
  • Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡланыу институты
  • Иҡтисад, идара итеү һәм бизнес институты
  • Электротехник инжиниринг институты
  • «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерлыҡ мәктәбе
  • Авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультеты
  • Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты
  • «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы инженер кадрҙары әҙерләү факультеты
  • Физика-техник институт

Эшмәкәрлек төрө буйынса подразделениелар төркөмдәре

  • Мәғлүмәт-техник эшмәкәрлек
  • Социаль-тәрбиә эшмәкәрлеге
  • Фәнни эшмәкәрлек
  • Идара итеү эшмәкәрлеге
  • Белем биреү эшмәкәрлеге
  • Административ-хужалыҡ эшмәкәрлеге

Филиалдар һәм подразделениелар

Эшмәкәрлеге

Университет ваҡытлы матбуғатта

Иҫкәрмәләр

  1. Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
  2. Башҡортостандың баш ҡалаһында Фән Һәм технологиялар университеты ойошторола. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  3. УГАТУ вошел в рейтинг лучших вузов мира. www.kommersant.ru (9 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  4. Р. И. А. Новости. В Уфе появится университет науки и технологий. РИА Новости (20220709T2054). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  5. На базе БашГУ и УГАТУ создан Уфимский университет науки и технологий. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  6. Не просто смена вывески. Как изменится жизнь студентов Уфимского университета науки и технологий. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  7. Башҡортостан властары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм ғалимдар Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Башҡорт дәүләт университетын берләштереүҙе тикшерҙе. Иң мөһиме. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  8. Башҡортостан властары Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡушылғандан һуң яңы юғары уҡыу йортоноң рәсми исемен иғлан итте. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  9. 1 ноября 2022 года теперь навсегда войдет в историю высшего образования страны как день открытия нового вуза — Уфимского университета науки и технологий. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  10. Эдуард Кускарбеков. Вадим Захаров возглавил Уфимский университет науки и технологий. ИА «Башинформ» (1 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  11. Гөлдәр Яҡшығолова. Республиканың иң йәш һәм иң ҙур вузы менән таныштыҡ (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (3 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (баш.)
  12. Уфимский университет и МГИМО стали вузами-партнерами. ИА «Башинформ», 21 февраля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2024)