Нуғай теле

Нуғай теле — (ногай тили, ногайша") [2] дөйөм алғанда Ставрополь крайы, Дағстан, Ҡарасай-Черкесия, Әстерхан өлкәһендә йәшәүсе нуғайҙарҙың теле. Нуғайса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 90 000 кеше.

Тасуирламаһы

Нуғай теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмө нуғай-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә инә, ләкин лексик-фонетик яҡтан үҙҙәре йәшәгән урындарҙағы халыҡтар телдәренә яҡын. Лингвист-төркиәтсе, фольклорсы, этнограф, доктор филология фәндәре докторы Н. А. Бас­ка­ков 1936 йылғы диа­лек­то­ло­гик экс­пе­ди­ция ма­те­риа­лдары нигеҙендә фо­не­тик, лек­сик һәм мор­фо­ло­гик күрһәткестәр буйынса 3 төп диа­лек­т билдәләй: аҡнуғай (ку­бан­ь нуғайҙары диалекты), ҡа­ра­нуғай (Дағстан нуғайҙары диа­лек­ты), үҙнуғай (Став­ро­поль­ крайы нуғайҙары диа­лек­ты)[3] . .

Ғалим Калмыкова Софья Абдулхәмид ҡыҙы нуғай телендә 2 диа­лек­т тип билдәләй – аҡ­нуғай (кубань нуғайҙары диалекты; Нуғай, Адыгэ-Хабль,Ҡарасай-Черкесияның Хабез районы , Ставрополь крайының Ҡарамырҙа һәм Каң­лы ауылдары) һәм ҡарануғай (дала нуғайҙары диа­лекты; Нуғай, Дағстандың Баба-Йорт, Кизляр райондары, Чечняның Шелковский районы, Ставрополь крайының Нефтекум районы)[4]

Нуғай теленә күршеләш йәшәгән халыҡтарҙың телдәренән алынмалар күп ингән, хатта улар теленә күсеү ҙә бар. Мәҫәлән, Әстерхан нуғайҙарының әҙәби теле — татар теле, Дағстандан Хәсәү-йорт, Баба-Йорт райондарында йәшәүселәрҙең әҙәби теле — ҡумыҡ теле.

Ғөмүмән алғанда, нуғай теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән башҡа телдәрҙән лексик, грамматик яҡтан әллә ни айырылмай, шулай ҙа фонетик яҡтан төрөк һәм үзбәк, ҡарағалпаҡ телдәренә яҡын: акыкат—хәҡиҡәт, умер—ғүмер, таала—тәғәлә, саат—сәғәт.

Диалекттары

Нуғай һөйләш теле өс диалектҡа бүленә: үҙнуғай диалекты (Ставрополь нуғайҙары), ҡарануғай диалекты (Дағстан нуғайҙары), аҡнуғай диалекты (ҡарасай нуғайҙары).

Улар бер-береһенән ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәр менән генә айырыла.

Алфавиты

1928 йылға тиклем ҡулланылышта ғәрәп әлифбаһы була, һуңыраҡ латин әлифбаһы, 1938 йылдан – кириллица.

Мәғлүмәт саралары

Ноғай телендә «Шоьл тавысы» һәм «Ногай давысы» гәзиттәре сығарыла..

"Төркиә ауазы — Татарса" радиоһында аҙна һайын «Нуғайса нәсихәттәр» 2016 йылдың 6 февраль көнөндә архивланған. тапшырыуы сығып килә.

Видеояҙмалар

  • YouTube сайтында Видео "Поговорим" (на ногайском языке)
  • YouTube сайтында Видео Разговорник (ногайский язык) (15.04.2015)
  • YouTube сайтында Видео История - Ногайцы, традиции и культура великого народа

Сығанаҡтар

  • Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Перепись-2010. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2012. Архивировано 6 февраль 2018 года. 2021 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
  2. ↑ Викисловарь. Категория:Ногайский язык 2019 йылдың 21 май көнөндә архивланған.
  3. ↑ НОГА́ЙСКИЙ ЯЗЫ́К 2019 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
  4. ↑ Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см

Тема буйынса өҫтәмә