Морозкин Николай Данилович

Николай Данилович Морозкин (рус. Морозкин Николай Данилович; 1953 йылдың 27 ноябре, Киржеманы[d], Мордовия АССР-ы[d]) — совет, рәсәй математигы; физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997); Башҡорт дәүләт университеты ректоры (2013—2022), БашДУ президенты (2022 йылдан), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.

Биографияһы

1975 йылда Мордва дәүләт университетын тамамлаған[1], 1980 йылда — Ленинград дәүләт университетының ғәмәли математика факультеты аспирантураһын тамамлаған[2].

1980—1983 йылдарҙа — Мордва университетының дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы[2].

1983 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй: өлкән уҡытыусы, доцент, 1993 йылдан — ғәмәли информатика һәм һанлы ысулдар кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1997 йылдан — уҡыу эштәре буйынса проректор[1][2].

2013 йылдың 16 майында Башҡорт дәүләт университеты ректоры итеп һайланған[3]. 2017 йылдың 25 октябрендә киләһе осорға ректор итеп һайланған. «Рус география йәмғиәте»нең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең попечителдәр советы ағзаһы[4].

2022 йылдың 7 апрелендә ректор вазифаһынан киткән. Вазифа башҡарыусы итеп Вадим Петрович Захаров тәғәйенләнгән[5].

2022 йылдан БДУ президенты.

Фәнни эшмәкәрлеге

1980 йылда кандидатлыҡ, 1996 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған; профессор (1997)[1].

Төп тикшеренеү йүнәлештәре[1]:

  • математик моделләштереү;
  • информатика;
  • идара итеү оптимизацияһы;
  • һанлы ысулдар.

Һыҙыҡһыҙ ҡабарынҡы фаза сикләүҙәре булған тиҙ тәьҫир итеү мәсьәләләрен, төрлө технологик сикләүҙәрҙе һәм йылытыла торған изделиеларҙың ныҡлығы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып йылытыу менән оптималь идара итеү мәсьәләләрен сисеү ысулдарын тапҡан[1]. Медико-биологик системаларҙа, атап әйткәндә, височно-нижнечелюстной быуында, эластик көсәнештәрҙе математик моделләштереү һәм иҫәпләү буйынса тикшеренеүҙәр башҡарған.

100-гә яҡын фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу патенты авторы.

Һайланма хеҙмәттәре

  • Численные приближения экстремалей управляемых динамических систем. — Өфө, 1989 (авторҙ.)[1].
  • Оптимальное управление процессами нагрева с учётом фазовых ограничений: Уҡыу әсбабы. — Өфө: БашДУ нәшр., 1997. — 114 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Салауат Юлаев ордены (2022)[1][6].
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011)[1][7].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)[1].
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)[1][2].

Һылтанмалар