Иркутск өлкәһе

Иркутск өлкәһе (Байкал буйы, Ангара буйы) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына инә. Административ үҙәк — Иркутск ҡалаһы.

Майҙаны — 774 846 км² (4.53 % территории России). Халҡы — 2 330 537 кеше (2024).

Иркутск өлкәһе көнбайышта Красноярск крайы, төньяҡ-көнсығышта Саха Республикаһы, көнсығышта Байкал аръяғы крайы, көнсығышта һәм көньяҡта Бүрәт Республикаһы, көньяҡ-көнбайышта Тыва Республикаһы менән сиктәш.

Тарих

1937 йылдың 26 сентябрендә Көнсығыш Себер өлкәһен Иркутск һәм Чита өлкәләренә бүлеү менән барлыҡҡа килә.

2005 йылдың 11 октябрендә Иркутск өлкәһе һәм Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округы парламенттары яңы субъект барлыҡҡа килеүе тураһында Рәсәй Федерацияһы Президентына мөрәжәғәт ҡабул итәләр. Был берләшеүгә төрлө ҡараш була. 2006 йылдың яҙында Монголдарҙың бөтә донъя ассоциацияһы президенты Дашийн Бямбасурэн берләшеү планына ҡаршы булыуын һәм бүрәт-монгол халҡының милли дәүләтселегенә хоҡуғын һанға һуҡмауына Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға протест белдерә[2][3]. 2006 йылдың 16 апрелендә берләшеү буйынса референдум уҙа, уның һөҙөмтәләре буйынса Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округы 2008 йылдың 1 ғинуарында Иркутск өлкәһе составына инә.

undefined

Халҡы

Росстат мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең халыҡ иҫәбе 2 330 537[4] кеше (2024). Халыҡ тығыҙлығы — 3.01 кеше/км2 (2024).

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең милли составы: 88 % урыҫтар, 3,2 % бүрәттәр, 1,27 % украиндар, 0,94 % татарҙар, 0,33 % белорустар, 0,27 % әрмәндәр, 0,22 % әзербайжандар. Шулай уҡ өлкәлә сахалар, тывалар, эвенкылар, тофалар, хакастар һәм башҡалар йәшәй.

Иркутск өлкәһендә 1989 йылда — 3893, 2002 йылда — 2451 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5], 2010 йылда — 1637 бар[6]

Иҫкәрмәләр

  1. Шахрай С. М., Алексеев С. С., Собчак А. А., Конституционное совещание Российской Федерации, phaile Конституция Российской Федерации (урыҫ) // Российская газета — Россия: 1993. — Т. 102. — С. 102. — ISSN 1606-5484; 1560-0823
  2. Всемирная ассоциация монголов выступила в защиту Усть-Орды. E-baikal (9 март 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2015.
  3. Терентьева А. Монголы выступили против слияния российских регионов. Коммерсантъ (10 март 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2015.
  4. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2024 г. и в среднем за 2023 г. и компоненты её изменения. Федеральная служба государственной статистики (22 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2024.
  5. Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/perepis_itogi1612.htm   Итоги ВПН2010. Том 4. Национальный состав и владение языками, гражданство / НАСЕЛЕНИЕ ПО НАЦИОНАЛЬНОСТИ И ВЛАДЕНИЮ РУССКИМ ЯЗЫКОМ ПО СУБЪЕКТАМ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ

Әҙәбиәт

  • Распутин В.Г. Сибирь, Сибирь… // Артиздат — Иркутск, 2000.
  • Polunina N.M., Korobov S.A., Sutton J.M., Korobova G.W. Her Majesty — Queen of Siberia // Издательство Коробова. — Иркутск, 2008.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар