Рәсәй Банкы
Рәсәй Банкы | |
Герб | |
Юрисдикция таралышы | Рәсәй |
---|---|
Рәсми сайт | cbr.ru (рус.) |
Милке | Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы[d], Алокабанк[d] и Система передачи финансовых сообщений[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Открытие Холдинг[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | President of the Central Bank of Russia[d] |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ЦБРФ |
Дәүләт | |
Алыштырған | Государственный банк СССР[d] |
Фолловерҙар һаны | 18 981 и 44 300 ± 99 |
Етәксе | Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы |
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 1990 |
Распространяется | Google Play[d] и App Store[d] |
Валюта | ₽ |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы), Рәсәйҙең айырым асыҡ-хоҡуҡи институты, беренсе кимәлдәге баш банк. Илдең баш эмиссия һәм аҡса-кредит көйләүсеһе; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән килешеп, берҙәм дәүләт аҡса-кредит сәйәсәтен эшләй һәм тормошҡа ашыра; уға айырым вәкәләттәр йөкмәтелгән, атап әйткәндә, аҡса знактарын эмиссиялау һәм банктар эшмәкәрлеген көйләү хоҡуғына эйә. Илдең бөтә кредит системаһын төп координациялау һәм көйләү органы ролен башҡарған Рәсәй Банкы иҡтисади идарлыҡ органы булып тора. Рәсәй Банкы кредит ойошмаларының эшмәкәрлегенә контроллек итә, уларға банк операциялары башҡарыуға лицензия бирә йә уны кире ҡайтарып ала, ә кредит ойошмалары үҙ сиратында башҡа юридик һәм физик шәхестәр менән эшләй, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Банкы ла юридик шәхес булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 71-се статьяһы билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы аҡсаны эмиссиялау хоҡуғына эйә, ә 75-се статья аныҡлаштырыуынса, аҡсаны эмиссиялау бары тик Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы тарафынан ғына ғәмәлгә ашырыла, уның төп функцияһы ла нығытыла: һумдың тотороҡлолоғон һаҡлау һәм тәьмин итеү, быны ул дәүләт власының башҡа органдарына буйһоноуһыҙ башҡара[1]. Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының статусы, эшмәкәрлек маҡсаттары, функциялары һәм вәкәләттәре «Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тураһында»[2] Федераль закон һәм башҡа федераль закондар менән билдәләнә. 1993 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында совет өлгөһөндәге һумдар файҙаланыла. Рәсәй Банкы билеттары әйләнешкә төрлө йылдарҙа индерелә: мәҫәлән, 100 һумлыҡ банкнота — 1993 йылда, ә 1000 һумлыҡ — 1995 йылда. Хәҙерге өлгөләге Рәсәй һумдары әйләнешкә 1998 йылдың 1 ғинуарында 1000:1 нисбәтле деноминациянан һуң (1 миллион һум 1000 һумға әйләнә) индерелә, валютаның рәсми коды 810 RUR урынына 643 RUB тип үҙгәртелә. Рәсәй Банкының дәүләттеке булмаған ҙур номиналлы билеттары (ҡиммәтле ҡағыҙҙар) әйләнешкә 1992 йылда индерелә[3]. 1990—1996 йылдарҙа нығытылған хаҡлы дәүләттеке булмаған ҡиммәтле ҡағыҙҙар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә сығарыла. Мәҫәлән, Хакасияла улар Рәсәй аҡсаһына ҡытлыҡты кәметеү маҡсатында, ә Түбәнге Новгород өлкәһендә бензинға талон итеп файҙаланыла[4].
Рәсәй Банкы үҙен СССР Дәүләт банкының хоҡуҡи вариҫы итеп һанай. Рәсәй Банкының төп маҡсаттары — Рәсәй һумының тотороҡлолоғон һаҡлау һәм тәьмин итеү, банк секторын үҫтереү һәм нығытыу, түләү системаһының һөҙөмтәле һәм өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү[5]. Рәсәй Банкы 2002 йылдан башлап ҡына Рәсәй Федерацияһының рәсми үҙәк банкы булып тора.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) 1990 йылдың 13 июлендә 1987 йылдың октябренән эшләп килгән СССР Дәүләт банкын үҙгәртеү юлы менән ойошторола[6]. РСФСР Юғары Советына отчетлы була. Тәүге осорҙағы атамаһы — РСФСР Дәүләт банкы[7][8].
1990 йылдың 2 декабрендә РСФСР Юғары Советы РСФСР Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тураһында 394-1-се Законды ҡабул итә, уға ярашлы, Рәсәй Банкы юридик шәхескә, РСФСР-ҙың төп банкына әйләнә һәм РСФСР Юғары Советына отчетлы була. 1991 йылда Рәсәй Банкының Уставы ҡабул ителә, ул РСФСР Юғары Советына отчетлылыҡты һаҡлап ҡала.
1991 йылдың 20 декабрендә СССР Дәүләт банкы бөтөрөлә, уның бөтә активтары, пассивтары һәм РСФСР территорияһындағы мөлкәте РСФСР Үҙәк банкына (Рәсәй Банкына) тапшырыла, бер нисә айҙан атамаһы Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тип үҙгәртелә.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына (75-се статья) һәм «Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тураһында»ғы Законға (22-се статья) ярашлы, банк функцияларын һәм вәкәләттәрен дәүләт власының федераль органдарына, федерация субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына бойондороҡһоҙ башҡара. Дәүләт — Рәсәй Банкының, ә Рәсәй Банкы дәүләттең йөкләмәләре буйынса яуаплы түгел (2-се статья).
Рәсәй Банкы 2014 йылдың ноябрендә тирбәлеүсән валюта курсы режимына күсә. Шулай итеп, һум курсы хөкүмәт йә үҙәк банк тарафынан көйләнмәй, нығытылмай, уның күрс кимәлен үҙгәртеү йә үҙгәреү тиҙлегенә йоғонто яһау буйынса бер ниндәй саралар ҡулланылмай. Рәсәй Банкы нормаль шарттарҙа һум курсы динамикаһына йоғонто яһау маҡсатында валюта интервенциялары үткәрмәй. Тирбәлеүсән валюта курсы режимын идара ителеүсән башҡа курс режимдарынан ошо айырып тора[9]. 2017 йылда Рәсәйҙә тәү башлап Үҙәк банк инициативаһы буйынса микрофинанслау эшмәкәрлеге һәм микрофинанслау ойошмалары тураһындағы законды боҙған легаль булмаған кредиторҙарҙың 8 сайты ябыла[10]. 2017 йылда Рәсәй Банкы Яндекс менән берлектә мәғлүмәттәре тейешле дәүләт реестрҙарына индерелгән микрфинанслау ойошмалары сайттарын һәм страховкалау эше субъекттары сайттарын Яндекс эҙләгесендә маркировкалау проектын эшләне[11]. Рәсәй Банкы маркировкалау буйынса проектты финанс баҙарының күп осраҡта интернет аша эш итеүсе башҡа сегменттарына ла таратыуҙы планлаштыра[12][13][14].
Маҡсаттары һәм функциялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Банкының төп маҡсаттары[15]:
- һумдың тотороҡлолоғон (уның һатып алыу һәләтен) һаҡлау һәм тәьмин итеү;
- Рәсәй банк системаһын үҫтереү һәм нығытыу;
- милли түләү системаһының тоторҡлолоғон тәьмин итеү һәм үҫтереү;
- Рәсәйҙең финанс баҙарын үҫтереү;
- Рәсәй финанс баҙарының тотороҡлолоғон тәьмин итеү.
Килем алыу Рәсәй Банкы эшмәкәрлегенең маҡсаты булмауы айырып билдәләнә.
Рәсәй Банкының функциялары:
- Рәсәй Хөкүмәте менән бергәләп берҙәм дәүләт аҡса-кредит сәйәсәтен, Рәсәй финанс баҙарын үҫтереү һәм уның тотороҡло эш итеүе сәйәсәтен эшләй һәм тормошҡа ашыра;
- ҡулаҡса эмиссияһын эшләү монополияһына эйә, ҡулаҡса әйләнешен ойоштора, һум билдәһенең график һүрәтләнешен раҫлай;
- кредит ойошмалары өсөн һуңғы инстанциялағы кредитор булып тора, уларҙы ҡайтанан финанслау системаһын ойоштора;
- Рәсәйҙә иҫәпләшеүҙәр башҡарыу ҡағиҙәләрен урынлаштыра;
- милли түләү системаһына күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра;
- банк операцияларын үткәреү ҡағиҙәләрен билдәләй;
- Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһының бөтә кимәлдәрендә бюджеттарҙы хеҙмәтләндерә;
- кредит ойошмаларын дәүләт теркәүе тураһында ҡарар ҡабул итә, кредит ойошмаларына банк операцияларын башҡарыуға лицензиялар бирә, уларҙың ғәмәлдә булыуын туҡтатып тора йә кире ҡайтарып ала;
- дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарын дәүләт теркәүе тураһында ҡарарҙар ҡабул итә;
- кредит ойошмалары һәм банк төркөмдәре эшмәкәрлеге өҫтөнән күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра;
- федераль закондарға ярашлы, кредит булмаған финанс ойошмалары эшмәкәрлеген көйләй, күҙәтә;
- эмиссиялы ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың проспекттарын сығарыуҙы теркәй, эмиссиялы ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы сығарыу йомғаҡтары тураһындағы отчеттарҙы теркәй;
- эмитенттарҙың Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендәге акционерҙар йәмғиәттәре һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар тураһындағы талаптарҙы үтәүенә контролде һәм күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра;
- акционерҙар йәмғиәттәрендә корпоратив мөнәсәбәттәр өлкәһендәге көйләүҙе, контролде һәм күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра;
- Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенең инсайдер мәғлүмәтен хоҡуҡһыҙ файҙаланыуға һәм баҙар менән манипуляциялар яһауға ҡаршы тороу тураһындағы ҡануниәте талаптары үтәлешенә контролде тормошҡа ашыра;
- үҙ аллы йә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡушыуы буйынса банк операцияларының бөтә төрҙәрен һәм Рәсәй Банкы функцияларын үтәү өсөн кәрәкле башҡа килешеүҙәрҙе тормошҡа ашыра;
- Рәсәй Банкының алтын-валюта резервтарына һөҙөмтәле идара итеүҙе тормошҡа ашыра;
- Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, валюта көйләүен һәм валюта контролен ойоштора һәм тормошҡа ашыра;
- һумға ҡарата сит ил валюталарының рәсми курсын урынлаштыра һәм баҫтырып сығара;
- Халыҡ-ара валюта фондының Рәсәй Федерацияһы валютаһындағы средстволары депозитарийы булып тора, Халыҡ-ара валюта фонды Килешеүендәге статьяларҙа һәм Халыҡ-ара валюта фонды менән договорҙарҙа ҡаралған операцияларҙы һәм килешмәләрҙе тормошҡа ашыра;
- халыҡ-ара ойошмалар, сил дәүләттәр, шулай уҡ юридик һәм физик шәхестәр менән иҫәпләшеүҙәр тәртибен билдәләй;
- кредит ойошмалары, Рәсәй Банкы һәм кредитлауға ҡарамаған финанс ойошмалары өсөн бухгалтер хисабының тармаҡ стандарттарын, кредит ойошмалары өсөн бухгалтер хисабының иҫәптәр планын һәм уны ҡулланыу тәртибен, Рәсәй Банкы өсөн иҫәптәр планын һәм уны ҡулланыу тәртибен билдәләй;
- Рәсәй Федерацияһының түләү балансы прогнозын эшләүҙә ҡатнаша һәм Рәсәй Федерацияһының түләү балансын ойоштора;
- милли иҫәптәр системаһында Рәсәй Федерацияһының финанс иҫәбен төҙөү методологияһын эшләүҙә ҡатнаша һәм Рәсәй Федерацияһының финанс иҫәбен төҙөүҙе ойоштора;
- Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, Рәсәй Федерацияһына тура инвестицияларҙың һәм Рәсәй Федерацияһынан сит илдәргә тура инвестицияларҙың рәсми статистик хисабын алып бара;
- Рәсәй Федерацияһына тура инвестицияларҙың һәм Рәсәй Федерацияһынан сит илдәргә тура инвестицияларҙың статистика методологияһын, респонденттар исемлеген үҙ аллы формалаштыра, уларҙың тура инвестициялар тураһындағы беренсел статистик мәғлүмәттәрен тапшырыуы тәртибен, шул иҫәптән федераль статистик күҙәтеү формаларын раҫлай;
- Рәсәй иҡтисадына анализ һәм прогноз яһай, тейешле материалдарҙы һәм статистик мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығара;
- Рәсәй Федерацияһы банктарында физик шәхестәрҙең вкладтарын мотлаҡ страховкалау системаһында ҡатнашмаған банктар банкрот тип иғлан ителгәндә федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙа һәм тәртиптә физик шәхестәрҙең уларҙағы вкладтары буйынса Рәсәй Банкы түләүҙәрен тормошҡа ашыра;
- Финанс баҙарҙарындағы акционерҙарҙың һәм инвесторҙарҙың, страховкалаусыларҙың, страховкаланған шәхестәрҙең һәм отошҡа эйә булыусыларҙың, шулай уҡ мотлаҡ пенсия страховкалауы буйынса страховкаланған кешеләрҙең, вкладсыларҙың һәм дәүләткә ҡарамаған пенсия тәьминәте буйынса дәүләткә ҡарамаған пенсия фондында ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҙлауҙы тормошҡа ашыра.
Структураһы һәм идара итеү органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
РСФСР / Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
РФ Үҙәк банкы рәйесе | Эшмәкәрлек йылдары |
---|---|
Георгий Гаврилович Матюхин | 1990 йылдың 7 авгусынан РСФСР Дәүләт банкы идаралығы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, 1990 йылдың 25 декабрендә тәғәйенләнә — 1992 йылдың 16 июленә тиклем |
Виктор Владимирович Геращенко | 1992 йылдың 17 июленән вазифа башҡарыусы, 1992 йылдың 4 ноябрендә тәғәйенләнә — 1994 йылдың 14 октябренә тиклем |
Татьяна Владимировна Парамонова | 1994 йылдың 18 октябренән вазифа башҡарыусы — 1995 йылдың 8 ноябренә тиклем |
Александр Андреевич Хандруев | 1995 йылдың 8 ноябренән 22 ноябренә тиклем ваҡытлыса вазифа башҡарыусы |
Сергей Константинович Дубинин | 1995 йылдың 22 ноябре — 1998 йылдың 11 сентябре |
Виктор Владимирович Геращенко | 1998 йылдың 11 сентябре — 2002 йылдың 20 марты |
Сергей Михайлович Игнатьев | 2002 йылдың 20 марты — 2013 йылдың 23 июне |
Эльвира Сәхипзада ҡыҙы Нәбиуллина | 2013 йылдың 24 июне — әлеге ваҡытҡаса |
Директорҙар советы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тураһында» Федераль закондың 15-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Банкының директорҙар советы Рәсәй Банкы рәйесенән һәм директорҙар советының 14 ағзаһынан тора. Директорҙар советы ағзалары Рәсәй Банкында даими нигеҙҙә эшләй һәм Рәсәй Банкы рәйесе тәҡдиме буйынса, Рәсәй Федерацияһы Президенты менән яраштырып, Дәүләт думаһы тарафынан биш йылға тәғәйенләнә.
2017 йылдың 17 октябренә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының директорҙар советы ағзалары түбәндәгеләр була[16]:
Совет ағзалары | Вазифаһы | Раҫланған |
---|---|---|
Эльвира Сәхипзада ҡыҙы Нәбиуллина | Рәсәй Банкы рәйесе | 2013 йылдың 18 октябре |
Ольга Николаевна Скоробогатова | Рәсәй Банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары | 2017 йылдың 18 июле |
Дмитрий Владиславович Тулин | Рәсәй Банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары | 2015 йылдың 16 июне |
Сергей Анатольевич Швецов | Рәсәй Банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары | 2013 йылдың 18 октябре |
Ксения Валентиновна Юдаева | Рәсәй Банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары | 2013 йылдың 18 октябре |
Надежда Юрьевна Иванова | Рәсәй Банкы рәйесенең советнигы | 2013 йылдың 18 октябре |
Василий Анатольевич Поздышев | Рәсәй Банкы рәйесенең урынбаҫары | 2015 йылдың 16 июне |
Ольга Васильевна Полякова | Рәсәй Банкы рәйесенең урынбаҫары | 2016 йылдың 2 декабре |
Дмитрий Германович Скобелкин | Рәсәй Банкы рәйесенең урынбаҫары | 2013 йылдың 18 октябре |
Владимир Викторович Чистюхин | Рәсәй Банкы рәйесенең урынбаҫары | 2013 йылдың 18 октябре |
Алексей Юрьевич Симановский | Рәсәй Банкы рәйесенең советнигы | 2013 йылдың 18 октябре |
Сергей Михайлович Игнатьев | Рәсәй Банкы рәйесенең советнигы | 2013 йылдың 18 октябре |
Надежда Алексеевна Савинская | Рәсәй Банкының Төньяҡ-Көнбайыш баш идаралығы начальнигы (2018 йылдың 3 февраленә тиклем) | 2013 йылдың 18 октябре |
Милли финанс советы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Милли финанс советы — Рәсәй Банкының коллегиаль органы. Ун ике кешенән тора, уларҙың икеһе — Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Федерация Советы тарафынан Федерация Советы ағзалары араһынан ебәрелә, өсөһө — Дәүләт думаһы депутаттары араһынан Дәүләт думаһы тарафынан, өсөһө — Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан, өсөһө Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ебәрелә. Бынан тыш, Милли финанс советы составына Рәсәй Банкы рәйесе инә.
Милли финанс советы (НФС) ҡатнашыусыларының Рәсәй Банкы рәйесенән башҡалары Рәсәй Банкы хеҙмәткәре түгел һәм эшмәкәрлеге өсөн түләү алмай. Совет кәм тигәндә кварталына бер тапҡыр йыйыла. Ҡатнашыусылар араһынан совет рәйесе һайлана. Ете кеше кворум тәьмин итә, ҡарар ябай күпселектең тауышы менән ҡабул ителә.
2017 йылдың мартына ҡарата НФС составы түбәндәгесә була[17]:
- А. Г. Силуанов — Рәсәй Федерацияһының финанс министры, Милли финанс советы рәйесе;
- Э. С. Нәбиуллина — Рәсәй Банкы рәйесе, Милли финанс советы рәйесе урынбаҫары;
- А. Г. Аксаков — Дәүләт думаһының Финанс баҙары комитеты рәйесе;
- А. Р. Белоусов — Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы;
- Е. В. Бушмин — Федерация Советы рәйесе урынбаҫары;
- С. Ю. Глазьев — Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы, Евразия иҡтисади берләшмәһе Генераль секретары урынбаҫары;
- С. А. Жигарев — Дәүләт думаһының Иҡтисади сәйәсәт, сәнәғәт, инновациялы үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе;
- Н. А. Журавлев — Федерация Советының Бюджет һәм финанс баҙарҙары буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары;
- А. М. Макаров — Дәүләт думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты рәйесе;
- А. В. Моисеев — Рәсәй Федерацияһы финанс министры урынбаҫары;
- М. С. Орешкин — Рәсәй Федерацияһы иҡтисади үҫеш министры;
- Ю. А. Чиханчин — Росфинмониторинг директор.
Структура подразделениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкында әле түбәндәге структур подразделениелар эшләй[18][19]:
- Рәсәй Банкы аппараты
- Статистика департаменты
- Тикшеренеүҙәр һәм прогнозлау департаменты
- Ҡулаҡса әйләнеше департаменты
- Милли түләү системаһы департаменты
- Бухгалтер хисабы һәм отчетлылыҡ департаменты
- Финанс ойошмаларының эшмәкәрлеген рөхсәт итеү һәм туҡтатыу департаменты
- Корпоратив мөнәсәбәттәр департаменты
- Банк күҙәтеүе департаменты
- Хәүефтәрҙе анализлау хеҙмәте
- Банк көйләүе департаменты
- Система йәһәтенән әһәмиәтле кредит ойошмалары өҫтөнән күҙәтеү департаменты
- Ағымдағы банк күҙәтеүе хеҙмәте
- Рәсәй Банкының Баш инспекцияһы
- Финанс баҙарҙарындағы операциялар департаменты
- Операцион департамент
- Финанс тотороҡлолоғо департаменты
- Финанс мониторингы һәм валюта контроле департаменты
- Аҡса-кредит сәйәсәте департаменты
- Финанс баҙарҙарын үҫтереү департаменты
- Страховка баҙары департаменты
- Коллектив инвестициялар һәм ышаныҡлы идаралыҡ департаменты
- Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары һәм тауар баҙары департаменты
- Микрофинанслау баҙары һәм финансланыу мөмкинлеге методологияһы баш идаралығы
- Микрофинанс баҙары департаменты
- Кредит булмаған финанс ойошмалары отчетлылығын йыйыу һәм эшкәртеү департаменты
- Асыҡ баҙарҙа намыҫһыҙ тәртип практикаларына ҡаршы тороу баш идаралығы
- Намыҫһыҙ практикаларға ҡаршы тороу департаменты
- Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм финанс хеҙмәттәрен алыуҙы тәьмин итеү хеҙмәте
- Юридик департамент
- Ялан учреждениелары департаменты
- Мәғлүмәт технологиялары департаменты
- Финанс технологиялары, проекттары һәм процестарҙы ойоштороу департаменты
- Кадрҙар сәйәсәте һәм персонал менән эште тәьмин итеү департаменты
- Финанс департаменты
- Эске аудит департаменты
- Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаменты
- Рәсәй Банкының матбуғат хеҙмәте
- Административ департамент
- Рәсәй Банкы һатыу-һатып алыуҙары экспертизаһы, методологияһы һәм уға контроль департаменты
- Рәсәй Банкы күсемһеҙ милек баш идаралығы
- Хәүефһеҙлек һәм мәғлүмәтте һаҡлау баш идаралығы.
Территориаль структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Банкының территориаль подразделениелары илдең төп сәнәғәт-финанс үҙәктәрендә урынлашҡан баш идаралыҡтар формаһында ойошторолған, уларға Федерация субъекттарындағы бүлексәләр буйһона[20]:
- Рәсәй Банкының Үҙәк федераль округ буйынса баш идаралығы (Мәскәү, бүлексәләре — Белгород, Брянск, Владимир, Воронеж, Иваново, Калуга, Кострома, Курск, Липецк, Орёл, Рязань, Смоленск, Тамбов, Тверь, Тула, Ярославль);
- Рәсәй Банкының Төньяҡ-Көнбайыш баш идаралығы (Санкт-Петербург, бүлексәләре — Архангельск, Вологда, Калининград, Мурманск, Новгород, Псков, Петрозаводск, Сыктывкар);
- Рәсәй Банкының Көньяҡ баш идаралығы (Краснодар, бүлексәләре — Әстерхан, Волгоград, Симферополь, Дондағы Ростов, Севастополь, Ставрополь, Нальчик, Черкесск, Майкоп, Махачҡала, Магас, Элиста, Владикавказ, Грозный);
- Рәсәй Банкының Волга-Вятка баш идаралығы (Түбәнге Новгород, бүлексәләре — Йошкар-Ола, Саранск, Ҡаҙан, Ижевск, Чебоксар, Киров, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск);
- Рәсәй Банкының Урал баш идаралығы (Екатеринбург, бүлексәләре — Өфө, Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Төмән, Силәбе);
- Рәсәй Банкының Себер баш идаралығы (Новосибирск, бүлексәләре — Горно-Алтайск, Улан-Удэ, Ҡыҙыл, Абакан, Барнаул, Чита, Иркутск, Кемерово, Красноярск, Омск, Томск);
- Рәсәй Банкының Алыҫ Көнсығыш баш идаралығы (Владивосток, бүлексәләре — Анадырь, Биробиджан, Благовещенск, Магадан, Петропавловск-Камчатский, Хабаровск, Южно-Сахалинск, Якутск).
2017 йылдың 16 мартында Рәсәй Банкының сит илдәге беренсе вәкиллеге Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда асыла[21].
Бүлендек ойошмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Банкының түбәндәге РФ ойошмаларында өлөшө бар:
- Рәсәй Һаҡлыҡ банкы (акцияларҙың 52 %);
- Мәскәү биржаһы (акцияларҙың 11,8 %);
- Санкт-Петербург валюта биржаһы (акцияларҙың 8,903 %)[22][23];
- Рәсәй милли перестраховкалау компанияһы (акцияларҙың 100 %)[24];
- Банк секторын консолидациялау фондының Идара итеүсе компанияһы (өлөштәрҙең 100 %);
- Росинкас.
Алтын-валюта резервтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара резервтары юғары ликвидлы сит ил активтарынан ғибәрәт[25].
Рәсәйҙең халыҡ-ара резервтары (млрд АҠШ доллары)
- 1991 йылдың авгусына бурыс 32,1
- 1993 йылдың 1 ғинуарына 4,53
- 1994 йылдың 1 ғинуарына 8,89
- 1995 йылдың 1 ғинуарына 6,51
- 1996 йылдың 1 ғинуарына 17,21
- 1997 йылдың 1 ғинуарына 15,32
- 1998 йылдың 1 ғинуарына 17,78
- 1999 йылдың 1 ғинуарына 12,22
- 2000 йылдың 1 ғинуарына 12,45
- 2001 йылдың 1 ғинуарына 27,97
- 2002 йылдың 1 ғинуарына 36,62
- 2003 йылдың 1 ғинуарына 47,79
- 2004 йылдың 1 ғинуарына 76,93
- 2005 йылдың 1 ғинуарына 124,54
- 2006 йылдың 1 ғинуарына 182,24
- 2007 йылдың 1 ғинуарына 303,73
- 2008 йылдың 1 ғинуарына 478,76
- 2008 йылдың 8 авгусына 598,1 — максималь ҡиммәттә
- 2009 йылдың 1 ғинуарына 426,28
- 2010 йылдың 1 ғинуарына 439,45
- 2011 йылдың 1 ғинуарына 479,37
- 2012 йылдың 1 ғинуарына 498,64
- 2013 йылдың 1 ғинуарына 537,61
- 2014 йылдың 1 ғинуарына 509,59
- 2015 йылдың 1 ғинуарына 385,46
- 2016 йылдың 1 ғинуарына 368,39
- 2017 йылдың 1 ғинуарына 377,74[26].
РФ-тың алтын запасы 2017 йылдың 1 авгусына 1,73 мең тонна тәшкил итә[27].
Рәсәй Банкы эшмәкәрлеген көйләүсе норматив акттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) тураһында» Федераль закон
- Федеральный закон «Банктар һәм банк эшмәкәрлеге тураһында» 1990 йылдың 2 декабрендәге 395-1-се Федераль закон
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Статья 75 Конституции России
- ↑ Федеральный закон Российской Федерации от 10 июля 2002 года № 86-ФЗ «О Центральном банке Российской Федерации (Банке России)»
- ↑ Билеты Банка России 1992 и 1993—1994 гг
- ↑ Банкноты и Боны: Региональные выпуски 90-х годов
- ↑ Выставка «Страницы истории Банка России»
- ↑ http://2snk.ru/r15.html#Центробанк 2018 йылдың 24 май көнөндә архивланған. РСФСР
- ↑ Постановление Верховного Совета РСФСР от 13.07.1990 № 92-I 2014 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ История Банка России
- ↑ Политика валютного курса Банка России | Банк России. www.cbr.ru. Проверено 23 июня 2016.Политика валютного курса Банка России | Банк России . www.cbr.ru. Дата обращения: 23 июнь 2016.
- ↑ ЦБ отключает жуликов, Российская газета (04.04.2017).
- ↑ Ведомости. ЦБ начал маркировать сайты страховщиков (20 декабря 2017). Проверено 20 декабря 2017.Ведомости. ЦБ начал маркировать сайты страховщиков (20 декабрь 2017). 20 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ | Событие | Банк России. www.cbr.ru. Проверено 29 июня 2017.| Событие | Банк России . www.cbr.ru. Дата обращения: 29 июнь 2017.
- ↑ Банк России начал маркировать легальных микрокредиторов в интернете. Российская газета. Проверено 29 июня 2017.Банк России начал маркировать легальных микрокредиторов в интернете . Российская газета. Дата обращения: 29 июнь 2017.
- ↑ ЦБ рассматривает возможность маркировки сайтов страховщиков ОСАГО 2018 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (рус.), Информационное агентство Рамблер (29 июня 2017). Проверено 29 июня 2017.ЦБ рассматривает возможность маркировки сайтов страховщиков ОСАГО (ru-ru), Информационное агентство Рамблер (29 июнь 2017). 29 июнь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Федеральный закон от 10.07.2002 N 86-ФЗ (ред. от 28.12.2013) «О Центральном банке Российской Федерации (Банке России)»
- ↑ Состав Совета директоров Банка России
- ↑ Состав Национального финансового совета
- ↑ Структурные подразделения Центрального банка Российской Федерации
- ↑ Структура центрального аппарата Банка России
- ↑ Банк России: Территориальные учреждения
- ↑ Банк России открыл в Пекине свое первое зарубежное представительство . «ТАСС» (16 март 2017). — Представительство будет выступать в качестве оперативного офиса ЦБ РФ. Дата обращения: 28 апрель 2017.
- ↑ Об участии Банка России в капитале ОАО Московская Биржа и ЗАО СПВБ | Банк России . www.cbr.ru. Дата обращения: 6 сентябрь 2017.
- ↑ СПВБ - О бирже . www.spcex.ru. Дата обращения: 6 сентябрь 2017. 2017 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Национальная перестраховочная компании. Информация о создании на сайте Банка России)
- ↑ Международные резервы Российской Федерации . Центральный банк РФ. Дата обращения: 16 июль 2010. Архивировано 7 июнь 2012 года.
- ↑ Ежемесячные значения на начало отчетной даты | Базы данных | Банк России . www.cbr.ru. Дата обращения: 5 ғинуар 2017.
- ↑ ЦБ РФ в июле увеличил объем запасов золота на 0,7% . «Интерфакс» (18 август 2017). — Объем запасов монетарного золота в составе международных резервов Банка России по состоянию на 1 августа достиг 55,6 млн унций (1,729 тыс. тонн), следует из материалов ЦБ. По состоянию на 1 июля этот показатель составлял 55,2 млн унций (1,717 тыс. тонн). Дата обращения: 6 сентябрь 2017.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- История Банка России. 1860—2010: в 2 томах. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010.
- Баренбойм П. Д., Лафитский В. И. (ред.), Голубев С. А. (сост.). Банк России в 21 веке: Сборник статей. — М.: Юстицинформ, 2003. — ISBN 5-7205-0493-1.
- Дубова С. Е. Развитие банковского регулирования и надзора в Российской Федерации. — Иваново: Юстицинформ, 2006.
- Прончатов Е. А. Банк России как кредитор последней инстанции(недоступная ссылка). — Н. Новгород, 2009.
- Мартыненко В. В. Неизвестная политика Банка России. — М.: ИСПИ РАН, 2004. — 351 с.
- Баренбойм П. Д., Лафитский В. И. (ред.). Очерки конституционной экономики: статус Банка России. — М.: Юстицинформ, 2001.
- Видеоматериалдар