Калининград өлкәһе

Калинингра́д өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ составына инә.

Административ үҙәк — Калининград ҡалаһы.

Европа Берләшмәһе менән сиктәш: Польша менән көньяҡта, Литва менән төньяҡта һәм көнсығышта. Көнбайышта Калининград өлкәһе ерҙәре Балтик диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.

География

Калининград өлкәһе — Рәсәй Федерацияһының Үҙәк Европала урынлашҡан иң көнбайыш субъекты. Ул Рәсәйҙең башҡа субъектарынан сит дәүләт территориялары менән айырылған, әммә Балтик диңгеҙе аша тоташа, шулай итеп, ул ярым экслав булып тора[3].

Билдәле шәхестәре

  • Хәбибуллин Алик Ғәлимйән улы (21.07.1954), ғалим—хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989—2003 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының кафедра начальнигы. Юридик фәндәр докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Полиция генерал‑лейтенанты. (2011). Приморье ҡасабаһынан[4].

Өлкәләге власть

Өлкә Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

Калининград өлкәһе Губернаторы — өлкәләге иң юғары вазифа.

Суд власы

Калининград өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Калининград өлкәһе өлкә суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Калининград өлкәһе арбитраж суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

Калининград өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы — Калининград өлкәһенең юғары закондар сығарыу органы.

Халҡы

250 000
500 000
750 000
1 000 000
1 250 000
1 500 000
1950
1989
1994
1999
2004
2009
2014
2019
2024
undefined
undefined

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы1 033 914 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 68.36 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 72.79 % (2015).

Милли состав

2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы (милләтен күрһәткәндәрҙең өлөшө):

Калининград өлкәһендә 1989 йылда — 503, 2002 йылда — 562 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5].

Административ-территориаль бүленеш

2007 йылға ҡарата Калининград өлкәһендә 22 муниципаль берәмек бар[6]:

  • 11 ҡала округы,
  • 11 муниципаль район.

Әҙәбиәт

  • Ваулина В. Д. Наш край. — Калининград: Калининградское книжное издательство, 1988.
  • Кучерявый П. П., Фёдоров Г. М. География Калининградской области. — Калининград: Калининградское книжное издательство, 1989, 142 с. ISBN 5-85500-037-0
  • Орлёнок В. В., Курков А. А., Кучерявый П. П., Тупикин С. Н. Физическая география: Учебное пособие / Под ред. В. В. Орлёнка. — Калининград: Калининградский государственный университет, 1998. — 480 с. — ISBN 5-88874-096-9.
  • Фёдоров Г. М. У карты Калининградской области. — Калининград: Калининградское книжное издательство, 1986.
  • Калининградская область. Очерки природы. — Калининград: Калининградское книжное издательство,1969. 208 с.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар