Захаров Вадим Петрович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Захаров Вадим Петрович
Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры
Vadim Zakharov 2.jpg
Эшләй башлаған: 9 июнь 2023
Алдан килеүсе: фазифа булдырылған
Тыуған көнө: 19 апрель 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (50 йәш)
Тыуған урыны:
Ил: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Фәнни даирә: физическая кинетика[d][2], диены[d][2] и физик химия[2]
Ғилми дәрәжәһеь: химия фәндәре докторы
Ғилми исеме: профессор
Альма-матер: БашДУ
Наградалары:
Логотип РУВИКИ.Медиа Вадим Петрович Захаров РУВИКИ.Медиа проектында

Вадим Петрович Захаров (19 апрель 1975 йыл, Семен-Петровский ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғилми эшмәкәр, химия өлкәһендә белгес. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2009), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2024)[3].

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы (2020 йылдан). Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы (2022 йылдың 8 апреленән 31 октябренә тиклем). Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡара (2022 йылдың 1 ноябренән)[4][5]. Башҡорт дәүләт университетының фән буйынса проректоры (2012—2020).

Башҡортостан Республикаһының фән атҡаҙанған эшмәкәре (2015). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004), Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2019), фән һәм техника өлкәһендә йәштәр өсөн Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2007), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы С. Р. Рафиҡов исемендәге Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы премияһы лауреаты (2002).

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаты (фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы)[6].

Рәсәйҙең «Знание» йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе[7].

«Станки» стандартлаштырыу буйынса техник комитет рәйесе (Рәсәйҙең техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлығының 2024 йылдың 7 октябрендәге 2341-се һаны приказына ярашлы)[8].

Тыуған һәм үҫкән ере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вадим Петрович Захаров 1975 йылдың 19 апрелендәндә Күгәрсен районының Семен-Петровский ауылында тыуған. Атаһы — «Сеятель» колхозы тимерсеһе Пётр Прохорович (1932—2011), әсәһе — ауыл советы бухгалтеры Надежда Егоровна (ҡыҙ фамилияһы — Лебедева; 1935—1993)[9].

Урта мәктәптең өлкән синыфтарында йәйге каникул мәлендә колхозда ябай эшсе булып эшләй[9].

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 19821992 Семёно-Петровка урта мәктәбендә уҡый. Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай;
  • 1992—1997: Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем ала. Уҡыу йортона ҡыҙыл диплом менән тамамлай;[10]
  • 1997: аспирантураға ингәнсе өс ай фәнни-тикшеренеү лабораторияһында хеҙмәт килешеүе буйынса инженер булып эшләй;
  • 19972000 йылдарҙа БДУ-ның көндөҙгө аспирантураһында уҡый.
  • 20002001 йылдарҙа — ғилми тикшеренеү лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмтәкәр вазифаһында эшләй
  • 20012004 йылдарҙа БДУ-ның көндөҙгө докторантураһында белем ала.
  • 20042006 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының юғары молекуляр ҡушымталар һәм дөйөм химия технологияһы кафедраһы профессоры.
  • 20062010 йылдар — «Роснефть-УфаНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лаборатория мөдире[11];
  • 20102012 йылдар — «Роснефть-УфаНИПИнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлек начальнигы[11].
  • 20122018 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының фән буйынса проректоры вазифаһында эшләй.
  • 20182020 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры.
  • 20192020 йылдарҙа «Сколково» Мәскәү идара мәктәбенең «Ғилми-технологик үҫеш лидерҙары» ғилми һәм юғары белем биреү мәғариф ойошмалары етәкселәре өсөн уҡыу программаһын тамамлай.
  • 2020 йылдың июлендә РФА-ның Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[12][13].
  • 2022 йылдың 8 апрелендә Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, был вазифала Николай Морозкинды алмаштыра[14].
  • 2022 йылдың 1 ноябрендә Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһына тәғәйенләнә[15].

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлек

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вадим Петровичтың фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡ фазаһында тиҙ барған процестарҙың макрокинетикаһы, ятҡылыҡтарҙың нефть биреүсәнлеген физик-химик ысулдар ярҙамында арттырыу өлкәләрендә тикшеренеүҙәргә бағышланған. Уның ҡатнашлығында стереоспецифик диендарҙы Циглер — Натта тибындағы катализаторҙарҙа полимерлаштырыу процестарының кинетикаһы һәм механизмдары, юғары тиҙлектәге химик процестарҙа йылылыҡ һәм масса биреүҙе интенсивлаштырыу, полимер композицияларҙың, шул иҫәптән ассоциатив («аҡыллы») полимерҙарҙың реологияһы, уларҙың кәүҙәлек мөхит аша фильтрацияланыуы, икенсел сеймалдан биотарҡала торған полимер композиттар тыуҙырыу йәһәтенән фундаменталь тикшеренеүҙәр башҡарылған. Төҙөлгән теоретик нигеҙ һөҙөмтәһендә полимерҙарҙы синтезлау һәм эшкәртеү технологияһы, шулай уҡ нефть ятҡылыҡтарында нефть биреүсәнлекте арттырыуҙың физик-химик ысулдары өлкәһендә етештереү-иктисади күрһәткестәрҙе үҫтереү бурысын үтәүҙе тәьмин иткән техник ҡарарҙар эшләнә. Улар нигеҙендә сәнәғәттә хлорланған бутилкаучук, этилен-пропилен һәм изопрен каучуктарын етештереүҙә ҡулланылған бәләкәй габаритлы, юғары етештереүсәнлекле торбалы турбулентлы ҡорамалдар индерелә[9].

Вадим Захаров — 8 монография авторы, шул иҫәптән сит илдә Бөйөк Британия, Нидерландтар, АҠШ-та нәшер ителгән 3 хеҙмәте бар[16]. Уның 200-ҙән ашыу фәнни мәҡәләһе донъя күргән, күпселек мәҡәләләре Web of Science һәм Scopus халыҡ-ара мәғлүмәт базаларында реферат рәүешендә теркәлгән. 25 патенты бар. Уның уйлап табыуҙары иҡтисадтың реаль секторындағы предприятиеларҙа ҡулланыла, уларҙың 7-һе — Башҡортостандың иң эре сәнәғәт предприятиеларында. Ғилми етәксе булараҡ, 7 фән кандидаты, шулай уҡ ғилми консультант булараҡ 1 фән докторы әҙерләгән[9].

  1. K. S. Minsker, Al. Al. Berlin, V. P. Zakharov, G. E. Zaikov. Fast liquid-phase processes in turbulent flows. Brill Academic Publishers. V.S.P. Intl. Science Netherlands. 2004. 180 p.;
  2. В. П. Захаров, А. А. Берлин, Ю. Б. Монахов, Р. Я. Дебердеев. Физико-химические основы протекания быстрых жидкофазных процессов / Академия наук Республики Башкортостан, Отделение физико-математических и технических наук. — Москва, Наука, 2008. — 346 с. — ISBN 978-5-02-036674-9;
  3. В. П. Захаров, Т. А. Исмагилов, А. Г. Телин, М. А. Силин. Нефтепромысловая химия. Регулирование фильтрационных потоков водоизолирующими технологиями при разработке нефтяных месторождений : учебное пособие. — Москва, ИЦ РГУ нефти и газа им. И. М. Губкина, 2011. — 261 с. — ISBN 978-5-91961-020-5;
  4. В. П. Захаров, А. А. Берлин, Г. С. Дьяконов, Р. Я. Дебердеев. Быстрые химические реакции в турбулентных потоках : монография / Министерство образования и науки России, Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования «Казанский национальный исследовательский технологический университет». — Казань, Издательство КНИТУ, 2016. — 434 с. — ISBN 978-5-7882-1964-6;
  5. В. П. Захаров, М. В. Базунова. Основы нефтепереработки : учебное пособие / Министерство образования и науки РФ, Башкирский государственный университет. — Уфа, РИЦ БашГУ, 2018. — 144 с. — ISBN 978-5-7477-4733-3;
  6. В. П. Захаров, Н. В. Улитин, К. А. Терещенко, Е. М. Захарова. Турбулентные технологии при синтезе полидиенов на каталитических системах Циглера-Натта / Академия наук Республики Башкортостан, Отделение химической технологии и новых материалов. — Уфа, Гилем, 2018. — 278 с. — ISBN 978-5-88185-399-0;
  7. Ф. Б. Шевляков, Т. Г. Умергалин, В. П. Захаров. Использование трубчатого турбулентного аппарата в нефтегазовых и химических процессах : монография / Министерство образования и науки РФ, Башкирский государственный университет. — Уфа, РИЦ БашГУ, 2018. — 202 с. — ISBN 978-5-7477-4618-3.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2005)[17];
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)[18].
  • Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премия лауреаты (2007)[19].
  • Йәш ғалимдар өсөн премияһы менән бергә бирелгән Рәсәй Фәндәр академияһы миҙалы[20].
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2002)[21].
  • Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы, рус. «За большой вклад в развитие науки и в связи с Днем российской науки» (2005)
  • «Soros Graduate Student» дипломы — «Сорос аспиранттары» исемле халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе (2002).
  • Ватан фәненә ярҙам итеү Фондының «РФА-ның иң яҡшы фән кандидаттары» дипломы (рус. Диплом Фонда содействия отечественной науки «Лучшие кандидаты наук РАН», 2004, 2005).
  • Ғилми тикшеренеү өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты дипломы (2002, 2003).


Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[11].

  1. 1 2 Башҡорт энциклопедияһы
  2. 1 2 3 Zacharov, Vadim Petrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Академия Наук Республики Башкортостан - 2024-11-02:   Результаты выборов членов Академии наук Республики Башкортостан. www.anrb.ru. Дата обращения: 16 декабрь 2024.
  4. Вадим Захаров возглавил Уфимский университет науки и технологий. Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 1 ноябрь 2022 года.
  5. Изобретатель, изучал полимеры. 4 факта об и.о. ректора Уфимского университета науки и технологий. www.bashinform.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. Архивировано 15 ноябрь 2022 года.
  6. Захаров Вадим Петрович. 16 декабрь 2024 тикшерелгән.
  7. Региональные отделения Российского общества «Знание». znanierussia.ru. Дата обращения: 16 декабрь 2024.
  8. Приказы. www.rst.gov.ru. Дата обращения: 16 декабрь 2024.
  9. 1 2 3 4 Сведения о кандидате на должность Председателя УФИЦ РАН и основные положения программы развития
  10. Захаров Вадим Петрович. Архивная копия от 11 август 2020 на Wayback Machine Анкетные данные на сайте Академии наук РБ;
  11. 1 2 3 Захаров Вадим Петрович. Дата обращения: 20 май 2022. Архивировано 31 май 2022 года.
  12. Профессор БашГУ Вадим Захаров назначен на должность врио председателя УФИЦ РАН. Статья на сайте БашГУ, 16 июля 2020 г.;
  13. Айгуль Мусина. Пятый по счету врио. Проректор БашГУ назначен руководителем УФИЦ РАН. Архивная копия от 11 сентябрь 2020 на Wayback Machine Статья на сайте proufu.ru, 13 июля 2020;
  14. Ректор Башгосуниверситета покинул свой пост, исполняющим обязанности назначен Вадим Захаров. Дата обращения: 7 апрель 2022. Архивировано 7 апрель 2022 года.
  15. Вадим Захаров возглавил Уфимский университет науки и технологий. Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 1 ноябрь 2022 года.
  16. И. о. ректора Башкирского госуниверситета назначен Вадим Захаров
  17. Постановление Правительства РФ от 2 марта 2005 г. № 109 Архивная копия от 16 ноябрь 2019 на Wayback Machine «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2004 года в области науки и техники», п. 24;
  18. Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы (№ УГ-152, 3 июль 2015)
  19. 31-се танытма, Өфө, 7 октябрь 2008
  20. Постановление Президиума Российской академии наук РФ № 256 от 26 декабря 2006 года, за цикл работ «Макрокинетические закономерности протекания быстрых жидкофазных реакций» (рус.)
  21. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының 2002 йылдың 15 апрелендәге 11-се ҡарары, рус. «Теория и практика получения многотоннажных каучуков на катализаторах типа Циглера-Натта» исемле ғилми хеҙмәттәр циклы өсөн
  1. Захаров Вадим Петрович // Башкирская энциклопедия [в 7 т.] / Гл . ред. М. А. Ильгамов. — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2005-. — Т. 3: З-К. — 2007. — 671 с. — ISBN 978-5-88185-064-7. — С. 38.
  2. Кто есть кто. Башкирский государственный университет : библиографический справочник / Башкир. гос. ун-т. — Сост. В. М. Суханов, Н. А. Никерина, А. М. Мифтахова. — Уфа, БашГУ, 2004. — 416 с. — С. 77.
  3. Кто есть кто. Башкирский государственный университет : библиографический справочник / Федеральное агентство по образованию, Башкирский гос. ун-т. — Под общ. ред. М. Х. Харрасова. — Уфа, РИЦ БашГУ, 2009. — 520 с. — ISBN 978-5-7477-2263-7.
  4. Л. Зиякаева. Не делать зла другим // «Кафедра». — 2004, № 8-9 (825—826). — С. 5.
  5. Эмиль Шаяхметов. Химия на 5 и даже больше // Аргументы и факты — Башкортостан. — 2005, № 12 (537). — С. 2.
  6. Гульнара Мавлиева. В 26 — кандидат, в 29 — доктор // Единая Россия. Башкортостан. — 27 марта 2009, № 13 (20). — С. 3.
  7. Лауреаты республиканских молодёжных премий Башкортостана [справ. изд.] / Министерство молодёжной политики, спорта и туризма РБ. — Уфа, 2010. — 160 с. — С. 148.
  8. Кугарчинский район: ими прославилась наша земля [книга-альбом] / Администрация Кугарчинского р-на, Землячество кугарчинцев в г. Уфе «Оло Эйек». — Редкол.: В. Г. Азнагулов и др. — Уфа, 2015. — 316 с. — ISBN 978-5-85247-833-7. — С. 94.