Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы
Эльвира Сәхипзада ҡыҙы Нәбиуллина (рус. Эльвира Сахипзадовна Набиуллина; 1963 йылдың 29 октябре, Өфө) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре. 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы һәм 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2002)
Биографияһы
1963 йылдың 29 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә шофёр һәм приборҙар эшләү заводы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған. 31-cе урта мәктәпте тик «отлично» билдәләренә генә бөтөрә.
1986 йылда Мәскәү дәүләт университетын, 1990 йылда аспирантура тамамлай, әммә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡламай[1].
1991—1994 йылдарҙа Рәсәйҙең сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлегендә эшләй.
1994—1997 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығында хеҙмәт итә. 1998—2000 йылдарҙа коммерция һәм аналитика структураларында эшләй. 2000—2007 — йылдарҙа Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығында, 2007—2012 йылдарҙа Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры була. 2012 йылдың майынан 2013 йылдың июненә тиклем Рәсәй Президенты ярҙамсыһы булып эшләй[2]. 1985 йылдан КПСС ағзаһы[3].
2013 йылдын 24 июненән — Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе.
«Банк системаһы үҫешенә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн» Рәсәй Президенты указы менән 2018 йылдың октябрендә Эльвира Нәбиуллина Почёт ордены менән бүләкләнде[4][5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы;
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012);
- Почёт ордены (2018)[6];
- Дуҫлыҡ ордены (2011);
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2006);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2002)[7]
- Күсеү дәүере иҡтисады институты 2003 йылда биргән Александр II премияһы лауреаты[8] (ныне — Институт экономической политики имени Е. Т. Гайдара);
- «Ирекле директорҙар институтын үҫтереүгә индергән өлөш» номинацияһында «Йыл директоры» V Милли премия еңеүсеһе (2010)[9].
Рейтингы
2014 йылдың мартында «Рәсәйҙең иң абруйлы 100 ҡатын-ҡыҙы» рейтингында, «Эхо Москвы» радиостанцияһының, «Огонёк» журналының Һәм «Интерфакс» мәғлүмәт агентлығының берлектәге проектында 2-се урынды яулай[10].
2014 йылдың майында «Forbes» журналы версияһы буйынса «Донъяның иң абруйлы 100 ҡатын-ҡыҙы» рейтингында 72-се урынды биләй[11]. Нәбиуллина был рейтингта Рәсәйҙең берҙән-бер вәкиле була.
2015 йылдың сентябрендә «Euromoney» журналы Эльвира Нәбиуллинаны 2015 йылда донъялағы үҙәк банктар башлыҡтары араһында «Иң яҡшы етәксе» тип таный[12].
2016 йылдың сентябрендә Нәбиуллинаға «Global Finance» журналы версияһы буйынса «Донъя үҙәк банктарының иң яҡшы етәкселәре» рейтингында 6-сы урын бирелә[13].
2018 йылда «Forbes» журналы версияһы буйынса Эльвира Нәбиуллина донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инә һәм рейтингта 49-сы баҫҡысты биләй. Үткән йылдың ноябрендә лә ул «Forbes» рейтингында — 49-сы, ә 2016 йылда 56-сы урынды алған булған[14].
2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Forbes» журналының 17-се рейтингында донъяның 100 иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙы исемлегенә инә, өс йыл рәттән ул Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ[15].
Санкциялары
2022 йылдың апрелендә Австралия Һәм Канада Нәбиуллинаға ҡаршы шәхси санкциялар индерә[16][17]. Шул уҡ йылдың сентябрендә АҠШ һәм Бөйөк Британия үҙҙәренең шәхси санкцияларын иғлан итә[18][19]. Шулай уҡ Яңы Зеландия санкциялары аҫтында[20].
Нәбиуллина 2023 йылдың ғинуарынан Украина Эске эштәр министрлығы һәм Именлек хеҙмәте линияһы буйынса «Украинаның территориаль бөтөнлөгөнә һәм тейелгеһеҙлегенә баҫым яһау» статьяһы буйынса эҙләүҙә тора. Шулай уҡ «Миротворец» сайты исемлегенә индерелгән[21].
Шәхси тормошо
Эльвира Нәбиуллина француз һәм инглиз телдәрен белә[8], классик музыканы өҫтөн күрә, көмөш быуат шағирҙарын һәм француз кинематографын ярата[22][23]. Шарф һәм фулярҙан яулыҡ — уның гардеробының айырым һыҙаты[22]. Рәсәй Банкының Директорҙар советы ултырыштарында Нәбиуллина «хәлде аңлауҙы» тапшырырға маташҡан, әммә йыш ҡына киңрәк аңлашылған ҡаҙауыстар таға[24]. Һәр ҡаҙауыстың аныҡ мәғәнәһен шулай уҡ Үҙәк Банктың аҡса-кредит сәйәсәте өлкәһендәге ағымдағы позицияһы һәм көйләүсе пландары менән бәйләйҙәр[25][26]. 2021 йылдың сентябрендә Нәбиуллина ҡаҙауыстарҙың коммуникация сараһы һәм рефлексия өсөн сәбәп булараҡ мөһимлеген тағы бер тапҡыр билдәләп әйтә[27].
Ғаиләһе
Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһында уҡыған ваҡытта халыҡ хужалығы һәм иҡтисади тәғлимәттәр тарихы кафедраһы уҡытыусыһы Ярослав Кузьминовҡа кейәүгә сыға, һуңынан ул «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты ректоры була[28][29].
Кузьминов менән Нәбиуллинаның Василий исемле улдары бар[30]. Ул 1988 йылда тыуған, "Юғары иҡтисад мәктәбе"нең социология факультетын, Манчестер университетының һәм Мәскәү юғары социаль һәм иҡтисади фәндәр мәктәбенең социология магистратураһын тамамлаған[31], «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының ғилми хеҙмәткәре[1].
Публикациялары
- Кузьминов Я. И., Набиуллина Э. С., Радаев В. В., Субботина Т. П. Отчуждение труда: история и современность — М.: Экономика, 1989. — 285 с. ISBN 5-282-00079-2 (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025) (рус.)
- Экономическая политика в условиях кризиса — анализ и перспективы / Экономическая политика (журнал). 2009. № 3. С. 73-85. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025) (рус.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Эльвира Набиуллина биография, фото, карьера, личная жизнь. 4 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Биография Э. С. Набиуллиной. Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Nabiullina Recites Verlaine as Regulator (ингл.). Bloomberg Business (12 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Банк системаһын нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Эльвира Нәбиуллина Почёт ордены менән бүләкләнде (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (16 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11.10.2018 № 574 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный интернет-портал правовой информации. Государственная система правовой информации (11 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 октября 2018 года № 574 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 октября 2002 года № 1196 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2012 года. 2012 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ 1 2 Биография Эльвиры Набиуллиной. РИА «Новости» (12 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Объявлены имена победителей Национальной премии «Директор года» 2010. directorgoda.ru (12 ғинуар 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. 2015 йылдың 31 июль көнөндә архивланған.
- ↑ «100 самых влиятельных женщин России» Архивная копия от 2 июль 2014 на Wayback Machine. — Журнал «Огонёк» № 8, 3 марта 2014 года. — с. 10 (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Самые влиятельные женщины мира — 2014: рейтинг Forbes (билдәһеҙ). Forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Euromoney: Эльвира Набиуллина признана лучшим руководителем ЦБ в мире Архивная копия от 19 сентябрь 2015 на Wayback Machine. — ТАСС, 16 сентября 2015 года. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Набиуллина вошла в высший рейтинг глав ЦБ мира Архивная копия от 4 сентябрь 2016 на Wayback Machine. — Лента.ру, 3 сентября 2016 года. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Өфө ҡыҙы донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (5 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025.
- ↑ Набиуллина вошла в топ-100 самых влиятельных женщин мира по версии Forbes. Коммерсантъ (8 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано 8 декабрь 2020 года.
- ↑ Австралия пошла дальше всех по пути персональных санкций, включив в список Набиуллину на сайте https://www.interfax.ru/ (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Канада ввела санкции против Набиуллиной и еще 13 россиян на сайте https://www.interfax.ru/ (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Под санкции Минфина США попала Набиуллина на сайте https://www.interfax.ru/ (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Набиуллина попала и под британские санкции на сайте https://www.interfax.ru/ (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Новая Зеландия ввела санкции против Набиуллиной. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ В Киеве объявили в розыск Кравцова и Набиуллину. 4 декабрь 2025 тикшерелгән. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ 1 2 Бельченко, В. Человек в фуляре Архивная копия от 4 ғинуар 2022 на Wayback Machine. — Журнал «Огонёк», № 9, 8 марта 2010 года.
- ↑ Эльвира Набиуллина: трудоголик, стратег и глобалист Архивная копия от 13 апрель 2015 на Wayback Machine. — РИА Новости, 12 марта 2013 года (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Набиуллина объяснила связь своих брошек с ситуацией в экономике. www.rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано 26 май 2021 года.
- ↑ «Следите за брошками: сигналы Эльвиры Набиуллиной» Архивная копия от 26 май 2021 на Wayback Machine — РосБизнесКонсалтинг, 23.04.2021 г. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ «Ставка на брошь: о чём говорят украшения Эльвиры Набиуллиной» Архивная копия от 26 май 2021 на Wayback Machine — Forbes, 23.04.2021 г. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)
- ↑ Набиуллина объяснила сигналы рынка брошками. РБК (17 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано 17 сентябрь 2021 года.
- ↑ Набиуллина, Эльвира Помощник президента Российской Федерации. lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано 25 ноябрь 2021 года.
- ↑ Эльвира Набиуллина биография, фото, карьера, личная жизнь. 4 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Григор, Анна. Эльвира Набиуллина: биография главы Центробанка России и санитара финансовой системы (3 декабрь 2024). 4 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Женская доля в правительстве. Эльвира Набиуллина сменила Германа Грефа, «Российская газета» — Неделя, № 4478, 28.09.2007. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано 9 февраль 2011 года.
Һылтанмалар
- Набиуллина Э. С. в именном указателе сайта Kremlin.ru (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)