Чита өлкәһе

Чита өлкәһе (рус. Чити́нская о́бласть) — Себер федераль округы составына ингән һәм Байкал аръяғының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Рәсәй Федерацияһының элекке субъекты.

Өлкә 1934 йылдың 5 мартында РСФСР-ҙың Көнсығыш-Себер крайы составында ойошторола[1], әммә шул уҡ йылдың 7 декабрендә бөтөрөлә[2]. 1937 йылдың 26 сентябрендә РСФСР-ҙың үҙаллы төбәге булараҡ яңынан ойошторола.

Административ үҙәге — Чита ҡалаһы.

Өлкә территорияһында Агинск Бүрәт автономиялы округы урынлаша, ул 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының тиң хоҡуҡлы субъекты статусын ала, әммә территориаль яҡтан Чита өлкәһе составына инә.

2008 йылдың 1 мартында Чита өлкәһенең Агинск Бүрәт автономиялы округы менән берләшеүе һөҙөмтәһендә Байкал аръяғы крайы барлыҡҡа килә һәм өлкә бөтөрөлә.

undefined

Географияһы

Элекке Чита өлкәһе территорияһы Көнсығыш Байкал аръяғында урынлашҡан.

Төп йылғалары — Ингода, Онон, Шилка һәм Аргунь (Амур сығанаҡтары), Хилок һәм Чикой (Селенга ҡушылдыҡтары), Олёкма һәм Витим (Лена ҡушылдыҡтары).

Иң ҙур күлдәре — Барун-Торей, Зун-Торей, Б. Леприндо, Леприндокан, Ничатка, Ивано-Арахлей күлдәре, Арей, Кенон.

Халҡы

Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡының этник составы түбәндәгесә:

Халыҡ 2002 йылда иҫәбе, мең[3]
Урыҫтар 89,8 %
Бүрәттәр 6,1 %
Украиндар 1 %
Татарҙар 0,7 %
Әрмәндәр 0,31 %
Сыуаштар 0,11 %

Халыҡ һаны

1959[4] 1970[5] 1979[6] 1987[7] 1989[8] 1990[9] 1995[9] 2000[9] 2002[10] 2005[9] 2008[9]
1 036 387 1 144 918 1 233 405 1 361 000 1 377 975 1 320 562 1 256 389 1 192 819 1 155 346 1 135 721 1 118 931

Халыҡ тығыҙлығы бер км² (2005) 2,6 кеше тәшкил итә, ҡала халҡының өлөшө — 63,6 % (2005).

Чита өлкәһен бөтөрөү

2008 йылдың 3 мартында Агинск Бүрәт автономиялы округы һәм Чита өлкәһе халыҡтары референдумы нигеҙендә Байкал аръяғы крайы ойошторола. Берләштереү буйынса эштәр өлкә власы кимәлендә 2006 йылдың апрелендә башлана.

Агинский Бүрәт автономиялы округында ҡушылыу өсөн 94 % (38 814 һайлаусы) ыңғай, 5,16 % (2129 һайлаусы) ҡаршы тауыш бирә, референдумда округ һайлаусыларының 82,95 проценты ҡатнаша[11].

Чита өлкәһендә ҡушылыу өсөн 90,29 % (535 045 һайлаусы) ыңғай, 8,89 % (52 698 һайлаусы) ҡаршы тауыш бирә, референдумда өлкә һайлаусыларының 72,82 проценты ҡатнаша[12].

2007 йылдың 23 июлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы составында Чита өлкәһен һәм Агинск Бурятск автономиялы округын берләштереү һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһының яңы субъектын булдырыу тураһында федераль конституцион закон»ға ҡул ҡуя.

Иҫкәрмәләр

  1. Постановление ВЦИК от 05.03.1934 «Об организации в состав Восточносибирского края Читинской области». lawru.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2019.
  2. Юбилейный статистический сборник "Омская область в цифрах". — Омский областной комитет государственной статистики, 1994. — С. 5. — 168 с.
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года
  4. Всесоюжная перепись населения 1959 года. Архивировано из оригинала 10 май 2019 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность наличного населения городов, поселков городского типа, районов и районных центров СССР по данным переписи на 15 января 1970 года по республикам, краям и областям. Архивировано из оригинала 10 май 2019 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1979 г.
  7. Народное хозяйство СССР за 70 лет : юбилейный статистический ежегодник : арх.Архивная копия от 13 май 2019 на Wayback Machine 28 июня 2016 /Государственный комитет СССР по статистике. — Москва : Финансы и статистика, 1987. — 766 с.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Архивировано из оригинала 10 май 2019 года.
  9. 1 2 3 4 5 Численность постоянного населения на 1 января (человек) 1990—2013 года // Архивировано 18 марта 2015 года
  10. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов — райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более// 3 февраля 2012 года
  11. Избирательная комиссия Агинского Бурятского автономного округа, Результаты референдума
  12. Избирательная комиссия Читинской области, Результаты референдума

Тема буйынса өҫтәмә